Уңыш сере нимәлә?26.10.2016
Уңыш сере нимәлә? Нефть тармағы хаҡлы рәүештә иҡтисадты үҫтереүсе өлкәләрҙең береһе тип иҫәпләнә. Әммә юғары сифатлы ҡорамалдар һәм ышаныслы тәьминәт компаниялары булмай тороп, нефть һәм газ сығарыу, ятҡылыҡтарҙы уңышлы эшкәртеү мөмкин түгел. Күмертауҙағы “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был юҫыҡта үҙен ышаныслы партнер итеп күрһәтте. Республиканың көньяғында ошо йүнәлештә эш алып барған берҙән-бер фирма 2001 йылдан алып нефть һәм газ ҡорамалдары менән тәьмин итә. Компания Рәсәйҙә лә ҙур танылыу яулап өлгөргән. “Башнефть”, “Лукойл”, “Газпром ПХГ”, “Роснефть”, “Татнефть” кеүек нефть тармағы гиганттары ла уның менән хеҙмәттәшлек итә. Белоруссия, Ҡаҙағстан предприятиелары менән дуҫлыҡҡа күпер һалынды. Былтыр предприятие бәләкәй ҡалала әһәмиәтле бизнес проекты премияһын алғайны, ә быйыл иһә “Йәмәғәтселектә танылыу” һәм “Рәсәй лидеры” премиялары лауреаты булды.


Быйыл фирма үҙенең 15 йыллығын билдәләй. Ғәҙәттә, юбилейҙар эшкә йомғаҡ яһау, предприятие өлгәшкән уңыштың нигеҙен тәшкил иткән коллективтың хеҙмәтен тейешенсә баһалау мөмкинлеге бирә. Әлбиттә, ҡаҙаныштарға килгәндә, “Южурал-Ойл” йәмғиәтенең ойош­тороусыһы һәм генераль директоры, аҡыллы етәксе һәм үҙ эшенең ысын оҫтаһы Зиннур Закир улы Исхаҡовтың тырышлығын айырыуса билдәләргә кәрәктер. Ул юғары квалификациялы белгестәрҙе һайлап алып, берҙәм коллектив туплай алды.
2001 йылда алты ғына кешенән торған коллективта бөгөн 200 һөнәрмән ең һыҙғанып эшләй, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала, ғаиләһен һәм балаларын хәстәрләй. Коллектив ағзала­рының күпселеге – бәрәкәтле Көйөргәҙе ере улдары һәм ҡыҙҙары. Нефть һәм газ сығарған гиганттарҙы хеҙмәтләндергән эреле-ваҡлы компаниялар араһында “Южурал-Ойл” үҙенең лайыҡлы урынын биләй, ремонт эштәрен генә атҡарып ҡалмай, күп төрлө ҡорамалдар ҙа етештерә.
– Бөтә нефть тармағы хеҙмәткәрҙәре – заманыбыҙҙың ысын ҡаһармандары. Илебеҙ именлегенә тап улар тос өлөш индерә, – ти Зиннур Закир улы.
Был фекер осраҡлы түгелдер, моғайын. Сөнки компания ҡаҙанған уңыштарҙың барыһы ла – коллективтың хеҙмәт емеше, тип инана ул.
– Хеҙмәткәрҙәр – предприятиеның төп байлығы, уның “алтын фонды”. Ринат Йәмлихин, Дамир Исхаҡов, Галина Петрова, Гүзәл Мәһәҙиева, Ульяна Рогачева, Риф Ҡобағошов, Фәрит Йәнһөйәров, Илдар һәм Мөнир Хәли­ловтар, Олег Бикмәев, Леонид Васильев, Илшат Абдрахманов, Федор Макаров кеүек тырыш кешеләр булғанда, юғалып ҡалмаясаҡбыҙ, – ти йәмғиәт етәксеһе. – Хөрмәтле ветеран­дарыбыҙ Владимир Григорьевич Злобин, Шамил Хәмиҙулла улы Әлибаев, Иван Сергеевич Мананников айырым маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Предприятие хеҙмәткәрҙәре лә эшенән бик ҡәнәғәт.
