Аҙыҡтың да ҡорал булыуы бар…28.10.2016
Аҙыҡтың да ҡорал булыуы бар… ГМО сәләмәтлегебеҙгә хәүеф менән янаймы?
“Сәләмәт туҡланыу ҡиммәткә төшә тип уйлайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ сирҙәрегеҙҙең күпмегә баҫасағын һанап ҡарарға онотҡанһығыҙ”, ти халыҡ. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә төрлө ауырыуҙар һаны арта. Бының төп сәбәптәренең береһе – бөгөн магазин кәштәләрен тултырған яһалма аҙыҡ-түлек, тип фаразлай ҡайһы берәүҙәр. Шул уҡ ГМО-ның кешене юҡҡа сығарыу ҡоралы икәнлегенә инаныусылар ҙа бихисап.


Халыҡ араһында һүҙ юҡтан ғына сыҡмай шул. Быны етештереүселәр ҙә һиҙемләне, буғай. Шулай ҙа сауҙа сел­тәр­ҙәрендә һатылған аҙыҡ-түлектә уның тураһында иҫкәртеүсе яҙыуҙар күрен­мәй. Күп етештереүселәр ГМО-ны ҡул­ланмауы тураһында ғына яҙа. Әммә ҡайһы берәүҙәр тарафынан Рәсәй хал­ҡына ҡарата йәшерен ҡорал булараҡ ҡулланылыуҙа ғәйепләнгән, хатта үҫеш­кән Европала ла ҙур бәхәстәр тыуҙырған ГМО тигәндәре ғәмәлдә нимә һуң?
Баҡһаң, ул яһалма рәүештә гендары үҙгәртелгән организм икән. Мәҫәлән, трансген үҫемлектәр, тәбиғиләренән айырмалы, һалҡынға сыҙамлылыҡ, ҡоротҡостарға ҡаршы тороусанлыҡ кеүек өҫтөнлөктәре менән алдыра. Миҫалдар бихисап: ғалимдар саян гены ҡушып, колорадо ҡуңыҙы кеүек бөжәктәрҙе үҙенә яҡын ебәрмәүсе картуф уйлап сығарған; томат менән баҡса еләге генына камбала балығыныҡын өҫтәп, һалҡынға бирешмәүсән яңы сорттар булдырған. Белгестәр фекеренсә, бындай саралар кешелеккә яҡын киләсәктә аслыҡтан ҡотолоу мөмкинлеген бирәсәк, сөнки уңышһыҙлыҡ булмаясаҡ.
Бөгөн иһә сит илдәрҙә етештерелгән кукуруз, бойҙай, сөгөлдөр, тәмәке, рапс, картуф, баҡса еләге һәм башҡа йәшелсә, еләк-емештең байтағының гендары үҙгәртелгән. Ә сояның 90 проценты тиерлек ошондай үҙгәрешкә дусар ителгән. Шуға ла ғәжәп түгел: ундай аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙың эҙемтәһе тураһында бәхәстәр бөгөн дә дауам итә. Ҡайһы бер ғалимдар ГМО-ның зарарһыҙ булыуын раҫлаһа, икенселәр уны аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡулланыуға ҡырҡа ҡаршы. Аҙыҡ менән сит ДНК кеше организмы күҙәнәктәренә үтеп инеп, уның да ДНК-һын үҙгәртә аласаҡ, тип хәүефләнә улар. Ундайҙар фекеренсә, ГМО-лы аҙыҡ ҡулланыу кешелә яман шеш сире, түлһеҙлек, төрлө мутация тыуҙырыуы бар. Зыяны бөгөн булмаһа ла, балаларыңда, ейән-ейәнсәрҙәреңдә сағылыуы ихтимал, йәнәһе. Шуға күрә гены үҙгәртелгән аҙыҡты халыҡты ҡы­рыусы ҡоралға тиңләүселәр ҙә юҡ түгел. Аслыҡтан ҡотолоу мөмкинлеге лә күптәрҙә икеләнеү уята: ГМО-лы аҙыҡ-түлек барлыҡҡа килгәнгә 20 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте, ә ерҙә мил­лиардҡа яҡын кеше һаман да аслыҡтан интегә. Ҙур халыҡ-ара компаниялар тик үҙ табышы хаҡына ғына аслыҡтан ҡотолоуҙы вәғәҙәләмәйме икән?
