Ниәт иткән – теләгенә еткән25.10.2016
Оҙаҡ йылдар дауамында урындағы мәсеттәргә йөрөп, ундағы муллаларҙан дини белем үҙләштергән Ғәзимә Мөхәмәтсадиҡ ҡыҙы 2008 йылда ҡулына дини белем, йәғни абыстайлыҡ тураһында шәһаҙәтнамә ала. Ошо уҡ йылдың көҙөндә уға хаҡ динебеҙҙең бишенсе терәге булған хаж ғәмәлен атҡарыу бәхете насип була. Изге юлда күргән-кисергәндәрен көндәлегенә теркәп, үҙ баһаһын биреп барған хажиә. Көндәлек менән танышыу гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр тигән уй менән, унан өҙөктәр килтереүҙе хуп күрҙем.
2008 йыл. …Бөйөк илаһи көс быйылғы йыл ниәтемә ирештерҙе. Әлхәмдүлилләһи-Раббил-Ғәләмин. Хаж ғәмәлдәрен үтәргә Ҡәғбәтуллаға юл асты.
20 ноябрь йәки йома көнө кис мине ғаиләм изге фатихаһы менән оло юлға – бөйөк Раббыбыҙҙың әмерен үтәргә рәхмәтле сәфәргә оҙатты. Кейәүем Ғаяз машинаһында кәрәкле ергә илтеп тә ҡуйҙы һәм мин ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым менән бергә иртәгәһенә Өфөлә инем инде. “Хәмзә” мәсетенә хушлашыу ашына йыйылдыҡ, өйлә намаҙын уҡыныҡ. Имам-хатип Йосоп хәҙрәт хаж ғәмәлдәрен үтәү тәртибе менән таныштырҙы.
23 ноябрҙә “Хәмзә” мәсетендә йыйылып сәфәр намаҙын атҡарҙыҡ һәм Тулҡын хәҙрәт етәкселегендә ике автобус менән юлға сыҡтыҡ. Автобустар ҙур һәм йылы булды. Юлда өйлә уҡыныҡ. Икенденән алда Татарстан сигенә индек. Ҡазан йылғаһын үтеп, икенде намаҙына туҡталдыҡ. Аҡтаныш районын үткәндә Тулҡын хәҙрәт һөйләгән хәҙистәрҙең бер нисәһен яҙып китәйем: “Иң юғары зекер – лә-иләһә-иллаллаһ! Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһен генә лә дөрөҫ әйтмәһәң, уның өсөн ғазап булыр, ти Аллаһ. Иң юғары зекер: фәзҡуруни лә тәҡфүрун. Аллаһ әйтә: мине онотмағыҙ, мин һеҙҙе онотмам. Мин һеҙҙе ҡыуаныстар, байлыҡ һәм юғалтыуҙар менән һынармын. Сабыр булығыҙ, әжере минән, ти.
Гонаһ тураһында: иң ҙур гонаһ – йөрәк гонаһы. Ул ҡәлб тип атала. Уға керә:
Тоғролоҡто ҡабул итмәү.
Тәкәбберлек.
Күрәлмаусанлыҡ.
Аллаһ юлынан ғилем аша ғына бара алабыҙ. Ғилем — динебеҙ асҡысы. Был донъяла беҙ яратҡан бар нәмә ҡала: байлығыбыҙ, туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ – барыһынан да айырылабыҙ. Аллаһы Тәғәләнең ғилем нуры беҙҙән бер ваҡытта ла айырылмай, ул беҙҙе һәр саҡ оҙатып йөрөй, йәннәткә юл аса...” Хәҙис һуңында күмәкләп зекер әйттек.
