Эш хаҡын һуңлатып түләүселәргә һәм хеҙмәт килешеүе төҙөргә теләмәүселәргә ҡарата хәҙер ярайһы уҡ ҡаты саралар күрелә. Бер нисә федераль законға, шулай уҡ Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстарына ошо маҡсатта индерелгән үҙгәрештәр 1 октябрҙән ғәмәлдә.Яңы ҡанундарға ярашлы, беренсенән, кешегә аҡсаны айына ике тапҡыр (тәүҙә – аванс, аҙаҡ – ҡалғаны) бирергә тейештәр. Аныҡ ваҡыты күрһәтелмәгән, уныһы эске ҡағиҙәләр, коллектив йәки хеҙмәт килешеүҙәре буйынса билдәләнә ала. Төп талап – түләүҙең эш башҡарылған осорҙан һуң 15 көн эсендә тәғәйен кеҫәгә инеп ятыуы. Мәҫәлән, сентябрь айы өсөн бухгалтерияға 15 октябргә ҡәҙәр иҫәпләшеп бөтөү шарт.
Икенсенән, аҡсаны оҙаҡлатҡан йәки өлөштәргә бүлгеләп биргән, шулай уҡ хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән аҙыраҡ иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттыралар. Законды беренсе тапҡыр боҙған хәлдә вазифа биләүселәргә – 10-дан 20 мең, шәхси эшҡыуарҙарға – 1-ҙән 5 мең, юридик берәмектәргә 30-ҙан 50 мең һумғаса штраф һалына. Сираттағы мәртәбә эләккәндә иһә тәүгеләренә дәүләт файҙаһына 20-30 мең һум аҡсаһын сығарып бирергә һәм 1-ҙән 3 йылға хәтлем квалификацияһынан мәхрүм ҡалырға тура киләсәк, икенселәре – 10-дан 30 мең һумға саҡлы, өсөнсөләре 50-нән 100 мең һумға ҡәҙәр түләүгә юлыҡтырыла. Хеҙмәт хаҡын биреүҙе һуңлатҡан өсөн көн дә өҫтәлеүсе пеня ла икеләтә арттырылған.
Эш биреүсе ҡул аҫтындағылар менән хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән йәки был документты дөрөҫ тултырмаған икән, вазифалы кешегә – 10-дан 20 мең, шәхси эшҡыуарға 5-тән 10 мең, юридик берәмеккә 50-нән 100 мең һумлыҡ штрафтар янай. Хәл ҡабатланһа, тағы күберәк түләтәләр, вазифалыларҙы квалификацияһынан мәхрүм итәләр.
– Элек эш биреүсенең 100 хеҙмәткәргә аҡса түләмәүе закон талаптарын боҙоуҙың бер осрағы тип иҫәпләнде һәм уға бер генә штраф һалынды. Аҙаҡ, мәсьәләгә ҡараш үҙгәргәс, етешһеҙлектәрҙе айырып ҡарай һәм штрафтарҙы ҡушып һанай башланылар. Был хаҡта йәмғиәттә бәхәстәр күп булды, һорауҙарға һаман да аныҡ яуап табылмаған, – ти Социаль-хеҙмәт хоҡуҡтары үҙәге директоры Елена Герасимова. – Әле ҡабул ителгән нормалар ҙа эш биреүселәргә штрафты нисек билдәләргә икәнен аңлайышлы итеп күрһәтмәй. Әлбиттә, 100 кешегә хеҙмәт хаҡын һуңлатҡан етәксенең иңенә, штрафтарҙы 30-ар мең һумлыҡ тип алһаҡ, 3 миллион һумлыҡ бурыс һалыуҙары мөмкин. Пеняларға килгәндә, 30 мең һумды 30 көнгәсә көттөргән хәлдә эш биреүсе был аҡсаға өҫтәп 600 һумлыҡ компенсация түләргә тейеш булып сыға. Күләм ҙур түгел, шулай ҙа ике ай өсөн 100 хеҙмәткәргә 1200-шәр һум таратырға тура килһә, һис тә аҙ тойолмаҫ.