Мәҫәлән, француз ғалимы Жиль-Эрик Сералини ГМО-ның зыянын ҡомаҡтарҙа тикшергән. Уларҙы ике йыл дауамында яһалма рәүештә гены үҙгәртелгән кукуруз менән туҡ­ландырғандар. Тикшеренеүсе раҫлауын­са, һөҙөмтәлә ҡомаҡтарҙың бөйөрҙәре һәм бауырҙары тиҙ арала эшлектән сыҡҡан, уларҙа яман шеш барлыҡҡа килгән, үлем осраҡтары йышайған.
Беҙҙең илдә лә бындай тикшере­неүҙәр булған. Әммә, ғалимдар фекерен­сә, улар үтә лә һирәк үткәрелә. Мәҫәлән, Дөйөм милләт генетика хәүефһеҙлеге ассоциацияһы Рәсәй Фәндәр академия­һы­ның А.Н. Северцов исемендәге экология һәм эволюция мәсьәләләре институты менән берлектә үткәргән тәжри­бәлә лә лаборатория йәнлектәре бер нисә йыл рәттән ошондай ашлама менән туҡландырылған. Был юлы ла һө­ҙөмтә ҡыуандырмаған: уларҙың кү­беһе сирлегә әйләнгән, үҫештән туҡта­ған, араларында тыуым һиҙелерлек кәмегән. Иң ҡурҡынысы – тәжрибә үткәрелгән хайуандарҙың өсөнсө быуыны бөтөнләй булмаған, йәғни икенсе быуындан һуң тыуым күҙәтелмәгән тиерлек.
Ҡайһы берәүҙәргә һанап үтелгәндәр ҙә етер. Әммә был йәһәттән байтаҡ тикшеренеү үткәрелһә лә, улар ике яҡты ла тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмаған. Мәҫәлән, был тикшеренеүҙәр ғилми йә­мә­ғәтселек тарафынан ҡабул ителмәгән. Тәжрибә үткәреүселәр етди хаталар ебәргән, тип белдерә ғалимдар. ДНК-ның үҙгәреүе тураһында ла хәүеф етди түгел: йәнәһе, ул саҡта, балыҡҡа әүерелеүҙән ҡурҡып, кешегә ыуылдырыҡ та ашарға ярамаҫ ине. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, ГМО-лы аҙыҡ хатта тәбиғи аҙыҡтан да хәүефһеҙерәк, сөнки даими рәүештә ентекле тикшереү үтә. Уны медицинала ла уңышлы файҙаланалар, мәҫәлән, диабетиктар өсөн дарыу – инсулин – ошо юл менән булдырылған. Хәҙер ГМО ярҙамында бихисап витаминдар, аҙыҡ өҫтәмәләре етештерелә икән, гендары үҙгәртелгән бактериялар аҙыҡ сәнәғәтендә лә даими ҡулланыла. Был ауыл хужалығына ла ҡағыла: бөгөн донъялағы бөтә сәсеү­лектәрҙең ун процентын, йәғни 175 миллион гектарҙы ГМО-лы культуралар биләй. Мәҫәлән, соя сәсеүлектәренең дүрттән өс өлөшөндә гендары яһалма рәүештә үҙгәртелгәндәре үҫә. Йәғни, теләйбеҙме-юҡмы, ул көндән-көн тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә.
ГМО-лы аҙыҡ-түлек тураһында республикабыҙ ғалимдары ниндәй фекерҙә икән? “Бындай аҙыҡтың кеше һаулығына зыяны тураһында бәхәстәр бик күп. Был мәсьәлә бөгөн дә асыҡ килеш ҡала, сөнки уның һаулыҡҡа зыянын раҫлаған аныҡ тикшеренеүҙәр һаман да юҡ. Шулай ҙа файҙаһы билдәле – мәҫәлән, гендары үҙгәртелгән ауыл хужалығы культуралары гербицидтарға, ҡоротҡостарға бирешмәй. Бының сере ябай: мәҫәлән, ГМО-лы картуф төрлө ҡоротҡостарға ҡаршы махсус токсин эшкәртеп сығарыу һәләтенә эйә. Шуныһы: ул бәрәңгенең үҙендә түгел, ә күберәге һабағында һәм япраҡтарында ғына туплана. ДНК бөтә күҙәнәктәрҙә бер үк булһа ла, ҡайһы ағзала урынлашыуына ҡарап, яһалма рәүештә үҙгәр­телгән гендарҙың әүҙемлеге төрлөсә булыуы мөмкин. Был үҙенә генә хас экспрессия тип атала. Картуф бүлбе­ләрендә модификациялы гендарҙың эшләүе туҡтап торһа ла, шул мәлдә япраҡтарҙа дауам итә”, – тигән аңлатма бирҙе Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге биохимия һәм генетика институтының ғилми секретары, биология фәндәре докторы Фуат Ғималов.
