Ирек Ялалов – баш ҡала мэры26.10.2016
Ирек Ялалов – баш ҡала мэры Кисә Өфө мэры итеп хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов ҡайтанан һайланды.
Был турала ҡала Советы сессияһында тейешле ҡарар ҡабул ителде. Ялалов өсөн 34 депутат тауыш биргән.


Өфө ҡалаһы башлығы вазифаһына дүрт кандидат дәғүә итте. Улар араһында бынан алдағы саҡырылыш ҡала Советы депутаты Николай Герасимов, Башҡортостандың адвокаттар коллегияһы ағзаһы Ринат Әхмәҙуллин, Өфө электр селтәрҙәре предприятиеһы директоры Илдар Чанышев һәм хакимиәт баш­лығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Ялалов бар ине.
19 октябрҙә өс кандидат конкурстан үтте. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр ҡала округын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһын тәҡдим итте. Башҡортостандың адвокаттар коллегияһы адвокаты Ринат Әхмәҙуллин конкурста ҡатнашыу өсөн биргән ғаризаһын кире алды.


Вернуться назад