Йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда...23.03.2012
Йоҡоһоҙлоҡтан яфаланыусы кешеләр хәҙерге тынғыһыҙ заман шарттарында айырыуса күбәйҙе. Төрлө органик сирҙәр һәм нервы системаһының функциональ тайпылыштары һөҙөмтәһендә йоҡо режимы боҙола, сифаты түбәнәйә. Ҡайғы-хәсрәт, тулҡынланыу сәләмәт кешеләрҙе лә төн йоҡоһонан яҙҙыра.
Һеҙгә йоҡоһоҙлоҡто дауалау буйынса халыҡ медицинаһы сараларын тәҡдим итәбеҙ.
- Йоҡлар алдынан һуған ашаһағыҙ, йоҡоғоҙ ныҡ, тәрән булыр.
- Сәстәрҙе мәтрүшкә үләне төнәтмәһе менән йыуыу ҙа файҙалы.
- Йоҡлар алдынан бер-ике стакан яңы һауылған кәзә һөтө эсегеҙ.
- Эсенә кипкән ҡомалаҡ һалынған мендәрҙә йоҡлау яҡшы һөҙөмтә бирә.