“Өҙөлгәнсе” ҡысҡырмаҺалҡын көндәрҙә генә түгел, йәйге селләлә лә тауышһыҙ ҡалырға мөмкин. Шуға күрә был ғәжәйеп үҙенсәлекле “ҡорал”ды һәр ваҡыт һаҡлап һәм көйлө тоторға өйрәнергә кәрәк. Сирҙәрҙең бөтәһе лә тиерлек тауыштың көсөнә, һығылмалылығына һәм яңғырауыҡлылығына үҙ билдәһен һала. Мәҫәлән, төшөнкөлөк һәм шатлыҡ та, башҡа хис-тойғо кеүек, иң элек тауышта сағыла.
Табиптар әйтеүенсә, ауырыған осорҙа йәки даими көсөргәнеш тыуҙырғанда, тауыш аппараты көсһөҙләнә. Шул уҡ ваҡытта күп кенә һөнәр эйәһенең, мәҫәлән, уҡытыусы, артист, диктор, адвокат, сәйәсмән, табип һәм һатыусы кеүек тауыш менән эшләүселәрҙең был “ҡоралы” һәр саҡ төҙөк хәлдә булырға тейеш. Барлыҡ нескәлегенең һаҡланыуы мотлаҡ.
Тауышты ҡартайғанға ҡәҙәр саф, матур һәм яңғырауыҡлы килеш һаҡлап буламы? Лор-табиптар “өҙөлгәнсе” ҡысҡырмағанда, һыуыҡ эсемлек эсеп йәки туңдырма ашап тамаҡты шештермәгәндә, уның олоғайған көндәргә тиклем хеҙмәт итәсәгенә ышандыра.
Белгестәр һалҡын тейҙереүҙән һәм уның эҙемтәләренән иҫкәртеү маҡсатында тамаҡты сыныҡтырырға кәңәш итә. Бының өсөн бүлмә температураһындағы һыуҙы, көн һайын бер градусҡа төшөрөп, сайҡатыу файҙалы. Ошо һыуға диңгеҙ тоҙо өҫтәгәндә тағы ла һәйбәтерәк. Мәҫәлән, бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ йәки ромашка, бесәй ҡойроғо үләне (шалфей) һәм һары мәтрүшкә һалырға мөмкин.
Тауышты һаҡлау өсөн кәңәш ифрат күп, уларҙы йыбанмай үтә генә. Мәҫәлән, яңы ғына һығып алынған кишер һутын 1:3 нисбәтендә һөткә ҡушырға ла ярты стаканлап көнөнә өс тапҡыр эсергә кәрәк.
* 2-3 аш ҡалағы һөт йәки бер аш ҡалағы бал һалынған йылы һыраны төнгөлөккә эскәндә лә файҙаһы ҙур.
* Ҡайнар һөткә бер аш ҡалағы араҡы ҡойоп, йоҡлар алдынан эсергә була.
* 50 грамм бал һәм 30 грамм коньякка туғылған ике йомортҡа һарыһы ҡушып, көнөнә дүрт тапҡыр бер сәй ҡалағы эсеү һәйбәт.
*Тауыш юғалмаһын тиһәң, сығыш яһар алдынан сей йомортҡа һарыһын 10 грамм аҡ май, 20 грамм шәкәр ҡомон биш тамсы коньякка һалып, туғып эсергә мөмкин.
* Тауышты тиҙ генә ҡәҙимге хәленә ҡайтарыу өсөн үҙең әҙерләгән һуттар һәйбәт (иң яҡшыһы — алма, әфлисун һәм кишерҙән).