Ҡояшҡа ҡарай атлағанда...25.10.2016
Америка яҙыусыһы Ирвинг Стоундың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Ябай аң ике яҡлы уйлай: яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ, татлы һәм әсе, яҡшы һәм яман. Тәбиғәттә иһә ундай ике яҡлылыҡ юҡ. Ғөмүмән, донъяла яҡшы ла юҡ, яман да, ә ысынбарлыҡ менән ғәмәл генә”.


Тәбиғәтте алһаң, унда хатта йылан да яман түгел бит. Әгәр уға үҙең зыян ҡылмаһаң, өҫтөнә баҫма­һаң, ғүмеренә хәүеф килтермәһәң, ул да һиңә теймәҫ. Айыу ҙа тиктомалға кешегә ташланмай, ти һунарсылар. Әлбиттә, шаталаҡла­нып йөрөмәһә инде, йәғни йоҡо алдынан май туплаған ваҡыты булмаһа. Ә бүреме? Уны урман санитары тиҙәр. Ҡорбандың да иң көсһөҙөн һайлай. Ошонда ла тәбиғәт ҡануны күренә: иң көслөләр йәшәүгә хоҡуҡ ала.
Кеше лә ғәмәле менән генә айырыла. Бына саҡ тәпәй баҫып атлап киткән сабый хаҡында бер кем яман йәки яҡшы тип әйтә алмаҫ. Бала үҙе лә әле ундай төшөнсә­ләрҙе белмәй. Ләкин үҫә килә кеше хаҡында уның атҡарған эшенә ҡарап һүҙ йөрөтөрҙәр. Ошонда әҙәм балаһының үҙенсәлеге күҙ алдына баҫа – ул ғына бер юлы изгелек менән яуызлыҡ ҡыла ала. Шул уҡ “Урал батыр” эпосында ла Шүл­гәнде ағаһынан ғәмәле айыра һәм шуға ҡарап беҙ ҙә нимә – яҡшы, нимә яман икәнен яҡынса төҫмөрләй алабыҙ. Урал батыр изге эштең иң ҙурын да күрһәтә – уртаҡ Ер һәм кешелек хаҡына йәнеңде фиҙа ҡылыу.
Тик ниндәй атҡа атланыр әҙәм балаһы – яҡшығамы, яманғамы? Динебеҙгә ярашлы, шуға ҡарап ул Аллаһы Тәғәлә алдында яуап тотасаҡ. Уның ауыҙы ябылып, аяҡ-ҡулдары телгә киләсәк. Береһе – ҡайҙа йөрөгәнен, икенсеһе ниҙәр ҡылғанын һөйләйәсәк. Унан тағы күҙҙәр менән ҡолаҡтарға ла һүҙ биреләсәк. Хатта был осраҡта ла яҡшы менән ямандың юҡлығы күренә – бары атҡарылған эштәр генә икегә бүленеп бизмәнгә һалына. Был йәһәттән динебеҙҙә “изге эштәр башҡа­рыусы, ғәмәл дәфтәрен уң ҡулына алып, шатлыҡтан йөҙө балҡыясаҡ, ә яуызлыҡ ҡылыу­сыларҙың ул һул ҡулына тотторо­ласаҡ һәм йөҙҙәре ҡайғынан ҡара янасаҡ” тип әйтелә. Артабан иһә йән ошо донъяла атҡарғандарына ҡарап үҙ әжерен ала.
Башҡа диндәрҙә лә ошондай уртаҡ­лыҡтар бар. Христиандар, йәһүдтәрҙә лә рухи үҫеш тураһында әйтелә, һәм улар ҙа теге донъяны таный. Хатта ҡабаттан тыуырға самалаусылар ҙа йәндең артабан йәшәйәсәге тураһында һөйләй. Улар ҙа яҡшы менән яман ғәмәлде айыра. Белде­реүҙәренсә, яуызлыҡ ҡылыу­сылар хайуан булып яраласаҡ. Был йәһәттән Ислам диненә ҡәҙәр үк таныш булған Урал батыр ҙа: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ”, — тип өндәгән.
Унан һуң инде йылдар үтеп, ергә Ҡөрьән төшөрөлгәс, Аллаһы Тәғә­ләнең рәсүле лә сәхәбәләрен яҡшылыҡтың башланғысы булырға, ошо йүнәлештә киләһе быуын­дарға миҫал күрһәтергә саҡырған. Ә инде киләһе быуын уларҙың ғәмәлдәрен дауам итһә, ошо эште атҡарған һәр кешенең әжере йәнә уның тәү атҡарыусыһына ла яҙыла, тигән шатлыҡлы хәбәр менән ҡыуан­дырған Пәйғәмбәр. Әгәр берәү яуызлыҡтың башланғысы булһа, унан һуң ҡылынған ошо һәр эштең гонаһы йәнә уға ла яҙыла, тип белдергән.
Ләкин эпоста яуызлыҡ менән изгелекте күрһәк тә, был төшөнсәләр тураһында аныҡ ҡына ниҙер әйтеп булмай. Нимә ул яҡшы һәм нимә ул яман? Яуапты, ахыры, һәр кем үҙ күҙлегенән, күңеленән сығарып ҡайтарыр. Был йәһәттән бер ғалим: “Кешенең күңел үҫеше биш баҫ­ҡыстан тора”, – тип әйткән. Тәүге­һендә уның кеше үҙе тора икән, йәғни кеше үҙен генә уйлай, хәстәрләй. Икенсеһендә – ғаиләһе, өсөн­сөһөндә – милләте. Дүртен­сеһенә ярашлы, ул үҙ диненә ҡараған кешеләрҙе уйлай, уларҙың мәнфәғәтен ҡайғырта. Бишенсе һәм һуңғы баҫҡыста иһә әҙәм балаһы үҙенең ғәмәлен бөтә кешелек өсөн йүнәлтә. Ундайҙар һанына ингән­дәрҙе беҙ бөйөк кешеләр кеүек беләбеҙ. Сафтарына иһә донъя ағымына үҙгәреш индергән шәхестәр теҙелә. Исемдәренән Колумб, Эйнштейн, Аристотель, Сыңғыҙхан, Искәндәр таныш. Ә ошо исемлектең иң башында Мөхәммәт пәйғәм­бәребеҙ тора.



Вернуться назад