Әсәйҙәргә хөрмәт йөҙөнән25.10.2016
Әсәйҙәргә хөрмәт йөҙөнән Республика Хөкүмәте йортонда күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республикалағы 20-нән ашыу ҡала һәм райондан килгән 50 ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Улар араһында хужабикәләр, эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хат ташыусылар, ауыл эшсәндәре, сауҙа хеҙмәткәрҙәре бар ине.

Башҡортостанда 1998 йылдан биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙе тәбрикләү саралары уҙғарыла. Сабый­ҙарының һаулығы, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше, уларға белем биреү хаҡында даими хәстәрлек күргән әсәләр юғары бүләккә лайыҡ була.
– “Әсәлек даны” миҙалы – үҙенсәлекле награда. Уны алыу өсөн, хеҙмәттәге тырышлыҡтан, оҫталыҡтан, һәләттәрҙән тыш, тәү сиратта оло йөрәкле әсә булырға кәрәк. Республикабыҙҙа 1998 йылдан алып 12 мең әсә ошондай почетлы билдәгә эйә. Бөгөн һеҙ ҙә уларҙың сафын тулылан­дыра­һығыҙ, – тине Салауат Сәғитов, миҙалдарҙы тапшырып.
Тантанаға төрлө биләмәләрҙән килгәйнеләр. Мәҫәлән, Илеш районының Абдулла ауылынан Лилиә Рауилова ғүмерен биш балаһын тәрбиәләүгә арнаған. Өлкән улына – 16, иң кесеһенә тиҙҙән ике йәш тула.
– Был награда – әсәлектең дәүләт кимәлендә баһаланыуына асыҡ дәлил. Әсә булыу – оло бәхет ул, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.
Әбйәлил районынан Минәүәр Хамматованың биш балаһы бар, тиҙҙән алтынсы сабыйын көтә. Иң кесе ҡыҙына – өс йәш.
– Барыһы ла ҡыҙ булыуына ирем бик ҡыуана, шулай ҙа малай тәрбиәләгеһе лә килә, – ти әсә.
Өфөләге Дарыуҙар сифатына контроль һәм сертификатлау буйынса республика үҙәге хеҙмәткәре Юлия Андреева биш балаға ғүмер биргән.
– Ике ҡыҙым, өс улым бар. Иң олоһона – 21, иң кесеһенә – ике йәш. Ҡатын-ҡыҙҙарға теләгем шул: бала табырға ҡурҡмаһындар, бер сабыйҙың янына икенсеһе лә һыя. Ҡатын-ҡыҙға бирелгән иң оло бәхет – ул әсә булыу, – ти Юлия.


Башҡортостанда 1998 йылдан биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙе тәбрикләү саралары уҙғарыла. Сабыйҙарының һаулығы, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше, уларға белем биреү хаҡында даими хәстәрлек күргән әсәләр юғары бүләккә лайыҡ була.


Вернуться назад