Өфө осраҡлы ғына һайланманы25.10.2016
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ХVI “Инновациялы энергетика” Рәсәй энергетика форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Сара “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында үтте.
Ултырыш башланыр алдынан республика етәксеһе һәм Өфөгә эш сәфәре менән килгән Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак ХХII “Йылылыҡ менән тәьмин итеү. Электр техникаһы. Кабель” махсус күргәҙмәһе һәм “Урал энергетикаһы” күргәҙмәһе экспозицияларын ҡарап сыҡты. Бында бөтә Рәсәйҙән 150-нән ашыу компания, шулай уҡ төп халыҡ-ара энергетика холдингтары дилерҙары үҙҙәренең өр-яңы ҡаҙаныштарын тәҡдим итте.
Рөстәм Хәмитов һәм Александр Новак күргәҙмәлә ҡатнашҡан компания вәкилдәре менән импортты алмаштырыу һәм өр-яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Рәсәйҙең энергетика министры әйтеүенсә, форумдың Өфөлә үткәрелеүе осраҡлы түгел.
– Өфө – инновацияларҙың, энергетиканың баш ҡалаһы, нефть сығарыу йәһәтенән генә түгел, сәнәғәте менән дә дан тотҡан биләмә, юғары технологиялы ҡорамалдар етештереү менән дә шөғөлләнә, – тине ул. – Инновациялар күҙлегенән, Башҡортостан – энергетиканы үҫтереү өсөн ҙур ҡеүәткә эйә булған Рәсәйҙәге төп төбәктәрҙең береһе тип иҫәпләйем.