Ауылына ҡайтҡан һайын ул тиҫтерҙәре менән ҡыш көндәре Терпе тауында сана шыуыуҙарын, диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан Сәлмәкәйҙә һәм Оло Күлдә рәхәтләнеп һыу инеүҙәрен иҫкә алырға ярата. Хозур тәбиғәтле Нуриман ерендә донъяға килеүенә ҡыуана Азамат Ризуан улы. Был юлы ла Яңы Күлгә ҡайтҡас, ғәмһеҙ бала сағы үткән урындарға бармай ҡалманы ул.
— Һағындыра шул тыуған яҡтар! Еләк-емешкә, бәшмәккә бай урмандар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, аунап уйнаған хәтфә туғайҙар, күп йылдар үтһә лә, күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле. Моғайын, һәр кем бала сағын һағынып хәтерләй торғандыр, — ти Азамат Носратуллин, хәтирәләргә бирелеп. Азамат уҙаман Рима менән Ризуан Носратуллиндарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Өс малай һәм биш ҡыҙ бала саҡтан эш һөйөүсән, итәғәтле, тәртипле булып үҫә, ата-әсәһе лә уларҙы олоно ололарға, кесене кесе итә белергә өйрәтә. Инде үҙҙәре атай-әсәй булһа ла, бөгөн дә ҡәҙерлеләренең кәңәштәре тормош көткәндә ярап ҡала.
Атаһы “Баһау” колхозында оҙаҡ йылдар агроном йөгөн тарта, хужалыҡты алдынғылар рәтенә сығарыуға күп көс һала. Уның хеҙмәтен республика, район етәкселеге лә йыш ҡына юғары баһалай. Үкенескә ҡаршы, Ризуан ағай 47 йәшендә генә фани донъяны ташлап китә. “Атайым бик көслө кеше ине. Уны һәр ерҙә ихтирам иттеләр, намыҫлы хеҙмәт күрһәтте. Ул яңы эш башлаусы йәштәрҙең оло таянысы ла булды”, — тип иҫләй атаһын бөгөн. Әлбиттә, оло ҡайғы уңған һәм дуҫ ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә, Рима апайға иһә яңғыҙына донъя йөгөн тартырға тура килә. Әммә бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫкән балалар ауыр мәлдә әсәләренә ныҡлы терәк һәм ярҙамсы була. Шәхси ихатала мал-тыуар тәрбиәләп, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, колхоз эшенән дә баш тартмай тырышлыҡ һала Носратуллиндарҙың балалары. Әсәләре атайһыҙ ҡалған ғәзиздәрен кеше араһында кәм-хур итмәй үҫтереп, тейешле тәрбиә һәм белем бирергә тырыша. Шөкөр, бөгөн уларҙың барыһы ла матур ғаилә ҡороп, юғары белем алып, һәр береһе вазифалы урын биләй.
— Әсәйемдең сабырлығына, түҙемлегенә әле булһа хайран ҡалам. Һигеҙ балаһын етем итмәй, атайыбыҙ менән икәүләп ҡорған донъяһын туҙҙырмай, матур һәм күптәргә өлгө булырлыҡ йәшәү рәүеше алып барғаны өсөн һаман булһа рәхмәтлебеҙ, — ти Азамат Ризуан улы. — Әле лә уның аҡыл-кәңәштәренә мохтажбыҙ, өгөт-нәсихәттәрен тыңлап, ҡәҙерлебеҙҙең оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Яңы Күл мәктәбендә Азамат яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө спорт ярыштарында әүҙемлек күрһәтә, түңәрәктәргә ихлас йөрөй. Егет айырыуса мәктәп йылдарында саңғыны, еңел атлетиканы үҙ итә, шуға ла йыш ҡына уға мәктәп намыҫын яҡлап республика һәм район күләмендә ойошторолған ярыш-бәйгеләрҙә ҡатнашырға тура килә. Йәйге каникул осоронда иһә ул тиҫтерҙәре менән колхозда төрлө эштә була, һуған үҫтерә, урманға тал ҡайыры һыҙырырға ла йөрөй. “Эшләп үҫтек, ауыр хеҙмәттән ҡурҡманыҡ, аҡса табырға өйрәндек. Хәләл көс түгеп тапҡан аҡсаға мәктәп кәрәк-ярағы, кейем-һалым, хатта велосипед, мотоцикл һатып алып ҡыуандыҡ”, — тип иҫкә ала ул көндәрҙе Азамат Ризуан улы.
