Ә шәфҡәтлелек ни бирер?25.10.2016
Ҡытайҙың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге, Дәүләт именлеге һәм Юстиция министрлыҡтары, шулай уҡ Юғары халыҡ суды, Юғары халыҡ прокуратураһы, енәйәт ҡылыуы ихтимал булғандарҙың “телен асыу” маҡсатында яза ҡулланыуҙы тотошлай бөтөрөргә саҡырып, мөрәжәғәт ҡабул иткән.
Был илдә язалауға ҡаршы көрәш 1980 йылдан бирле бара. Ул саҡта Ҡытайҙа хоҡуҡ яҡлау системаһын үҙгәртеп ҡороуға, иҫкелек ҡалдыҡтарынан таҙартыуға ҡағылышлы яңы ҡануниәт ғәмәлгә ингән булған. 2012 йылда етәкселеккә Си Цзиньпин килгәс, мәсьәләгә иғтибар тағы ла көсәйҙе, дәүләткә закон ярҙамында идара итеү концепцияһы тормошҡа ашырыла башланы. 2014 йылда Ҡытайҙағы сәйәси ҡоролош өсөн яуаплы коммунистар партияһы социалистик ҡанундарға ярашлылыҡты, шул иҫәптән кешегә ҡарата көс һәм баҫым ҡулланмауҙы, урындағы власть эшмәкәрлегенең сифат йәһәтенән мөһим күрһәткесе тип иғлан итте. Тик, әлеге документтан күренеүенсә, тырышлыҡтың һөҙөмтәһе ҡәнәғәтләнерлек түгел. Былтыр БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссариаты яһаған докладта ла Ҡытайҙағы көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең ғәйепләнеүселәрҙән күп кенә дәлилдәрҙе яза менән мәжбүр итеп алыуы билдәләнгән.
Енәйәт эштәрен тикшергән саҡта ғәҙел булыу гарантияланмағас, АҠШ һәм Европаның ҡайһы бер дәүләттәре аҡса урлап ҡасыуҙа ғәйепләнгән элекке ҡытай чиновниктарын үҙ иленә кире ҡайтармай икән. Был ҠХР-ҙағы властың коррупцияға ҡаршы көрәшенә аяҡ сала. “Канада Ҡытай менән экстрадиция тураһында килешеү төҙөмәҫкә тейеш, сөнки ул илдә һаман да үлем язаһы бар, судтар сәйәсиләштерелгән, кешеләрҙән һорау алғанда көс ҡулланалар, хатта ҡайһы саҡта адвокаттарҙы туҡмайҙар һәм ябып ҡуялар”, – тигән Британия Колумбияһы университеты профессоры Майкл Байерс.