“Уртаҡ тел табылманы…”26.10.2016
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Страсбургта Европа Советының урындағы һәм төбәк властары конгресы эшендә ҡатнашты.

Бөгөн был Рәсәйҙең Европа киләсәгенә ҡағылышлы бәйлә­нештәрҙе көйләүҙә ҡатнашҡан берҙән-бер майҙансығы, тигән фекерҙә республика парламенты Рәйесе.
– Етәксе органдарҙы һайлауға бәйле мәсьәләләр күп булды, – тине Константин Борисович. – Мониторинг буйынса комитет эшендә ҡатнаштым. Унда кеше хоҡуҡтарын яҡлау, һайлауға контроль, урындағы демократияны үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ коррупцияға ҡаршы эш итеү, радикализм менән көрәш, Эстонияла рус телле халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлау темаларын билдәләп үтергә кәрәк.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Украина делегацияһы менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалып булмауға бәйле үкенесен дә белдерҙе.


Вернуться назад