Ниндәй серҙе һаҡлай анализдар?23.03.2012
Ниндәй серҙе һаҡлай анализдар?Тыуғандан алып һәр кемгә медицина анализдары бирергә тура килә: балалар баҡсаһына, мәктәпкә барғанда, ауырып киткәндә. Ҡулға һөҙөмтәләр килеп эләкһә, табип ярҙамынан тыш уларҙың сәләмәтлек торошо хаҡында нимә һөйләүен аңлап булмай. Бөгөнгө маҡсатыбыҙ — ошо анализдарҙың серен асыу. Әммә был ғына мәғлүмәт үҙеңә диагноз ҡуйыу һәм дауа билдәләү өсөн нигеҙ була алмай, ә бары врач менән кәңәшләшеү өсөн өҫтәмә сара ғына.
Ҡан биреүҙең дөйөм ҡағиҙәләренә күҙ һалайыҡ. Ғәҙәттә был сара иртәнге 7 сәғәт 30 минутта башлана. Унан алдағы кистә аҙ ғына ашарға, майлы аҙыҡ-түлектән баш тартырға тәҡдим итәбеҙ, сөнки юғары калориялы аш организмда калий һәм башҡа матдәләрҙе арттырыуға һәләтле. Әммә анализ бирәм тип 48 сәғәттән дә күберәк ваҡыт ашауҙан тыйылыу ҡанда билирубин миҡдарын арттыра. 72 сәғәттән дә күберәк ваҡыт ашамағанда глюкоза кимәле норманан түбәнәйә, ә ирекле май кислоталары һәм мочевина, киреһенсә, арта.
Тикшеренеү һөҙөмтәләренә кире тәьҫир итеүсе сәбәптәр булмаһын өсөн анализ биреүҙән 12 сәғәт алда физик әүҙемлекте сикләү, алкоголле эсемлек ҡулланмау мөһим. Өҫтәүенә 14 көнгә алдан дарыу эсеүегеҙҙе туҡтатып тороғоҙ. Әгәр ҙә был мөмкин түгел икән, лабораторияны һәм врачты иҫкәртеү кәрәк.
Тикшеренеү үткәнгә тиклем тәмәке тартыуҙан тыйылығыҙ, никотиндың ҡанда глюкоза миҡдарын арттырыуы ихтимал. Ғөмүмән, “көйрәтеүселәр”ҙең ҡанында эритроциттар кимәле башҡаларҙыҡынан һәр саҡ юғарыраҡ. Ҡаты сәй һәм кофеинлы эсемлек эсмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Рентген үткәндән һәм физиотерапия процедураларынан һуң бирелгән анализ да дөрөҫлөктө сағылдырмаясаҡ.
Ҡандың биохимик анализы ас көйөнә 8-12 сәғәтлек йоҡонан һуң тапшырыла.
Ҡандың дөйөм анализын ашағандан һуң өс сәғәт үтмәйенсә биреү ярамай.
***
Медицинала иң киң таралған тикшереү сараһы — ҡандың дөйөм анализы. Бик күп сирҙе асыҡлауҙа, диагноз ҡуйыуҙа мөһим сараларҙың береһе ул.
Ошо анализ һөҙөмтәләренә ҡарап, түбәндәгеләрҙе асыҡларға мөмкин: ҡан күҙәнәктәренең һаны һәм сифаты; эритроциттар миҡдары, күләме, формаһы һәм гемоглобин кимәле; лейкоциттарҙың дөйөм һаны һәм уларҙағы төрлө формаларҙың проценттарҙағы сағыштырмаһы; тромбоциттар һаны; эритроциттарҙың ултырыу тиҙлеге (СОЭ).
Һау-сәләмәт кешенең ҡан күҙәнәктәре составы даими. Шуға күрә ауырыу мәлендәге үҙгәрештәр мөһим диагностик әһәмиәткә эйә. Организмдың ҡайһы бер физиологик хәлдәрендә (ауырға ҡалыу, күрем килеү һ.б.) ҡандың сифаты ла, төҙөлөшө лә үҙгәреш кисереүе ихтимал. Хатта туҡланыуҙың да, көсөргәнешле эштең дә йоғонто яһауы мөмкин. Һүҙ ҙә юҡ, бары врач ҡына анализдарҙы ентекләп ҡарағандан һуң һеҙҙең сәләмәтлек торошо хаҡында “хөкөм” сығара ала. Әммә ҡайһы бер төп күрһәткестәрҙе ҡарап, үҙегеҙҙең дә һаулыҡ торошоғоҙға ғәҙел баһа биреү мөмкинлеге бар.
