Ниндәйһең һин, заманыбыҙ ҡатын-ҡыҙы?25.10.2016
Ниндәйһең һин, заманыбыҙ ҡатын-ҡыҙы? Милләте яҙмышына битараф булмаған һәр кем был турала уйланалыр, әлбиттә. Әммә бер кемдән дә тәғәйен яуап ишеткән юҡ. Был юҫыҡта рубрикабыҙҙағы бөгөнгө сығыштар ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең фекерен ҡағиҙә рәүешендә белдереүҙән ғибәрәт. Улар – фән кандидаттары, доцент, блогер, күренекле йырсы, кинорежиссер һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Әлбиттә, һәр береһе үҙенең тос фекере арҡылы халҡыбыҙҙы артынан эйәртә алырлыҡ замандаштарыбыҙ. Шуға күрә лә бөгөн Европа мәҙәниәтенә йәки Америка индивидуализмына бирелгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын ниндәй итеп күрергә теләүебеҙ тураһында фекерҙәр менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ.


Зәки ӘЛИБАЕВ:
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙын милләттең әсәһе итеп күрәм. Ә милләттең әсәләре, тарихҡа саҡ ҡына күҙ һалһаҡ, һәр ваҡыт ил ағаларын, ил аталарын тәрбиәләгән.
Мәҫәлән, ил әсәләре тигәндә Салауат Юлаевты, Зәки Вәлидиҙе, XX быуатта Шәйехзада Бабичты, Рәми Ғариповты тәрбиәләп үҫтергән әсәләр күҙ алдына килә. Улар һәр ваҡыт заман менән типә-тиң атлаған, йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе иң беренсе тоя белгән, һиҙгер булған. Бына шуның һымаҡ XXI быуат башҡорт ҡатын-ҡыҙы, беренсенән, ил инәһе кимә­лендә ирекле фекер йөрөтә белергә тейеш. Ниндәйҙер кимәлдә сикләнеп, ҡайһылыр йүнәлештең, бәләкәс кенә ҡалыптарҙың ҡоло булырға тейеш түгел. Рухи яҡтан ҡарағанда, үҙебеҙҙең кимәлде билдәләгән стандарттар бар, ул да булһа “Урал батыр” эпо­сындағы Һомай образы. Әммә, Һомай тигәндән дә, ҡатын-ҡыҙҙы бер ҡасан да рамкаларға индерергә кәрәкмәй, ул шундай-шундай булырға тейеш, шуныһын эшләй белергә, башҡаһын белергә тейеш, тип әйтергә ярамай. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙы бер генә зат менән дә сағыштырып булмай, сөнки уның мөҡәддәс бурысы – ил-йорттоң усағын һаҡлау. Тимәк, аңлы, алдынғы ҡарашлы, ирекле фекер йөрөткән кеше булырға тейеш ул бөгөнгө башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Әлбиттә, ундай ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ булған, бар һәм киләсәктә лә буласаҡ...

Әхәт МӨХӘМӘТОВ:
– Бөгөнгө заман башҡорт ҡатын-ҡыҙы бөтә яҡтан да камиллыҡҡа ынтылырға тырышырға тейеш. Айырыуса, техник аҡыл йәһәтенән, йәки шуға торошло яҡтан. Ә дөрөҫөндә камил кешеләр йәмғиәттең үҫеш кимәленә бәйләнгән. Тәү нәүбәттә ҡатын-ҡыҙ үҙе сәләмәт тормош алып барырға һәм мотлаҡ ир-егеттең яҡшы сифаттарын баһалай белергә тейеш. Сөнки ҡайһы бер егеттәр, ҡыҙҙарға оҡшарға теләп, насар ҡылыҡтар эшләргә тырыша, йәнәһе, ҡыҙҙарға “бандиттар” оҡшай. Ошонан сығып шуны әйтергә була, әгәр бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа тотош йәмғиәттең үҙенән торғанын аңлаһа, ул ниндәйҙер кимәлдә тиҙерәк сәләмәтләнер ине. Халыҡта шулай әйтәләр: ҡылыҡ сәсһәң – ғәҙәт урырһың, ғәҙәт сәсһәң – холоҡ урырһың, холоҡ сәсһәң – яҙмыш урырһың!

