Таулыҡайҙар эшкә йырлап бара26.10.2016
Таулыҡайҙар эшкә йырлап бара Таулыҡай ауылында “Колибри” йәмғиәтенең теген цехы асылды. Көньяҡ-көнсығыш иҡтисадын үҫтереү программаһына ярашлы, районға инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. Был иһә үҙ сиратында өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырыу мөмкинлеге бирә. Быйыл ҡыш Ҡолсорала, йәйгеһен Йомашта
ошо уҡ йәмғиәттең теген цехтары асылғайны. Әле бына Таулыҡай ауылында элекке балалар баҡсаһы бинаһында өсөнсө цех үҙ эшен башланы.

Коллектив Таулыҡай, Буранбай һәм Сыңғыҙ ауылдары халҡынан тупланған. Унда 32 кеше эшләй. Теген цехын асыу тантанаһында ауыл халҡы ла ҡатнаш­ы. Улар эш урындары булдырылғаны өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе.
Ауылдың “Хазина” вокаль төркөмө йыр-моң бүләк итте. Тантананы тамамлап, ал таҫмалар киҫелгәндән һуң, барыһы ла цехҡа ағылды. Тегенселәр үҙҙәренең эш өҫтәлдәре артында бер-ике ай эсендә тупланған оҫталыҡтарын күрһәтте.
Әйткәндәй, улар өсөн бөтә уңай­лыҡтар ҙа булдырылған. “Колибри” йәмғиәте етәксеһе Ленара Заһитова белдереүенсә, бинаны капиталь ремонтлау өсөн яҡынса биш миллион һум аҡса тотонолған. Ашхана, ял, йыуыныу бүлмәләре бар. Бина яңы технология буйынса йылытыла. Заман талаптарына ярашлы теген машиналары ҡуйылған.
Районда “Колибри” йәмғиәтенең тағы ла бер теген цехы эш башлауы – оло шатлыҡ. Яҡын арала Билал ауылында, киләһе йыл иһә Баймаҡ ҡалаһында ла филиалдар асыу күҙ уңында тотола.





Вернуться назад