Авиакомпанияларға һуңғы биш йыл эсендә самолетта тәртип боҙған кешеләрҙең исемлеген төҙөп, уларға билет һатыуҙан баш тартырға хоҡуҡ биреү тураһында закон проекты Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына 2012 йылда тапшырылғайны. Ул ике йылдан һуң ғына парламент комитеты кимәлендә хупланды һәм беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Шулай ҙа проблема һаман бөтмәгән: бер ойошма билдәләгәнде икенсеһенең һанға һуҡмауы ихтимал. Тимәк, бөтөн ил өсөн дөйөм реестр кәрәк.
Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин “Аэрофлот” етәксеһе Виталий Савельевтың ғауға сығарған, һуғышҡан авиапассажирҙарға ҡарата административ һәм енәйәт эштәре ҡуҙғатыу, 500 мең һумға саҡлы штраф һалыу хаҡында тәҡдимдәре менән килеште. Бортта пластик бығауҙар, бәйләп ултыртыу өсөн ҡайыштар ҡулланыу ҙа күҙаллана. Белгестәр шулай уҡ әлеге “ҡара исемлек”кә иғтибарҙы арттырып, осош мәлендә тәртипһеҙ ҡыланғандарҙы самолетҡа билет һатып алыу хоҡуғынан биш йылға тиклем мәхрүм итеү кәрәклеген билдәләй. “Ҡайҙа барһа ла, ҡара сәкмәне ҡалмай” тигәндәй, ундайҙарҙы һауа юлдарына бер ерҙән дә үткәрмәйәсәктәр.
Әлегә авиакомпанияларҙың күбеһе тәртип боҙоусыларҙы махсус исемлеккә теркәп бара, әммә уларҙы бортҡа индереүҙән баш тарта алмай. “Хеҙмәтләндереүе тураһында барса халыҡҡа иғлан иткәс, ойошма пассажирҙарҙы милләтенә, енесенә, ышаныслымы-түгелме икәненә ҡарап айырырға тейеш түгел”, – ти хоҡуҡ белгестәре. Тимәк, һуғыш суҡмары билет алырға килде икән, уның теләген һис һүҙһеҙ үтәргә һәм ҡатмарлы рейсҡа әҙерләнә башларға ғына ҡала.
Бөгөн ғауғасылдарҙы аҡылға ултыртыу әмәлен ҡануниәттең төрлө урындарынан эҙләйҙәр. Мәҫәлән, хулиганлыҡ өсөн судҡа бирәләр ҙә пассажирҙар ташыусы ойошманың ошоға бәйле сығымдарын ҡаплауҙы талап итәләр. Быйыл июлдә Мәскәүҙән Миланға осоп барған самолетта һуғыш сығарған бер иргә 220 мең һумлыҡ штраф сәпәгәндәр. Рейсты туҡтатып, Минск ҡалаһындағы аэродромға төшөргә, бик күп ваҡыт, көс һәм яғыулыҡ сарыф итергә тура килгән бит. Пилоттар кабинаһына инергә ынтылған айырыуса “ҡыйыу”ҙарҙы самолетты ҡулға төшөрөргә маташты тип ғәйепләүҙәре лә мөмкин. Тап шул рәүешле хөкөмгә тарттырып, Сергей Кабалов тигән бер әҙәмде өс йыл ярымға ҡаты режимлы колонияға ебәрергә, йәнә 400 мең һум күләмендә штраф түләтергә ҡарар иткәйнеләр.
Әйткәндәй, сентябрь аҙағында Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы рәсми спорт ярыштары уҙғарылған урындарға барыу хоҡуғы булмаған граждандарҙың исем-шәрифтәрен яңыртып баҫып сығарҙы. “Ҡара исемлек” хәҙер 54 кешенән тора. Һуғыш суҡмарҙарының иң өлкәненә – 46, иң кесеһенә 19 йәш.
Көйәрмәндәргә бындай яза судта ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә бирелә. Административ тыйыуҙар йыл ярымдан өс йылға тиклем билдәләнгән. Исемлектә теркәлгән кеше, ғауға тыуҙырмаһа ла, футбол йәки хоккей матчына инеп тотола икән, 25 мең һумғаса штраф түләйәсәк, 15 тәүлеккә хәтлем ябып ҡуйыуҙары ла ихтимал.
Спорт ярыштарын телевизорҙан ғына ҡарарға хоҡуҡлы кешеләрҙең күбеһе Мәскәүҙән. Санкт-Петербург, Орел, Ҡазан, Воронеж, Тула, Дондағы Ростов ҡалаларынан, шулай уҡ Башҡортостандан, Дағстандан, Яҡутстандан да бар ундайҙар. Хатта 21 йәшлек бер ҡыҙ эләккән. Эске эштәр министрлығында аңлатыуҙарынса, Рәсәйҙә үткәрелгән матчтарға инеүҙең йәмәғәт тәртибен һанға һуҡмаған сит ил граждандарына ла тыйылыуы мөмкин.
Үҙен тота алмаған фанаттарҙы рәсми спорт сараларына йөрөү хоҡуғынан мәхрүм итеү хаҡында законға Президент Владимир Путин быйыл июлдә ҡул ҡуйғайны. Хәҙер шулай уҡ матчтарға билет һатып алғанда, стадионға ингәндә паспортыңды күрһәтеү мотлаҡ.