Мәктәптә һигеҙ йыллыҡ белем алғас, ул икеләнеүһеҙ яҙмышын ер менән бәйләргә уйлап, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына документтарын тапшыра. Бала саҡтан ерҙе үҙ иткән егеткә уҡыу осоронда ауырға тура килмәй, Азамат Ризуан улы ҙур тырышлыҡ менән белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, үҙен һәр яҡлап таныта. Спорт менән ныҡлап мауыға, һәр ерҙә әүҙемлек күрһәтә. Уҡыу йортон тамамлағас та, уны Тыуған ил алдында изге бурысын үтәргә саҡыралар. Унда ла һынатмай, гел алдынғылар рәтендә була, спорт менән булған дуҫлығы армия хеҙмәтен еңел үткәрергә мөмкинлек бирә.
Армиянан ҡайҡас, ул күп кенә иптәштәре кеүек ҡалаға ашыҡмай, ә туған “Баһау” колхозына агроном булып эшкә урынлаша. Әлбиттә, махсус белемле белгес тәүге көндәрҙән үк эшкә башкөллө сума, төрлө әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып, ауыл хужалығы өлкәһендә яңы белем туплай. Төбәктең алдынғы хужалыҡтарына барып тәжрибә уртаҡлашырға ла, белгестәр менән осрашырға ла ваҡытын йәлләмәй. Халыҡ та уңған, эшен биш бармағындай һәйбәт белгән, алдынғы ҡарашлы белгесте ихтирам итә. Хаҡлы ялдағы элекке етәкселәр ҙә Носратуллиндан киләсәктә бына тигән хужа үҫеп сығасаҡ тип күҙаллай. Хужалыҡ ул йылдарҙа күп кенә күрһәткестәр буйынса районда алдынғылар рәтенә сыға, шуға ла йыш ҡына бында төрлө кәңәшмә-семинарҙар ойошторола. Ул осорҙа Азамат Носратуллин яҡшы ойоштороусы булараҡ та таныла. Колхоз йәштәрен бергә туплап, концерт номерҙары әҙерләп, төрлө ауылдарға сығырға ла өлгөрә Азамат Ризуан улы. Эшенә яуаплы ҡараған белгестең тырышлығын баһалап, хужалыҡ етәкселеге уны бер аҙҙан баш агроном итеп үрләтә. Үҙенә ышанып тапшырылған оло бурысты намыҫ менән башҡарырға тырыша, хужалыҡ эшмәкәрлеген артабан үҫтереү өҫтөндә лә янып эшләй. “Азамат Ризуан улы менән эшләүе еңел ине, сөнки ул һәр кем менән уртаҡ тел таба белде”, — тип иҫләй бөгөн хеҙмәттәштәре.
Азамат Ризуан улы, колхозда эшләү менән бер рәттән, юғары белем алыу маҡсатында Башҡортостан ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инә. Ҡулына юғары белем тураһында диплом алғас та, уны район етәкселеге “Нуриман МТС-ы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ауыл хужалығы буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Азамат Ризуан улы төрлө йылдарҙа “Иҙел” колхозы рәйесе, аҙаҡ “Иҙел” агрофирмаһы генераль директоры вазифаларын башҡара. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ерҙә ҙур абруй ҡаҙана, халыҡтың ышанысын яулауға өлгәшә. Бөгөн булһа ауыл ҡарттары уны маҡтап телгә ала.
