Кешегә әсә мөхәббәтенең етмәүе – миңә бик таныш күренеш. 30 йәшемдә әсәйем миңә шылтыратмай тип илай торғайным... Хатта шундай ваҡыттар булды, оҙаҡ ҡына дауаханала ятҡан саҡтарымда ла үҙем шылтыратманым, үҙенең килерен көттөм...
Ә ысынында нимә булды һуң? Әсәйҙе юҡһыныуға бәйле һағыштарға бирелеүемме, әллә күңелемдә йәшәгән “бәләкәс ҡыҙыҡай”ҙың ҡәҙерле кешеһен саҡырып илауымы. Мин быларҙы аңлағас ҡына, “өлкәнәйеүемә” төшөндөм.Шул ваҡыттан алып әсәйем бәләкәй сағымда күпме булдыра ала, шул тиклем мөхәббәтте миңә биргәнен, шуға ла хәҙер үҙ-үҙемде хәстәрләй алғанымды аңланым. Шунан һуң инде үҙем әсәйемә шылтыраттым, һәм әсәйем дә миңә рухи ярҙам күрһәтә башланы. Хәҙер әсәйемдең олоғая барғанын һиҙәм. Бөгөн, киреһенсә, минән уға ярҙам кәрәк. Эйе, әлбиттә, мөмкин тиклем уға ярҙам итәм.
Был осраҡта үҙемде бурыслы тип һанайыммы? Юҡ, бары тик уға ярҙам иткем килә. Ә уның мине был донъяға тыуҙырғаны, бәләкәй саҡта биргән мөхәббәте баһалап бөткөһөҙ...
Шулай итеп, әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙе һаман да әсәйегеҙҙең мөхәббәтенә мохтаж тип һанаһағыҙ, шуны аңлағыҙ, был – бәләкәй балалар позицияһы. Өлкәнәйеү ҡыйын, әлбиттә. Тик был бик мөһим, беҙгә өлкәнәйә белергә, атай-әсәйгә үҙебеҙҙең мөхәббәтте еткереп өлгөрөргә кәрәк.
Ни өсөн, тип һораһағыҙ, бәхетле булыр өсөн... Күңелебеҙҙә инде бәләкәй саҡтан йәшәгән әсәйҙәр мөхәббәтен аңлап, мохтажлыҡ кисереүҙән туҡтар өсөн... Атай-әсәй бит беҙгә күпме булдырған, шул хәтлем мөхәббәт биргән, хәҙер инде беҙ барыһын да үҙебеҙ булдыра алабыҙ...
Юнона ДАНКО,
психолог.