Мәҫәлән, эритроциттарҙың төп өлөшөн тәшкил иткән ҡыҙыл ҡан тәнсәләре — гемоглобиндың кешенең сәләмәтлегендә ниндәй ҙур роль уйнауын яҡшы беләбеҙ. Төп функцияһы — кислородты үпкәнән туҡымаларға еткереү һәм углекислый газды организмдан сығарыу. Түбәндәге таблицаға ҡарап, гемоглобиндың нисә йәштә күпме булырға тейешлеген белә алаһығыҙ.

Йәш Гемоглобин
кимәле, г/л
2 аҙналыҡтан 1 айлыҡҡа 107 — 171
тиклемге сабыйҙа
1-2 айлыҡ 94 — 130
2 — 4 айлыҡ 94 — 141
4 — 6 айлыҡ 111 — 141
6 — 9 айлыҡ 114 — 140
9 — 12 айлыҡ 113 — 141
1 — 6 йәш 110 — 140
6 — 9 йәш 115 — 145
9 — 12 йәш 120 — 150
12 — 15 115 — 150
(ҡыҙҙар өсөн)
120 — 160
(малайҙар өсөн)
15 — 18 117 — 153
(ҡыҙҙар өсөн)
117 — 166
(малайҙар өсөн)
18 — 45 117 — 155
(ҡатын-ҡыҙ өсөн)
132 — 173
(ир-ат өсөн)
45 — 65 117 — 160
(ҡатын-ҡыҙ өсөн)
131 — 172
(ир-ат өсөн)
65 йәштән юғары 117 — 161 (ҡатын-ҡыҙ өсөн)
126 — 174
(ир-ат өсөн)
Гемоглобин кимәлен күтәреүсе сәбәптәрҙе ҡарап үтәйек. Эритроциттарҙың артыуы менән бәйле сирҙәр, ҡан ҡуйырыуы, тыумыштан килгән йөрәк өйәнәге, үпкә-йөрәк эшмәкәрлеге насарланыуы, тәмәке тартыу, физиологик сәбәптәр (мәҫәлән, көсөргәнешле эш, бейек тауҙарҙа йәшәү) ҡыҙыл ҡан тәнсәләрен саманан тыш арттырыуға килтереүе ихтимал. Ҡан юғалтыу, эритроциттар составының боҙолоуы, гемоглобинды синтезлау өсөн уға кәрәкле тимерҙең йәки В12 витамины һәм фолий кислотаһының етешмәүе, үҙенсәлекле гематология сирҙәре анемия тыуҙырыуға сәбәпсе булыуы мөмкин.
Лейкоциттар (аҡ ҡан тәнсәләре) организмды сит-ят матдәләрҙән (токсин, вирус, бактерия һәм юҡҡа сыҡҡан күҙәнәктәрҙән) һаҡлай. Уларҙың һаны көн дауамында төрлө факторҙар һөҙөмтәһендә үҙгәреүе мөмкин. Ҡандың аҡ тәнсәләре кимәле күтәрелеүе ашағандан, көсөргәнешле эштән һуң, стресс кисергәндә, һыуыҡ һәм йылы тәьҫир иткәндә күҙәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙа уның күрем алды осоронда, йөклөлөктөң икенсе яртыһында һәм бала тапҡанда артыуы ихтимал. 16 йәштән өлкәнерәк үҫмерҙәрҙә лейкоциттарҙың нормалағы кимәле — 4,5 — 11 (х 109 күҙәнәк/л), ә оло кешеләрҙә — 4 — 9.
Киҫкен йоғошло сирҙәр (стафилококк, стрептококк, пневмококк, гонококк), ревматизм, ағыуланыу, имгәнеү, тән бешеүе, яман шеш, ҡан юғалтыу, операция үткәреү һөҙөмтәһендә лейкоциттарҙың артыуы (лейкоцитоз) мөмкин. Ҡайһы бер вируслы һәм бактериялы сирҙәр (киҙеү, ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, СПИД һ.б.), ҡан зарарланыуы (сепсис) уларҙың кәмеүенә булышлыҡ итә.


Вернуться назад