24 ноябрь. Сәғәт 5-тә Яр Саллы ҡалаһына барып еттек, Кама йылғаһын үттек. Ҡуйы урман башланды. Түбәнге Новгород ҡалаһы артта ҡалды. Көндөҙгө 12-ләргә Мәскәүгә барып еттек. Ике сәғәт тирәһе таможня үтеп, ниһайәт, Мәскәү – Ҡаһирә самолетына ултырҙыҡ. Самолет ҙур, ике заллы, рәттәрҙә дүртәр ултырғыс. Бик бейек оса – аҡ болоттар әллә ҡайҙа аҫта, аҡ диңгеҙ кеүек, ер күренмәй. Хоҙайҙан именлек һорап, доғалар ҡылабыҙ. Эҫе генә былау, ҡаптарҙа күп кенә ризыҡ бирҙеләр. Сәйҙәре бик тәмле ине. Төрлө һуттар тәҡдим итәләр – теләгәнеңде һайлап ал. Алты сәғәт остоҡ. Ҡаһирә әллә ҡайҙан балҡып ята… Бында тағы ла тикшереүҙәр үтеп, артабан Жиддаға остоҡ. Аэропортта ғөсөл ҡойоноп, ихрамға индек. Ғөсөл ҡойонған душтары таҙа, йылы һыуы өҙлөкһөҙ ағып тора. Анау тиклем халыҡҡа сират тигән нәмә юҡ.
25 ноябрь. Аллаһы Тәғәләгә тапшырып, автобустарҙа Мәккә ҡалаһына юл алдыҡ. Ҡалаға етмәҫ элек хәйер тараттылар, зәм-зәм һыуы, ҡаптарҙа ризыҡ өләшеп сыҡтылар. Сәғәт 12 тирәһендә “Әл-мин-шаи” ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ. Өс сәғәт ял иткәндән һуң тәүәф (кесе хаж) ҡылырға тейешбеҙ. Арытҡан, аяҡтар шешенгән. Ғәмәлемде үтәй алмам тип ҡурҡҡайным, бына мөғжизә – ял иткән арала арыу ҙа онотолған, аяҡтағы шеш тә ҡайтҡан…
Кесе хаж. Ҡәғбәтулланы ете тапҡыр әйләнеп, зәм-зәм эсеп, ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, сәғле ҡылырға барҙыҡ. Мәрүә менән Сафа араһын йүгерә-атлай ете тапҡыр әйләндек. Һәр әйләнгән һайын Зәм-зәмдә таш араһынан сығып ятҡан зәм-зәм һыуына баҫып доға ҡылдыҡ. Сәс толомдарыбыҙҙың осон ҡырҡтырҙыҡ. Кесе хаж тамам.
28 ноябрь. Иртәнге намаҙҙан һуң, “Ғәйшә” мәсетенә барып, ғөсөл ҡойоноп, ике рәҡәғәт мәсет, ике рәҡәғәт ниәт намаҙы уҡып, ихрамға кереп, Әл-Хәрәмгә әсәйем өсөн кесе хаж ҡылырға барҙым һәм ниәтемде үтәнем. Я, Раббым, ҡабул ит, сауаптарын насип әйлә! Ҡунаҡханаға ҡайтҡас, Аллаһ ризалығы өсөн аят уҡытып, хәйер тараттым…
29 ноябрь. Иртәнге намаҙҙан һуң Нур тауына юлландыҡ. Уның оҙонлоғо 10-15 саҡрым булалыр. Башына менеүе ҡурҡыныс – текә ҡая. Әммә тау буйы тулы халыҡ: ҡайһыһы менә, ҡайһыһы төшә. Хоҙайға тапшырып, бер-беребеҙгә ярҙам итә-итә, урыны менән имгәкләп, ял итә-итә тауға үрләнек. Юлдың ике яғында ятҡан зәғифтәр йөрәкте әрнетте. Аллаһ, әсә исемдәре менән ҡулдарын һоноп, хәйер һорайҙар. Улар рәхимһеҙ, иманһыҙ ҡәбәхәт кешеләр тарафынан, ҡолдарының балаларын сабый саҡтарында уҡ зәғифләп, аҡса эшләр өсөн махсус алып килеп һалына икән… Юғарыраҡ, тигеҙерәк ерҙә һатыу итәләр. Аллаһтың рәхмәте менән тау башына менеп еттек... Ике рәҡәғәт намаҙ уҡыныҡ, теләктәр теләнек… Тауҙан ярты көн төштөк…
6 декабрь. Ғөсөлдән һуң ихрамға индек. (Я, Раббым, ғәмәлдәремде имен-аман үтәп, сауабына ирештер инде!). Тулҡын хәҙрәт аят уҡығандан һуң Минаға юлландыҡ. Ике-өс сәғәт тирәһе автобуста барҙыҡ. Палаткалар ҡалаһы. Палаткалар бер иш, шул тиклем күп һәм матур. Ҡарап ҡына йөрөмәһәң, аҙашырға мөмкин. Беҙҙең палатканың ишегенә “Тулҡын” тип яҙылған. Ҡырҡлап кеше шул палаткаға урынлаштыҡ. Ниндәй генә милләт юҡ бында: беҙгә әйтеүҙәренсә, 138 милләт вәкиле йыйылған. Беҙ чечендар менән йәнәш йәшәнек, дуҫлашып киттек.
