“Башҡорт ҡыҙын кәләш итеп алыр инем...”25.10.2016
“Башҡорт ҡыҙын кәләш итеп алыр инем...” Бик күптәр ошо арала “ТНТ-ла бейеүҙәр” шоу-программаһын берсә тулҡынланып та, берсә һоҡланып та ҡарағандыр. Бына һайлап алыу туры барған сәхнәгә сығыр алдынан ике башҡорт һөйләшә. Береһе – миллиондарса бейеү һөйөүселәрҙе берләштергән проектты алып барыусы, гимнастика буйынса донъя һәм күп тапҡыр Европа чемпионы Ләйсән Үтәшева, икенсеһе – донъяға билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев.


Береһенең ҡурайҙа уйнауы, икен­сеһенең күҙ йәше аралаш тыңлауы, туғандарса ихлас ҡосаҡ­лашыуҙары бөтәбеҙ өсөн дә тетрәндергес мәл булғандыр. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен­дәр, ниндәй генә халәттә осрашма­һындар, ике башҡорттоң бер-бере­һенә туғандар­са йылы мөнәсәбәте беҙҙең халыҡтың юғары мәҙәниәтле булыуын асыҡтан-асыҡ күрһәтә, тип әйтә алабыҙ был юҫыҡта.
Ә инде был проектта Нәркәс Юлдашеваның ҡатнашыуы тура­һында бер тапҡыр гәзит уҡыусы­ларҙы мәғлүмәтләндереп өлгөр­гәйнек. Был турала йәнә һүҙ ҡуҙға­тыуымдың сәбәбе шунда: күптән түгел “Бәйләнештә” сайты аша Ҡарасәй-Черкес Республикаһында йәшәүсе дуҫым Артур Долаевтан хат алдым.
Унда ул ТНТ каналынан был проект­ты ҡарауы һәм тап өсөнсө миҙгелгә һайлап алынған Нәркәс Юлдашеваны күреүе тураһында яҙғайны.
“Мин был проекттың алып барыу­сыһы Ләйсән Үтәшеваның башҡорт ҡыҙы икәнлеген белә инем. Был миҙгелдә уға башҡорт халҡының музыка ҡоралында уйнап илатҡан башҡорт уҙаманын күреп бик тет­рәндем. Бик күп илдәрҙә йөрөп, байтаҡ халыҡтар менән таныштым, ләкин бер ерҙә лә ундай ихласлыҡты һәм үҙ милләтенә ҡарата тоғро мөхәббәтте күрмәнем. Йәмғиәттә ниндәй статус биләүҙәренә ҡарамаҫ­тан, телевидение аша тотош ил алдында ҡосаҡлашҡан ике башҡортҡа ҡарап, миндә был милләткә ҡарата айырыуса ихтирам уянды.
Ә инде сәхнәлә ҡурай моңо ыңғайына талғын да, һығылмалы ла бейегән Нәркәс Юлдашеваны күреп, үҙем дә аңлап етмәгән еңеллекте, яҡтылыҡты тойҙом, мине был бейеү төрки халыҡтарҙың тарих төпкөлөнә алып киткәндәй булды. Һәр милләт­тең үҙенә генә хас бейеүҙәре бар, әлбиттә, әммә ҡайһы бер осраҡта ул бейеүҙәрҙе башҡа милләттәр аңлап та етмәй. Ә мин ошо гүзәл башҡорт ҡыҙына ҡарап, ысын матур­лыҡты, ғорурлыҡты һәм мөхәббәт хисен тойҙом. Әйткәндәй, үҙем сноуборд буйынса инструктор булып эшләһәм дә, һөнәрем буйынса журналист һәм шағирмын. Бәлки, шуға ла һеҙҙең халыҡтың юғары кимәл­дәге тәрбиәлелеген һәм камиллығын күрә алғанмындыр, һәр хәлдә, баш­ҡорт ҡыҙын кәләш итеп алырға бик теләр инем. Үҙемдең нәҫелемде көслө һәм камил итеү өсөн...”
Был һүҙҙәрҙе яҙған ҡарасәй егетен мин Ҡазанда үткән Төрки йәштәр фестивалендә осратҡайным. “Фести­валгә килгәс, иң беренсе күрергә теләгән милләт ул башҡорт булды”, – тип көлә үҙе.
Әлбиттә, беҙҙең милләт тураһын­да һәр саҡ яҡшы фекерҙә булдылар һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ... Бигерәк тә Роберт Юлдашев һәм уның ҡыҙы Нәркәс, бөтә донъяға танылған Ләйсән Үтәшеваларыбыҙ кеүек халҡыбыҙҙың аҫыл ул-ҡыҙҙары булғанда!


Вернуться назад