Путинды капитан сифатында һынландырмаҡсылар25.10.2016
“Ҡырымдың урыҫ общиналары конгресы” штурвал артындағы капитан Путинға һәйкәл ҡуйырға теләй. Был эштәрен улар киләһе һайлауҙарға – 2018 йылға тиклем тамамларға самалай.
Ошо йәһәттән Конгресс һәйкәлгә аҡса йыйыу хаҡында иғлан иткән. Был хаҡта Ҡырым Республикаһының Дәүләт Советы депутаты Сергей Шувайников матбуғат конференцияһында белдергән.
Владимир Путинға һәйкәлде Симферополь ҡалаһында, ярымутрау менән Рәсәйҙең ҡушылыуында төп роль уйнаған сәйәсмән булғаны өсөн ҡуйырға тәҡдим ителә. Симферополь халҡының йәмәғәт хатында “Күп милләтле Ҡырым ҡатмарлы хәл кисергән мәлдә ватандаштарын яҡлағаны һәм 2014 йылдың 16 мартындағы референдумда демократик һайлауҙарға булышлыҡ иткәне өсөн беҙ уның әһәмиәтен юғары баһалайбыҙ”, — тип әйтелә. Йәмәғәтселек белдереүенсә, был һәйкәл йәш быуындарҙа ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә хеҙмәт итәсәк.
Шувайников әйтеүенсә, Путинға һәйкәл халыҡтан йыйылған аҡсаға ҡуйыласаҡ. Инициаторҙар иһә уны “Рәсәй Президенты Владимир Путинға – Ҡырымдың рәхмәтле халҡынан” тигән яҙыу менән биҙәргә самалай. Дөйөм йыйылышта һәйкәлдең проекты ла ҡаралған. Уны карап штурвалы артында торған капитан итеп һынландырырға ниәтләйҙәр.