Буфеттар күп эшләй. Бер кешегә һалынған тәғәмгә өс кеше туйырлыҡ. Бер стакан сәй 1 реал, йәғни ете һум (Мәскәүҙә 40 һум ине). Минала йоҡланыҡ, намаҙҙар уҡыныҡ. Хәҙрәт вәғәз һөйләне:
“Минала күп пәйғәмбәрҙәр ерләнгән. Ошонда Ибраһим пәйғәмбәргә вәхи килә: “Донъя халҡын хажға саҡыр!” Был ауазды хатта әле донъяға килмәгән әруахтар ишетә һәм хаж уларға ла насип булды һәм буласаҡ. Әҙәм ғәләйһиссәләм ерҙең өҫкө өлөшөнән яратылған, шуның өсөн дә яңы тыуған сабый ислам динендә була… Хаж ғәмәлдәрен ҡылыу еңел түгел, әммә шөкөр итергә һәм ошондай бәрәкәтле изге ерҙә йөрөгән һәр аҙымыңдың ҡәҙерен белергә кәрәк. Кемдер тағы килер, кемдеңдер тәүге һәм һуңғы тапҡыр килеүелер. Был ғәмәл – ислам диненең бишенсе терәге, гонаһтан таҙарыныу…”
7 декабрь. Арафатҡа киттек. Унда ла палаткалар күп. Бейек-бейек тауҙар ҙа ташлыҡ. Йылға, күл тигән нәмәне күрмәҫһең, әммә һыуға мохтажлыҡ юҡ… Рәхмәт тауына барҙыҡ. Тау итәген аҡ сәскә күмгәнме ни: шул тиклем кеше күп! Тау нурлы. Тирә-яғына ҡуйылған торба бағаналарҙан һибелгән һыу тамсылары һауаны дымландыра. Тын алыуы еңел. Халыҡ тау итәгендә ятҡан таштарға ултырып, илай-илай теләк теләй…
Ҡояш байығас, Мөздәлифә яланына киттек. Икенде һәм аҡшам намаҙҙарын шунда уҡыныҡ. Яланда йоҡланыҡ. Таш йыйҙыҡ. Ҡояш күренгәс, Минаға киттек, сәй эсеп, ял иттек тә өйлә намаҙынан һуң шайтан мәлғүнгә таш атырға барҙыҡ.
8 декабрь. Ҡорбан салдылар. Сәстәребеҙҙең осон ҡырҡып, ихрамдан сыҡтыҡ. Өс көн байрам. Тейешле тәүәфтәрҙе үтәнек.
11 декабрь. Мәҙинәгә килдек. Юл буйы мәсеттәр. Улар шундай күркәм, уңайлы шарттарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Ҡоба мәсетендә лә булдыҡ. Мөхәммәт с.ғ.в-ның мәсетен күрергә, етмеш сәхәбәнең ҡәберен зыярат ҡылырға насип итте. Хәҙрәт аят уҡыны, күмәкләшеп доға ҡылдыҡ.
13 декабрь. Ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Аэропортта барыбыҙға ла королдең бүләген – “Ҡөрьән Кәрим”, хәҙистәр яҙылған китаптар һәм “Ҡөрьән Кәрим” аяттары менән диск бүләк иттеләр. Шулай итеп, Жидда – Ҡаһирә – Мәскәү – Өфө – Сибай аша 17 декабрҙә имен-һау ҡайтып еттек. Хәҙрәтебеҙ беҙҙе хажи һәм хажиәләр булыуыбыҙ менән ҡотланы…