Көҙгө һайлау: эстән ҡараш28.10.2016
Һайлау кампанияһы осоронда Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына 415 ялыу килгән, шуларҙың 110-ы — Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһынан. 57 ялыу ҡабатланған. Һөҙөмтәлә ике ялыу ғына нигеҙле тип танылған, тағы икәүһенең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүе өлөшләтә генә иҫбат ителгән. Был турала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев журналистар өсөн ойошторолған брифингта хәбәр итте.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова иһә үҙ сиратында нигеҙле тип танылған ялыуҙарға аңлатма бирҙе. Әйтәйек, “Яблоко” партияһы вәкиле Илдар Иҫәнғоловтың баннерҙарҙы боҙоу осраҡтарына ҡағылышлы ғаризаһы буйынса әле булһа тикшереү эштәре бара. “Ысынлап та, агитацион материалдарҙың боҙолоуы асыҡланды, тик бының кем тарафынан эшләнеүе билдәһеҙ — хоҡуҡ һаҡлау органдары уларҙың эҙенә төшә алманы”, — тине Наилә Алтынова.
Икенсе осраҡ Ҡалтасы ауылында теркәлгән. Бында агитацион материалдар таратырға тейеш кеше бурысын балаларына йөкмәй. Һөҙөмтәлә тәртип боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
“Өсөнсөһө, өлөшләтә генә иҫбатланған осраҡ, Илдар Иҫәнғоловҡа ҡағыла. Кандидат мөлкәтенә ҡағылышлы мәғлүмәтте дөрөҫ күрһәтмәгән. Беҙ был етешһеҙлекте ваҡытында төҙәттек”, — ти Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары.
Дүртенсе осраҡ иһә Өфө районының Шамонин ауылына бәйле. Бында Һайлау көнөндә комиссияның кәңәш биреү тауышы хоҡуғына эйә булған ағзаһы үҙен тәртипһеҙерәк тотҡан, шуға комиссия уның ғәмәлдәрен туҡтатыу тураһында ҡарар сығарған.
“Әлеге көндә 12 эш судта, уларҙың дүртәүһе буйынса ҡарар сығарылды. Әйтергә кәрәк, улары дәғүәселәр файҙаһына түгел, һайлау комиссияларының ҡарарҙары ғәмәлдә ҡалды”, — тип хәбәр итте Наилә Алтынова.
Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостанда Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Евгений Шевченко менән Сергей Сироткин булып китте. Улар төбәктә үткән һайлауҙарға гражданлыҡ контроле ойошторған ижтимағи ойошмалар, партиялар вәкилдәре, һайлау комиссиялары ағзалары, депутаттар, депутатлыҡҡа кандидаттар, күҙәтеүселәр менән осрашты. Һөйләшеүҙә һайлау кампанияһына йомғаҡ яһалды, теркәлгән айырым кәмселектәр һәм ыңғай тәжрибәләр ҡаралды.