Үткәндәрҙе барлап, киләсәккә юл алабыҙ25.10.2016
Үткәндәрҙе барлап,  киләсәккә юл алабыҙ Миҙгел асыу тантанаһы филармонияның үҙенсәлекле концерты менән башланды. Программаның беренсе өлөшөндә рус халыҡ инс­трументтары оркестры сығыш яһаны.
Быйыл программа Рәсәй киноһына арналды. “Киношлягер”ҙа
филармония солистары оркестрға ҡушылып, ретро-йырҙар, популяр шлягерҙар башҡарҙы, халыҡ яратҡан кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтелде.
Тамашасы Рәсәй киноһының тыуған көнөнән алып хәҙерге заманға тиклемге музыкаль палитраны ҡарап кинәнес алды.


Программаның икенсе өлөшөндә талантлы йәш кинорежиссер Руслан Юлтаев­тың “Өс хат” фильмы күрһә­тел­де. Унда яратҡан артиста­рыбыҙ Зиләрә Юлтаева, Фәр­зәнә Ғөбәйҙуллина, Баш­ҡорт­остандың халыҡ ар­тист­каһы Физәлиә Рәхимова, Гөлнара Йәрмиева һәм Ләйсән Кәри­мова уйнаны. Кино ҡарағандан һуң актерҙарыбыҙ, сәхнәгә сығып, тамашасы менән күҙ­мә-күҙ осрашты. Фильмдың режиссеры Руслан Юлтаев үҙенең алыҫтағы бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаш­ты.
– Был фильм ысынбар­лыҡҡа нигеҙ­ләнеп ҡуйылды. Олатай-өләсәйем Көйөр­гәҙе районының Түбәнге Мотал ауылынан. Был ауыл хәҙер юҡ инде. Олатай һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Бала саҡ­тан өләсәйем һөйләгәндәрен тыңлап үҫтем, йылдар үткәс, шул хәти­рәләрҙән күңелемдә ошо фильм яралды. Яуҙа ятып ҡалған ирҙәрен “бәлки, ҡайтыр” тип көткән өләсәйҙә­ребеҙ хөрмәтенә бағыш­ланыҡ, – тине режиссер.
Стәрлетамаҡ театр-концерт берләш­мәһе директоры Харис Әбдрәхимов, тамашасыларҙы яңы ижад миҙгеле менән тәбрикләп, ижади эшкә байҡау яһаны. Актерҙарға сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныш­тары өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары һәм ҡала мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре профсоюзы коми­тетының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Ә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры иһә ижад миҙгелен Мирхәй­ҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” музыкаль драма­һы менән асты. Бынан 100 йыл элек яҙылған әҫәр бөгөн дә сәхнәнән төш­мәй, халыҡ йөрәгендә йәшәүен дауам итә. Ғәлиә­баныу менән Хәлилдең саф хистәре, улар­ҙың бәхетһеҙ яҙмы­шы, һөйөү өсмө­йөшө... Мәңгелек мөхәб­бәткә арнал­ған был тетрән­дер­гес әҫәрҙе нисә тапҡыр ҡараһаң да ялҡытмай, кире­һенсә, ҡараған һайын ҡарағы килеп тора.
Спектакль тамамланғас та халыҡ, артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмеп, таралы­шырға ашыҡманы. “Ғәлиәба­ныу”­ға яңы ғүмер биргән Баш­ҡортос­тандың һәм Татарстан­дың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаева сәхнәгә сығып, тама­шасыға йөрәк түренән ҡайнар хистәрен еткерҙе.
— Был спектаклдең режиссеры ысынлап та минме икән тип, үҙ күҙҙә­ремә үҙем ышанмай ғәжәпләнеп ултырҙым, – тине ул, һоҡланыуын йәшер­мәйенсә.
Унан һуң яратҡан актри­сабыҙ Рәшит Назаровтың мө­хәббәт тураһындағы шиғы­рын уҡып, сығышын һөйөүгә ар­нал­ған йыр менән тамамланы.
Шул мәлдә күптәр күңеле менән Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаеваның “Ғәлиә­баныу”ына ҡайтып урағандыр, ә ҡайһы берәүҙәр XX быуат башында тыуған әҫәрҙе сәхнә­лә уйнаған олатай­ҙарының, өләсәйҙәренең йәшлеген күҙ алдына килтергәндер...






Вернуться назад