Ғәҙеллекте, ябайлыҡты алға ҡуйып26.10.2016
Ғәҙеллекте, ябайлыҡты алға ҡуйып Бер ҡараһаң, тормош юлы шул тиклем оҙон күренә... Ә ысынында иһә кеше ғүмере аҡҡан һыу кеүек. Әле генә тәпәй баҫҡан сабый тиҙ арала мәктәпкә бара, белем үрҙәренә юл ала, һөнәргә эйә була, хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Ғүмер арауығында ситкә тайпылмайынса, тоғро һуҡмаҡтан атлау, йәшәү, эшләү дәүерендә яҡшы уңыштарға өлгәшеү өсөн күп көс һалырға тура килә. Әгәр ҙә кеше бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал, үҙ алдына ҡуйған маҡсаты бар икән, уны уңыш көтә. Ошондай кешеләрҙең янып йәшәүенә, үҙенең бар булмышы менән тирә-яҡҡа яҡты өләшеүенә һоҡланырға ғына ҡала.


Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Харис Зәбих улы Әбдрәхимов тап шундайҙарҙан. Ул 1961 йылда хозур тәбиғәтле Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында донъяға килә. Ата-әсәһе, тырыш, эшһөйәр, ғәҙел кешеләр, бала саҡтан уҡ йәш егетте тормош матурлығын күрә белергә, үҙ-үҙеңә тоғро, кешегә иғтибарлы булырға өйрәтә. Башланғыс белемде Тәүәкән ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә алһа, өлкән кластарҙа Күмертау ҡалаһы янындағы Маячный ауылы мәктәп-интернатында уҡый. Уҡыуға ынтылышы, туған телебеҙгә һәм әҙәбиәткә һөйөүе артабан егетте Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филологияһы факультетына алып килә.
Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Ғафури районының Ҡормантау ауылында уҡытыусы булып башлай. Тырыш егет оҙаҡламай Күгәрсен районы комсомол комитеты секретары итеп тәғәйенләнә. Ә 1988 йылда Харис Зәбих улы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп үрләтелә. Үҙе эшләгән осорҙа ул мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм байытыуға баһалап бөткөһөҙ көс һала, матди-финанс мәсьәләләрен дә уңышлы хәл итә. Яратҡан эшен намыҫлы һәм ғәҙел алып барыуы менән коллективтың ғына түгел, район халҡының да хөрмәтен яулай.
2002 йылдан Харис Зәбих улы “Хеҙмәткә дан” гәзитендә баш мөхәррир булып эшләй. 2006 йылдан Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына проректор вазифаһына эшкә саҡырыла. Ул күп йылдар барлыҡ көсөн һалып, үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарғаны, йәштәрҙе алға әйҙәгән остаз булараҡ ихтирам яуланы. Харис Зәбих улының эшһөйәрлеге һәм яуаплылығы менән академияның “Йөрәктау”, “Марьяна”, “Дәрүиш”, “Науруз”, “Савни” ижади коллективтары республика бәйгеләрендә беренсе урындарҙы яуланы. Тап уның тырышлығы һәм таһыллығы менән алдынғы уҡыу йорттарының береһендә билдәле яҙыусы Зәйнәб Биишеваның музейы ойошторолдо.
“Бер олоно тыңла, бер кесене” тигәндәй, тәжрибәле етәксе булараҡ, Харис Әбдрәхимов коллегаларының фиҙакәр хеҙмәтен, студенттарының ҡаҙаныштарын һәр ваҡыт күрә һәм баһалай белде. Кеше хәлен аңлай белгәнгәме, әллә милли рухы көслө булғанғамы, ул һәр саҡ ғәҙеллекте, яҡшылыҡты һәм ябайлыҡты алға ҡуйҙы.
2014 йылда Харис Әбдрәхимов Күгәрсен районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Совет секретары итеп эшкә саҡырыла. Әлеге көндә ул Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә директор вазифаһын башҡара.
“Комсомолда эшләгән ваҡытынан бирле Харис Зәбих улын яҡшы беләм һәм хөрмәт итәм. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә эшкә тотонмаһын, ул һәр береһен еренә еткереп башҡарыуы, тоғро ысын дуҫ булып һүҙендә тора белеүе, үҙенә һәм коллегаларына талапсан булыуы менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Быны уның менән бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәренең, яҡташтарының яҡшы мөнәсәбәтенән дә күрергә була”, — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишморатовтың ошо һүҙҙәре үрҙә әйтелгәндәргә йәнә бер дәлил.
Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусиндың: “Мәҙәниәткә ғашиҡ кеше ул. Оҙаҡ йылдар Күгәрсен районында мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Урынында ут сығарған, заман менән бергә атлаған, үҙ маҡсатына ирешә белгән перспективалы етәксе”, — тигән һүҙҙәре лә Харис Зәбих улының эшенә оло баһа.
Филология фәндәре докторы, данлыҡлы сәсәниә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәеваның фекере: “1992 йылда мин, халыҡ ижадын яҙып алыу маҡсатында Күгәрсен районына ғилми командировкаға юлландым. Кеше юлда таныла, тиҙәр. Ул ваҡытта район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Харис Зәбих улының етди мөнәсәбәте, алып барыласаҡ эштең маршрутын төҙөүе, уңайлы шарттар тыуҙырыуы ныҡ ярҙам итте. Бик һирәк рәсми кешеләр халыҡ ижадын йыйыуға, туплауға шул тиклем иғтибар бүлә. Һәм бына ошонда ул үҙен юғары гражданлыҡ хисе менән янып йөрөгән патриот итеп танытты. Ошо районда ун көн тирәһе бай йөкмәткеле материалдар туплауы бик еңел булды. Шул замандан бирле мин уны ихлас күңелле, тәрән фекерле, милләттең яҙмышын уйлаған, халҡына битараф булмаған башҡорт ирҙәренең береһе тип беләм”.
Һәр эште даими һәм ҙур теләк менән алып барыу өсөн ғаиләңдең ныҡлығы мөһим, әлбиттә. Ҡатыны Земфира ханым, ҡыҙҙары Ләйсән менән Айгөл — Харис Зәбих улының терәк-таянысы, йәшәү сығанағы. Был матур ғаилә туғандарының, дуҫтарының иғтибарында һәм ихтирамында һөйөнөп йәшәй.




Вернуться назад