Гитара менән күңел ҡылын сирткән шағир25.10.2016
Күптән түгел Нобель комитеты әҙәбиәт өлкәһендә премия лауреатын билдәләне.
Ул – 75 йәшлек шағир-йырсы Боб Дилан.
Боб Дилан һәр шағир кеүек үк туған телендә ижад итә, әммә рифмаға һалынған шиғриәтен бүтән телдәргә тәржемә итеү ҡатмарлығы тыуа. Шул сәбәпле уның, башҡа профессиональ әҙәбиәтселәргә ҡарағанда, үҙ иленән ситтә танылыу мөмкинлеге әҙерәк була. Әммә донъяға йырҙары тарала. Шулай итеп, Дилан һуңғы йылдарҙа юғары сәнғәт өлкәһендәге Нобель лауреаттарын билдәлелек буйынса уҙып та китә. Был йәһәттән уның бер генә конкуренты була – япон Харуки Мураками.
Күптәр иһә Нобель комитетының был аҙымында сәйәси яҡты ла телгә ала. Әйтеүҙәренсә, бының хатта ижтимағи миссияһы ла бар, һәм ул, бөтә донъяға уҡ булмаһа ла, Америкаға туранан-тура ҡағыла. Йәнәһе, Диланды бүләкләп, Европа океан аръяғы иленең ошо мәҙәниәт буйынса йәшәүен күрергә теләй. Был йәһәттән граждандар хоҡуғын яҡлаусы, үҙ өлкәһендә новатор тип танылған, йыр сәнғәтен һаҡлаусы Боб быуындар һәм милләттәрҙең бәйләнешен булдырыусы символ булып таныла.
Әйткәндәй, былтыр әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы Светлана Алексиевичтың “Секонд хэнд ваҡыты” тигән китабы өсөн бирелгән. Ә 2014 йылда был ҙур премия Патрик Модиано исемле яҙыусыға тапшырыла. Жюри “оккупация тормошон асҡаны һәм хәтер сәнғәте менән кеше шәхесенең күренмәгән яҡтарын һүрәтләгәне өсөн” тип билдәләй.