Ринат Йәмлихин, генераль директорҙың бе­ренсе урынбаҫары, Көйөргәҙе нефть промыслалары ҡорамалдары заводы директоры:
— Мине, Татарстанда оҙаҡ йылдар “Газпром” тармағында эшләп, тәжрибә туплаған белгесте, Зиннур Закир улы үҙе янына эшкә саҡырҙы. Хәҙер ике тиҫтәнән ашыу йыл Күмертауҙа йәшәйем һәм эшләйем. Предприятие үҫә, киңәйә. Ермолаевка ҡасабаһында етештереү ҡеүәттәре астыҡ. Әле Ишем­байҙағы “Нефтемаш” менән нефть скважиналары өсөн күтәреү агрегаттары етештереүҙе көйләргә килешеү төҙөлдө. Беҙ үҙебеҙҙе ҡатмарлы технологияларҙы етеште­реүгә әҙер профессиональ команда итеп таныт­тыҡ. Хәҙер предприятие токарь, фрезлаусы, иретеп йәбештереүсе, инженер-технолог, конструк­торҙар, йәғни эшселәр, көтөп ҡала. Вахта ысулы менән икенсе ҡалаларҙан да ойоштор­маҡсыбыҙ.
Етәксебеҙҙән уңдыҡ. Зиннур Закир улы – маҡсатлы, юғары ойоштороу һәләтенә эйә, талапсан, аҡыллы генераль директор.
– “Южурал-Ойл” фирмаһына килеүемә ун йыл, – ти коммерция бүлеге етәксеһе Галина Петрова. – Миңә бында оҡшай. Компаниябыҙ тотороҡло, ә был – әлеге шарттарҙа бик мөһим күрһәткес. Етәксебеҙ ҙә аҡыллы, үҙ эшенең оҫтаһы. Коллектив иһә татыу, берҙәм.
Илдар Хәлилов:
– Мин был ойошмала 11 йыл эшләйем. 5-се разрядлы токармын. Иң ҡатмарлы деталдәрҙе ышанып тапшыралар. Етәкселек эш шарттары хаҡында гелән ҡайғыртып тора. Ваҡытында эш хаҡы алабыҙ. Заманса ҡорамалдарҙа нефть тармағы өсөн ҡатмарлы йыһаздар етештереүҙә минең дә өлөшөм булыуына ғорурланам. Күмертау ҡалаһында ғаиләм янында йәшәп, ошонда эш табыуыма шатланам.
Етештереүҙе тәьмин итеү базаһы начальнигы Дамир Исхаҡовтың да предприятиеға килеүенә тиҫтә йылдан ашыу. Уның әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә үҙенә ышанып тапшы­рылған эш участкаһында байтаҡ үҙгәреш булған. Әле бында 20 кеше иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла эшенән һәм етәкселектең сәйәсәтенән ҡәнәғәт. Кадрҙарҙың ситкә китеү осрағы ла юҡ тиерлек.
Йәмғиәттең төп эшмәкәрлеге — трактор, төрлө маркалы автомобилдәр, нефть промыс­лаһы ҡоролмаларына запас частар етештереү һәм күмәртәләп һатыу. Ойошманың тағы ла бер мөһим йүнәлеше бар: заказсыларҙы нефть продукттары, дизель яғыулығы, бензин, машина майы менән тәьмин итеү.
Запас частар етештереү, күтәреү агрегаттарын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтты сифатлы башҡарыу өсөн “Южурал-Ойл” коллективы бар көсөн һала. Йылдан-йыл заманса яңы технологиялар үҙләштерелә, килешеүҙе үтәү сифаты ла яҡшыра бара. Эштең башҡарылыу ваҡытына һәм сифатына ҡарата заказсыларҙың дәғүә белдермәүе хеҙмәт­кәрҙәрҙең үҙ эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡарауын дәлилләй.
“Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етәкселеге улар хаҡында яҡшы хәстәрлек күрә. Хеҙмәткәрҙәрҙең юбилейҙары, тыуған көндәре бер ҡасан да иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, ябай эшсеме ул, етәксеме, һәр береһен ҡотлайҙар, бүләкләйҙәр. Ә бит бөгөн бындай йылы, ихлас мөнәсәбәттәрҙе һәр коллективта ла осратмаҫһың.
Компанияның юбилейы айҡанлы, Зиннур Закир улы Исхаҡов үҙенең коллективын күркәм байрам менән ихлас ҡотлай:
– Беҙ артабан да етештереү ҡеүәттәрен нығытырға һәм киңәйтергә күҙаллайбыҙ. Бөтәгеҙгә лә эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләгеҙгә именлек теләйем.




Вернуться назад