Батырҙар тураһында ғына һөйләмәйек...25.10.2016
Йәшекәй ауылында тыуып үҫкән ир-егеттәрҙең күбеһе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм ҡайһы берҙәре яу яланында ятып ҡалған. Билдәле урында ерләнгәндәре лә бар, билдәһеҙҙәре лә етерлек. Тыуған ауылына иҫән-һау ҡайтыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ләкин уларҙың күбеһе оҙаҡ йәшәй алманы, һуғышта алған йәрәхәттәре барыбер үҙенекен итте, ғүмерҙәрен ҡыҫҡартты.

Яҡташтарым илебеҙҙең башҡа һалдат­тары кеүек һис кенә лә үҙҙәрен йәлләп тормаған, бүтәндәрҙән айырылмаған. Уларҙы ла гәзит биттәрендә сағылдырырға, радио тапшырыуҙарында яҡтыртырға һәм телевизор аша күрһәтергә була, ысынлап та кәрәктер ул. Һәр ваҡыт ошо хаҡта уйланам, ни өсөн Башҡортостаныбыҙҙың бар­лыҡ ауылдарынан һуғышта ҡатнашҡан һалдаттарҙы гәзиткә йыш ҡына яҙып сығармаҫҡа?! Айырылып торғандарын ғына түгел, һәммәһенә лә иғтибар кәрәк. Һәр ауыл был һуғышты нисек үткәргән, аҙаҡ нисек көн иткән? Шулар тураһында ниңәлер өндәшмәйбеҙ. Бына минең ауылым бөттө тиеү дөрөҫлөккә тап килә. Йөҙ йыл ғына йәшәй алған... Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 1912 – 1915 йылдарҙа ауыл территорияһы билдәләнһә, 1915 – 1917 йылдарҙа төҙөлөп, бер ғаилә генә Хөкүмәт китабында теркәл­гән.
Ошонда тыуып үҫкән егеттәр 1941 – 1945 йылдарҙа фронтҡа алынған, бөгөн уларҙың балалары ла был донъянан китеп бөтөп бара. Ауылым Йәшекәйемдең юҡҡа сығыуына күп нәмә сәбәп була.
Һарайлы-Моталип ауылынан ғаиләләре менән күсенеп, йорт һалып йәшәгәндәре мәрхүм инде, һуғышҡа алынған һалдаттар бөтөнләй юҡ. Ул заманда үҫмер егет һәм ҡыҙҙар һуғыштан һуңғы төҙөлөштәргә китеп, ситтә оя ҡороп нигеҙләнеп, шунда донъя көттө.
1950 – 1960 йылдарҙа әле һуғыштан ҡайтҡандар механизаторҙар булып, донъя ҡороп, бер аҙ бол йыйҙы, ләкин ауыл халҡы кәмегәндән-кәмей барҙы, йәш ҡыҙҙар ситкә тормошҡа сығып йәшәүен дауам итте. Ә ҡалғандарына бында йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалманы, тирә-яҡҡа күсеп тамыр йәйҙе. Шулай итеп, Йәшекәй ауылы етем ҡалды. Хәҙер ике ғаилә ҡыш сыға, бер нисә ғаилә иһә йәй көндәре ауылға ҡайтып бер аҙ йәшәй, ҡышҡылыҡҡа ҡарттар, бала-сағаһы йәшерәктәре көн итеүе ныҡлы булған урындарына ҡайта. Ә мин ауылыма һирәк ҡайтам, һағынам, мәрхүмдәргә доға ҡылам.





Вернуться назад