Хәлдәр ҡайҙа мөшкөл?28.10.2016
Йылдың туғыҙ айы йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫештең ҡайһы бер күрһәткестәре буйынса уңышҡа өлгәшкән.

Республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков әйтеүенсә, Башҡортостанда сәнәғәт етештереүендә ыңғай динамика һаҡланып ҡалған. Был йәһәттән иҡтисади эшмәкәрлектең 11 төп төрөнә ингән предприятиеларҙың өлөшө тос. Волга буйы федераль округындағы төбәктәр араһында республикабыҙ ошо күрһәткес буйынса етенсе урынды биләй.
Ауыл хужалығында ла айырым йүнәлештәр буйынса үҫеш күҙәтелә. Мал һәм ҡош-ҡорт, шулай уҡ һөт һәм йомортҡа етештереү күләме былтырғы менән сағыштырғанда байтаҡҡа артҡан.
Ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса төп капиталға инвестициялар күләме 117,2 миллиард һум тәшкил иткән. Ағас эшкәртеүҙә, аҙыҡ-түлек, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереүҙә, агросәнәғәт комплексында, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа һәм төҙөлөштә ярайһы уҡ ҙур уңыштар бар.
Шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, файҙалы ҡаҙылмалар өлкәһендә көмөш һәм алтын рудалар, концентраттар, баҡыр мәғдәне сығарыу күләме кәмегән. Туҡыу һәм тегеү производствоһында, шулай уҡ транспорт саралары, ҡорамалдар етештереүҙә лә ошо хәл күҙәтелә.
Республика Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә урындағы хакимиәттәргә көрсөккә ҡаршы пландарға үҙгәреш индереү бурысы йөкмәтелде.


Вернуться назад