Иҫке Сибай ауылының Ҡарамалташ тауы битләүендә, әйтерһең дә, тарих 158 йылға кирегә боролдо. Тау ҡолағын ҡарпайтҡандай булды, сөнки бында яңғыраған “Сибай” башҡорт халыҡ йырын ул ҡасандыр Шәһиәхмәт Утарбай улы Сибаев башҡарыуында ишеткәйне. Ул көндә ауылдың аҡһаҡалдары Сәғәҙәт Ишбирҙин, Сабирйән Байназаров Сибай концерт-театр берекмәһе артистарына ҡушылып йырланы.
1858 йылда Шәһиәхмәт Сибаев Ҡатай кантоны булып тәғәйенләнеп, шул яҡтарға китер алдынан үҙенең дуҫтары, туғандары һәм Сибай ауылы халҡы менән хушлашып, тап ошо ерҙә әлеге йырҙы башҡарған. Шул мәлдән ул “Сибай” исемен ала, түбәлек “Сибай биләне” тип атала башлай. Хәҙер ул урында “Сибай биләне” стелаһы ҡалҡты.
Уны асыу тантанаһында Сибаевтар, Рустановтар, Утарбаевтар тирмә ҡороп, ҡатын-ҡыҙ, мул итеп милли аш-һыу әҙерләп, төбәк халҡын ихлас ҡаршы алды. Байрамға Иҫке Сибай музыка мәктәбе уҡыусыларының сағыу сығыштары биҙәк өҫтәне. Ауылдың һәүәҫкәр артистары әҙерләгән театрлаштырылған тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Тантананың рәсми өлөшөндә Иҫке Сибай ауылы биләмәһе башлығы Илдус Бикбаев урында матур итеп донъя көткән өлгөлө ғаиләләргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай уҡ йыйын уҙғарыуға күп көс һалыусыларға, стеланы төҙөүселәргә ҙур рәхмәт белдерҙе. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен бағыусыларға —Фәтхулла, Сабит, Мирза Утарбаевтарға, Сәрүәрә Әминева, Fәбит, Йәмил, Йәлил Утарбаевтарға еткерҙе. Аҡсалата ярҙам иткән Миңһылыу Хөсәйенова ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Fөмүмән, Шәһиәхмәттең бөтә туғандары ла был мөһим эшкә дәррәү ҡушылды. Рәмил, Фәнис Яҡуповтар, Данил Батыршин, Риф Ишмырҙин, Уралбаевтар ҙур ярҙам күрһәтте. Стеланың эскизын Руслан Бикбаев әҙерләне.
Тарихи урынды асыу хоҡуғы ауылдың иң оло уҙамандарына, Сибай сәсән нәҫеленең иң йәш вәкиле Динис Сибаевҡа, Динислам Утарбаевҡа бирелде. Өлкәндәр йыйындағыларҙы биләндең тарихы менән таныштырҙы. “Сибай биләне” стелаһы булдырыуҙың мөһимлеген Сабит Сәмиғулла улы бәйән итте.
Шәһиәхмәт Сибаев 1853 йылдың май айында оҙайлы хәрби хеҙмәткә алына. Шул йылдың июль айында В.А. Перовскийҙың Коканд ханлығы ҡәлғәһе Аҡ мәсетте штурмлауҙа ҡатнаша, яралана. Яҡшы хеҙмәте өсөн зауряд-сотник дәрәжәһен алып, 1857 йылдың октябрь айында тыуған ауылы Иҫке Сибайға ҡайтып төшә. Ләкин ныҡ һағынғанлығын, зарыҡҡанлығын ҡандырып та өлгөрмәй, Ырымбур губернаторынан фарман ала. Уны 6-сы кантонға (Тамъян-Ҡатай) башлыҡ итеп тәғәйенләйҙәр. Әлбиттә, бер ҙә сит ергә киткеһе килмәй. Йырҙың тәүге куплеттарында уҡ шул хәле яҡшы сағыла. Ҡатай тарафтарында тыуған яғын һағынып, йырға тағы һүҙҙәр өҫтәй. Ш. Сибаев кантон вазифаһын яҡшы башҡарған, халыҡ та уны үҙ иткән. Биләмәләре буйлап йөрөгәндә старшиналар өйөндә ҡунырға ҡалған. Улар үҙ ауылы йырсыларын, ҡурайсыларын саҡыртып, кантондың күңелен табырға тырышҡан. Үҙен дә йырлатҡандар. Шуғалыр ҙа хәҙерге Әбйәлил, Учалы, Белорет райондарында уның йыры киң таралған. Тыуған яҡтарында иһә үҙен Фатимаһы көтөп зарыҡҡан.
Йырҙы матур итеп, күңелеңде биреп тыңлаһаң, Шәһиәхмәттең ҡыҫҡа, ләкин данлы ғүмер юлы күҙ алдына баҫа. Ул башҡорт халҡының иң яратып башҡарған йырҙарының береһе булыуы менән ғорурлыҡ уята. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер уны йәштәр ҙә йырлай.
Ҡарамалташ түбәлегендәге “Сибай” йырына һәйкәл булараҡ, данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 195 йыл тулыу айҡанлы ҡалҡып сыҡты. Киләсәктә был урынға яңы өйләнешкән йәштәр килеп сәскә һалыр, уҡыусылар экскурсияға сығыр, туристар ағылыр, моғайын.
Сабит УТАРБАЕВ,
Иҫке Сибай ауылының
ветерандар ойошмаһы етәксеһе.
Баймаҡ районы.