Рәссамыбыҙ Ҡурғанды яулай25.10.2016
Рәссамыбыҙ Ҡурғанды яулай Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның эштәре Ҡурған өлкә художество музейында “Балҡыш” (“Озарение”) шәхси күргәҙмәһенә ҡуйыла. Экспозицияла төрлө йылдарҙағы акварель эштәр күрһәтелә.

Күргәҙмәнең етәксеһе Ольга Луцко әйтеүенсә, сараның атамаһында уҡ Ләйсәндең ижадының асылы сағыла. Ижад итеү автор өсөн рухи үҫештең иң юғары нөктәһенә әүерелә, уның йәшәйешен тәшкил итә. Картиналар рәссамдың күңел, аҡыл торошон, оҫталығын кәүҙәләндерә.
– Ләйсән Рәхмәтуллинаның шиғри акварелдәре сағыу буяуҙар менән һуғарылған. Уның эштәренән яҡтылыҡ бөркөлә, – ти тәнҡитсе Александр Ҡасимов.
Ләйсән Рәхмәтуллина – танылған Өфө авторы, рәссам-акварелист, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы. Ижад юлында ике тиҫтәнән ашыу шәхси күргәҙмә ойошторған. Бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй акварель күргәҙмәһендә ҡатнашҡан Ләйсән тамашасы һөйөүен яулап та өлгөргән.



Вернуться назад