“Ирегеҙ менән айырылышығыҙ. Ярҙам булыр”26.10.2016
Етенсе сабыйыңды табып, күп балалы ғаилә исеменән ҡолаҡ ҡағырға була икән. Ысын-ысын, Әстрхан өлкәһендә тап шундай сәйер ваҡиға теркәлгән. Төбәк ҡанунына таянып эшләгәндәр быны.

...38 йәшлек шәфҡәт туташының алты балаһы була. Уның тәүге хәләл ефете Үзбәкстанға ҡайтып китә лә ғәзиздәрен онота, алимент аҡсаһын да ебәрмәй. Икенсегә кейәүгә сыҡҡас, ҡатын етенсе балаһын табырға йөрьәт итә. Шунан 58 мең һумлыҡ урындағы әсәлек капиталын юлларға йыйына. Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар йортонда эшләгән әсәнең эш хаҡы 16 мең генә һум булыуын иҫәпкә алғанда, был – һиҙелерлек ярҙам. Ләкин документтарын йыйып, социаль үҙәккә килгәс, ул аптырашта ҡала. Киреһенсә, уның ғаиләһе күп балалы статусынан ҡолаҡ ҡаға. Хатта әсәнең ошоно раҫлаған танытмаһын тартып алып, бығаса булған пособиеларҙы түләүҙе туҡтаталар. Тимәк, төбәк әсәлек капиталынан тыш, коммуналь хеҙмәттәр өсөн 40 процентлыҡ аҡсалата ташламаны һәм мәктәп кәрәк-ярағы алыр өсөн һәр уҡыусыға йылына бер тапҡыр бирелгән берәр мең һумды. Бынан һуң балалар бушлай түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына йөрөү хоҡуғынан да мәхрүм. Шулай уҡ уларға шифаханаларға, лагерҙарға бушлай юллама ла тейеш түгел хәҙер. Баҡһаң, 2014 йылғы төбәк законы буйынса етенсе баланың тыуыу хәл-рәүеше дәүләттән социаль ярҙам күрһәтеүгә ҡаршы килә. Документта былай яҙылған: “Ғаиләне күп балалы тип танығанда ата-әсәнең береһенең үгәй балалары һаналмай”. Бына һиңә мә, былай ҙа үгәй атай менән үҫергә мәжбүр ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы хәҙер дәүләт тә ситләтә икән!
Бының сәбәбе ҡаҙна дефицитын ҡыҫҡартырға маташыуҙа, тиҙәр. Төбәктә 10 мең күп балалы ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү күләме йылына 658 миллион һум тәшкил итә. Ә ошо рәүешле яҡынса 120 миллион һум экономияланасаҡ. Сығымдарҙы ҡыҫҡартыу яҡшы, әлбиттә, тик ниңә сабыйҙар ауыҙынан тартып алып?..
Бахыр ҡатынға нимә эшләргәме хәҙер? Социаль хеҙмәткәрҙәр бына ниндәй кәңәш биргән: “Ирегеҙ башҡа балаларығыҙҙы ла уллыҡҡа алһын йәки уның менән айырылышығыҙ. Шул саҡта законлы рәүештә пособие һәм ташламаларға эйә буласаҡһығыҙ”. Әгәр ул ир, ни хәтлем һәйбәт кеше булмаһын, сит сабыйҙарҙы үҙенең исеменә яҙҙырырға теләмәһә? Унан килеп, тәүҙә үҙ атайҙарын да аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итергә кәрәк бит әле! Өлкәнерәк балалар үҙ фамилияларынан баш тартырға уйламаһа? Ә иреңдән айырылып, яңғыҙ әсәй булыуға килгәндә... Ҡасан әле беҙҙә ирһеҙ бала табыу, тәрбиәләү ғаилә ҡиммәттәренән өҫтөнөрәк ҡуйыла башланы? Ғаилә бит дәүләт нигеҙе. Ул емерелһә, илдең ҡеүәте лә ҡаҡшай. Әллә ниндәйҙер көстәр тап ошоно көҫәйме?.. Икенсенән, теге-был юл менән законды боҙорға мөмкин булғас, ниңә һуң уны ҡабул итергә?..
Әлбиттә, йәмәғәтселек был закондың бала хоҡуҡтарын боҙоуын билдәләй. Өлкәлә күп балалы әсәләр кешелекһеҙ ҡанунды юҡҡа сығарыуҙы талап итеп ҡултамғалар йыйған. Депутаттар тәүге тикшереүҙә был үҙгәрештәрҙе ҡабул иткән дә инде. Әммә өлкә хөкүмәте яңы законды тормошҡа ашырыуға финанс мөмкинлеге юҡлығына һылтанып, документты икенсегә ҡарауҙы туҡтатып тороуҙы үтенгән. Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай – тегеләре риза булған... Һөҙөмтәлә әлегә бер нисә мең ғаилә осто осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр.
Йәшерен-батырыны юҡ, тиҫтә йыллап элек кенә Рәсәй халҡы һаны ҙур тиҙлектә кәмей бара ине. Дәүләт демографик көрсөктө туҡтатыр өсөн күп көс һалды. Бында икенсе балаға әсәлек капиталы биреү ҙә, өсөнсөһө өсөн бушлай ер участкаһы бүлеү ҙә, сит илдәрҙән милләттәштәребеҙҙе тарихи тыуған иленә ҡайтарыу программалары ла әһәмиәтле булды. Шул рәүешле халыҡтың артымы ныҡ үҫеп китмәһә лә, йыл да миллионлап кәмеүгә юл ҡуйылманы. Был күрһәткес тотороҡло һаҡлана килә. Ни хәтлем ҡыйын булмаһын, ил хөкүмәте әле лә бындай һөҙөмтәле алымдарҙан баш тартырға йыйынмай.
Йәки һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы ғына алайыҡ. Емереклек... Аслыҡ-яланғаслыҡ... Ир-ат етешмәүе... Ләкин дәүләт ҡарындағы балаларҙың ғүмерен ҡыйыуҙы – аборттарҙы тыя. Хатта байтаҡ бала атайһыҙ тыуһа ла... Халыҡ ил өҫтөндә сәпсек үлмәй тигән әйтемгә таянып йәшәй, йәмғиәттең киләсәк быуынын үҫтерә-тәрбиәләй.
Бөгөн иһә ғаиләләрҙә бер-ике генә бала үҫә. Ҡайһы берәүҙәр аңлы рәүештә ғаилә ҡороп, бала табыуҙан баш тарта. Күптәр теләһә лә сабый һөйөү бәхетенән мәхрүм. Ошо хәлдә демографик үҫешкә бар яҡлап булышлыҡ итеү, булған ташламаларҙы һаҡлау урынына ҡайһы бер төбәктәрҙә тап балалар иҫәбенә ҡаҙнаны ямарға тырышыуҙары башҡа һыймай. Көрсөк осоронда үҙҙәренең зиннәтле йорт-фатирҙары һәм ҡиммәтле машиналары һанын ҡыҫҡартыу урынына чиновниктар ярлы-ябағаның кеҫәһенә инергә һис оялмай шул...




Вернуться назад