Рәсәйҙә “Экология һәм Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы” тип иғлан ителгән 2017 йылда республикабыҙҙа Бөрйән бал ҡорттарын һаҡлау
буйынса сараларға яңы этәргес биреләсәк. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм
экология министры урынбаҫары Илдус Яхин ошо турала белдерҙе. Төбәктә үҙенсәлекле солоҡ ҡорттары генофондын һаҡлау йәһәтенән байтаҡ ваҡыт инде төрлө саралар күрелә. 1997 йылда урындағы популяцияның генетик сафлығын һәм башҡорттарҙың халыҡ кәсебе булған солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыу маҡсатында “Алтын Солоҡ” заказнигы ойошторолғайны. Мәғлүмәттәргә ярашлы, былтыр был биләмәлә 1 250 солоҡ һәм түмәр умарта иҫәпләнгән, шуларҙың 750-һе ағаста урынлашҡан. Солоҡ һәм умарталарҙың 37 процентында ғына бал ҡорттары йәшәй. Шул уҡ ваҡытта “Алтын Солоҡ”тоң дөйөм майҙаны 90 мең гектарға яҡын. Бал ҡорттары һәм солоҡтар аҙ булғанға күрә яңы умарталыҡтар асырға ҡарар ителде. Әле бер гектар ер кәртәләнде, 25 түмәр умарта һәм 15 солоҡ ағасы әҙерләнде.
– Киләһе йыл был эш әүҙемләшәсәк. 2021 йылда 47-се “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар конгресының Башҡортостанда үткәрелеү ихтималлығын иҫәпкә алһаҡ, эште сифатлыраҡ кимәлдә ойошторорға тейешбеҙ, – тине Илдус Рафаҡ улы.