Ғалим әйтеүенсә, ҡануниәткә ярашлы, аҙыҡ-түлектә уның күләме 0,9 проценттан да артмаҫҡа тейеш. Миҡдары ошонан артҡан хәлдә, был турала махсус билдә ҡуйыу зарур. Быны күҙ уңында тотоу “Роспотребнадзор” кеүек тикше­реүсе органдар иңенә һалынған. “Шуға ла ГМО-лы аҙыҡ менән туҡла­набыҙ тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Әлбиттә, етештереү­сенең уны ҡулланыуы тураһында йәше­реүе лә бар. Бөтәһе лә уларҙың намы­ҫына һәм тикшереүсе органдарҙың иғтибарлылығына бәйле. Шулай ҙа бөтөнләй ГМО-һыҙ аҙыҡ-түлек заманы тарихта ҡалып баралыр”, – тигән фекерҙә ул.
Ысынлап та, ГМО-ның иҡтисади өҫтөнлөктәре байтаҡ ҡына. Әммә улар, ғәҙәттә, сит ил етештереүселәренең ке­ҫә­һен ҡалынайта торған. Мәҫәлән, ГМО-лы орлоҡтарҙы Monsanto, Syngenta, KWS кеүек ҙур компаниялар етеш­терә. Ә улар өсөн төп маҡсат – табыш алыу. Был йәһәттән бер ниндәй ҙә тик­шеренеү үткәрмәйҙәр, үткәрһәләр ҙә, зыянһыҙ булыуын раҫлау өсөн генә. Тағы ла шул: ГМО-лы орлоҡтар үҙҡим­мәте йәһәтенән отошлораҡ булһа ла, нигеҙҙә, күп йыллыҡ түгел икән. Тимәк, йыл һайын кеҫәңде бушатырға әҙерлән…
Бөгөн ҡануниәтебеҙгә ярашлы, ГМО-лы аҙыҡ-түлеккә был турала айырым билдә ҡуйылырға тейеш. Ысынбарлыҡта нисек һуң? Һатыуға сыҡҡан һәр ризыҡты, мәҫәлән, алманы бындай тикшереү аша үткәреү – мөмкин булмаған хәл. Ундай тикшереүҙәр үткәреү өсөн әле Рәсәйҙең техник йыһазландырыу кимәле лә самалы.
Бөгөн илебеҙҙә уны аҙыҡ-түлектә бик аҙ ғына миҡдарҙа ҡулланыу закон тарафынан рөхсәт ителгән. Мәҫәлән, соя колбаса етештереүҙә әүҙем ҡулланыла, тимәк, беҙ һатып алған колбасала ла ниндәйҙер кимәлдә гены үҙгәртелгән организм ҡулланылыуы ихтимал. Хатта был турала уның тышлығында бер ниндәй мәғлүмәт булмағанда ла. Аҙыҡ сәнәғәтендә әүҙем ҡулланылған өҫтә­мәләрҙең дә ГМО булыуы бар. Мәҫәлән, Е101 йә Е101А (рибофлавин) бутҡа­ларға, алкоголһеҙ эсемлектәргә, балалар аҙығына, ябыҡтырыусы продукт­тарға ҡушылһа, E322 (соялы лецитин) шоколад, печенье, һөт ҡатышмаларын етештереүҙә ҡулланыла. Бындай өҫтәмәләрҙең исемлеген оҙаҡ дауам итергә була, әлбиттә.
Эйе, бөгөнгө ҡатмарлы заманда аңлы зат булараҡ, нимә менән туҡланғаныбыҙ тураһында етди уйланырға тейешбеҙ­ҙер, күрәһең. Ысынлап та, сит илдәрҙән килтерелгән ялтыр-йолтор ҡаптарға төрөлгән тәмлекәстәр һәм һуттар бик ҡыҙыҡтыра шул. Шулай ҙа үҙебеҙҙә етештерелгәнгә өҫтөнлөк биреү күпкә хәүефһеҙерәк. Мәҫәлән, “Башҡортостан продукты” проекты һуңғы мәлдә киң ҡолас ала. Ул урындағы халыҡты тап ошондай сифатһыҙ аҙыҡтан аралау маҡсатында бойомға ашырыла ла инде. Сит ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, тип боронғолар юҡҡа әйтмәгәндер. Үҙе­беҙҙең ризыҡҡа өҫтөнлөк биргәндә, күңелебеҙ ҙә тынысыраҡ булыр. Әйткәндәй, Европаның күпселек илдәре ГМО-нан баш тартты…




Вернуться назад