Йәмилә ҠАСҠЫНБАЕВА:
– ”Бөгөнгө заман башҡорт ҡатын-ҡыҙы ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауҙы мин “Заман башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас, тәғәйен сифаттар, һыҙаттар” тип үҙгәртер инем. Сөнки тейеш тигән һүҙ ҡатын-ҡыҙҙа ниндәйҙер кәмселектәр йә ҡаршылыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Мәҫәлән, “мин ундай юғары талаптарға тура килмәйем, шуға башҡорт ҡатын-ҡыҙы түгел, берәй ябай икенсе ҡатын-ҡыҙ булам” тигән уй килеүе мөмкин, йәки “мин бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел” тип раҫлауы бар.
Заман башҡорт ҡатын-ҡыҙының иң төп һыҙаты – ул ҡайҙа булһа ла, ҡасан булһа ла, кем менән булһа ла башҡорт булып ҡала белеү. Әсәйең һиңә ниндәй тәрбиә биргән, шуны хилафламай балаларыңа өйрәтеү, шул белемдең ҡәҙерен белеү. Туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү һәм шул һөйөүҙе балаларыңа тапшыра белеү. Был һөйөү ғорурлыҡ, маһайыу хисе түгел, ә ҡәҙимге, тәбиғи, атай-әсәйгә булған һымаҡ һөйөү.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙына оялмаҫҡа һәм ҡыйыу ҙа булырға кәрәк. Мәҫәлән, минең әнейем ҡайҙа барһа ла (магазинда, урамда) кешеләргә башҡортса өндәшә торғайны. Төрки халыҡ уны аңлай, ә аңламағандарға русса әйтә ине. Миндә әле ундай баҙнатлыҡ яралып килә генә.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙына ашауҙа сама белергә кәрәк. Буй-һынын тәртиптә тотһон. Әйберҙәрҙе, аҙыҡты исраф итмәһен, ҡәҙерен белһен. Бынан заман ҡатын-ҡыҙының киләһе һыҙаты килеп сыға, экологик һыҙат: тирә-яҡ мөхитте һаҡлай белеү. Әйберҙәрҙе рациональ рәүештә ҡулланырға, хужалыҡ ҡалдыҡтарын сортҡа айырырға өйрәнергә кәрәк. Әлбиттә, Рәсәйҙә был – башҡа һыймаҫлыҡ ғәҙәт. Әммә ул алдынғы донъя талабы: ҡалған әйберҙәрҙе утилләштереү зарур.
Ғөмүмән, башҡорт ҡатын-ҡыҙының төрлөсә булыуы мөмкин: күп балалы әсә, йә бер ҙә кейәүгә сыҡмаған чайлдфри. Ләкин әгәр ҙә ул намыҫлы итеп, идеялар менән янып йәшәй икән, мин уға “Афарин!” тип әйтергә әҙер.

Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ:
– Минеңсә, башҡорт ҡатын-ҡыҙы тәү сиратта аҡыллы булырға тейеш, сөнки аҡыллы ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла үҙенең бәҫен төшөрмәйәсәк, шул уҡ ваҡытта ирен дә хур итмәҫ. Икенсенән, Мостай Кәрим: “Беҙҙең йөҙ – заман йөҙө, ә киреһенсә түгел”, – тип әйткән бит әле. Шуның кеүек, замана ҡыҙының йөҙө лә таҙа, саф, иманлы булырға тейеш, сөнки киләсәктә балаларына иң абруйлы кеше сифатында өлгө булып торорға тейеш бит. Әйткәндәй, беҙҙең милләтебеҙҙә ундайҙар бар һәм күбәйә, Аллаға шөкөр! Өсөнсөнән, заманаға белем яҡшы, икегә икене ҡуша белмәгән ҡыҙ кемгә кәрәк? Дүртенсенән, хәҙерге заман ҡыҙҙарына Көнбайыш Европанан килеп ингән ғәмһеҙ һәм йәмһеҙ “мода”нан арыныу кәрәк һәм бик тиҙ арала. Бишенсенән, иң мөһиме – күп балалы әсәй булыуҙы маҡсат итеп алырға кәрәк ҡыҙҙарыбыҙға. Миҫал өсөн, һәр ғаиләлә кәмендә биш бала тыуһа, шул саҡта беҙҙең милләттең ырыҫы артыр, бирешмәҫ...

Таңсулпан Бураҡаева:
– Бөгөн беҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлау тураһында уйларға тейешбеҙ. Сәйәсәткә битараф булмау мөһим. Үҙебеҙҙең өлөшөбөҙҙө үҙебеҙ даулап алмаһаҡ, береһе лә килтереп тоттормаясаҡ. Ә инде “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға килгәндә... Башҡорт ҡатын-ҡыҙы донъя йөгөн электән күтәреп килгән, тормош элек тә еңел булмаған, бөгөн дә. Һәр кем үҙенең ниндәй булырға тейешлеген үҙе билдәләй, тормош юлын үҙе һайлай. Шуға ла бөтәһенә лә тап килгән идеал булырға тейеш түгел. Ошо ҡатмарлы заманда һаман да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, эшен дә эшләп, донъя ла көтөп, сәйәсәт, ғилем, ижад өлкәһендә лә дәррәү хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һоҡланырға һәм уңыштар теләргә генә ҡала.


Вернуться назад