Сама белеү ҙә кәрәк23.03.2012
Халыҡ медицинаһы сараларынан файҙаланғанда шуны мотлаҡ иҫтә тоторға кәрәк: иң файҙалы тип иҫәпләнгән үләндең дә, аҙыҡ-түлектең дә организмға зыян килтереүе ихтимал.
Һәр үләнде ҡулланыу тәртибе һәм тотоноу самаһы бар. Мәҫәлән, ҡылысъяпраҡ (сабельник) үләне нигеҙендә эшләнгән препараттарҙы ауырлы һәм бала имеҙеүсе әсәләрҙе дауалауҙа ҡулланыу тыйыла, сөнки үләндәге экстракттар көслө аллергия тыуҙырыуға һәләтле. Был һаҙлыҡ үләненән эшләнгән крем, мазь һәм лосьондарҙы тән тиреһенең бәләкәй генә өлөшөнә һөртөп ҡарағандан һуң ғына файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ.
Ҡыҙыл сөгөлдөр һутын да тейешле-тейешһеҙ ҡулланырға ярамай, сөнки уның составында һаулыҡҡа зарар килтереүсе матдәләр бар. Һутты ике сәғәттән һуң ғына хәүефләнмәй эсергә мөмкин, ошо ваҡыт арауығында зыянлы фракциялар осоп таралып бөтә. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: сөгөлдөрҙә бик күп миҡдарҙа ҡуҙғалаҡ кислотаһы туплана, әгәр ҙә йәшелсәне күпләп ҡулланһағыҙ, уның организмда бик яй эреүсе тоҙҙар барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Улар үҙ сиратында бөйөрҙөң таш ауырыуына килтерә. Шәкәр диабеты менән сирлеләргә лә күп миҡдарҙа сахароза тупланған сөгөлдөрҙө ашарға тәҡдим итмәйбеҙ. Хатта маҡталған кишер һутын да белеп, самалап эсергә кәрәк. Ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеге боҙолғанда, нәҙек эсәк шешкәндә, сей яра булғанда уның организмға файҙанан бигерәк зыян ғына килтереүе ихтимал.