Бынан ары ҡайҙа ғына булһаң да — Париждамы, Ханты-Манси, Владивосток тарафтарындамы йәки Таиланд утрауҙарындамы — һин бер мәшәҡәтһеҙ “Башҡортостан” гәзитенең PDF вариантына яҙыла алаһың. Әгәр ауылда йәшәгән атай-әсәйеңде лә һөйөндөрөргә теләһәң, рәхим ит, быныһы ла мөмкин! Нисек тиһегеҙме? Бик ябай.
Түбәндә күрһәтелгән карта һандарына —
5469 0600 1516 4814 (Сбербанк) — аҡса күсерергә һәм “Бәйләнештә”ге “
Башҡортостан гәзите” төркөмөнә йәки гәзиттең электрон адресына
([email protected]) исем-фамилияңды, тәғәйен сумманың ҡасан һәм сәғәт нисәлә күсерелеүен, үҙеңдең электрон (PDF вариант өсөн) йәки гәзит килергә тейешле почта адресыңды күрһәтеп хат яҙ. Өйҙән сығып, почтаға барып сират тороу, квитанция тултырыу заманы артта ҡала. Алмашҡа заман технологиялары килә. Әммә был гәзит-журнал уҡыу моданан сыға тигәнде аңлатмай, күңелгә ләззәт биреп, ҡыштырҙап торған матбуғат баҫмаһын ҡулға тотоп уҡыуға етәме ни! Ниндәй генә дәүерҙә йәшәһәк тә рухи аҙыҡтан айырылмайыҡ!
Хаҡтар түбәндәгесә: ярты йылға“Башҡортостан” (аҙнаһына өс тапҡыр)
Индексы 50600
1298 һум 82 тин“Башҡортостан”-Йома
(аҙнаһына бер тапҡыр)
Индексы 31805
564 һум 36 тин
“Башҡортостан” электрон версияһы
792 һум 00 тин“Ватандаш” журналы
Индексы 78384
742 һум 02 тин
“Ватандаш” журналы
электрон версияһы
516 һум 00 тин