— Ниндәй генә ауыр осорҙар булмаһын, ауыл эшсәндәре һәр ваҡыт уңғанлыҡ, тырышлыҡ күрһәтеп, баҫыу-яландарҙан ҡайтып инмәне. Уларҙың намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһендә колхоз алдынғылар рәтендә булды, — ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Азамат Ризуан улы.
2009 йылдан башлап Азамат Носратуллин Нуриман районы хакимиәте башлығы йөгөн тарта. Ул үҙен ҡуйған маҡсатына ынтылыусан, тәжрибәле, талапсан, инициативалы ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтте. Хужа булараҡ, Азамат Риз-уан улы кешеләргә йүнәлеш биреү, башланғыстарына йәлеп итеү, ыңғай һөҙөмтә алыу өсөн коллектив хеҙмәткә ылыҡтырыу һәләтенә эйә. 2013—2015 йылдарҙа ”Иң яҡшы муниципаль берәмек” республика конкурсында беренсе урынға һәм призлы номинацияларға лайыҡ булыуы тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе булды.
Азамат Носратуллин муниципаль район Советы ҡабул иткән ҡарарҙарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыуға, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, районға инвестиция һәм яңы инвесторҙар йәлеп итеү, төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы сараларын ғәмәлгә ашырыу, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау, муниципалитет биләмәһендә сәйәси һәм социаль тотороҡлолоҡто һаҡлау, бюджет учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, урындағы үҙидара органдарының статусын күтәреү мәсьәләләрен хәл итеүгә күп көс һала.
Азамат Ризуан улы етәкселек иткән осорҙа район социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Мәҫәлән, 2012 йылдан 2016 йылға тиклем етештерелгән продукция, башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме 1085,4 миллион һумдан 2032,6 миллион һумға тиклем, йәғни 87 процентҡа артҡан. Быйыл һигеҙ ай йомғаҡтары буйынса продукция күләме 1688,4 миллион һумға еткән. Былтырғы менән сағыштырғанда, үҫеш — 14,8 процент. Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә районға йәлеп ителгән инвестиция күләме лә һуңғы өс-дүрт йылда 1,95 тапҡырға (637,8 миллиард һумдан 1240,9 миллиардҡа тиклем) күбәйгән. Төҙөлөштөң әүҙемләшеүе һөҙөмтәһендә ошо уҡ осорҙа бер кешегә иҫәпләгәндә, торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе 23,5-тән 26,26 квадрат метрға (12 процентҡа) артҡан. Районда бер ҡасан да төҙөлөш туҡталғаны юҡ, киреһенсә, ул ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Әле бында, әле тегендә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә. Шулай уҡ шәхси төҙөлөш тә киң ҡолас ала, йәштәр атай-әсәй ярҙамы, үҙ көсө менән дә төҙөй, кредиттан да файҙалана.
Сәсеүлек майҙандары ла, ауыл хужалығында продукция етештереү һәм һатыу күләме лә йылдан-йыл үҫә бара.
Төбәктә сәнәғәт, шулай уҡ ауыл хужалығы тармағында зыянға эшләгән предприятиелар юҡ, муниципаль район ҡаҙнаһына һалым һәм башҡа керемдәр йыл һайын уртаса алғанда ун процентҡа арта.
Бюджет өлкәһендә эксперименталь тәртиптә ауыл биләмәһендәге мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларын, хакимиәттәрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән үҙәкләштерелгән берҙәм бухгалтерия ойошторолған. Әле уның ыңғай эш тәжрибәһе тотош республикала таратыла.
Азамат Ризуан улы ғаиләһенән дә уңған. Ҡатыны Мәҙинә Хәмит ҡыҙы менән ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Әйткәндәй, ҡатыны район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Зәүрә Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлағандан һуң һөнәре буйынса эшләп йөрөй, кесе ҡыҙҙары Зәлифә Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында икенсе юғары белем ала.