“Ауылға кино килде!..”25.10.2016
Киномеханик һөнәренең тәү ҡарамаҡҡа бер ҡатмарлылығы ла юҡ һымаҡ: ҡоролманы ҡабыҙаһың да утты һүндерәһең, ләкин эш рәтен белмәйенсә, тамашасы зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй сифатлы кино күрһәтеү мөмкин түгел. Проекция аппаратына кино таҫмаһын тиҙ һәм дөрөҫ ҡуйырға, тауыш менән күренештең киҫкенлеген көйләргә кәрәк, сөнки яңылышлыҡ китһә, шунда уҡ экранда һәм тамашасы кәйефендә сағыла.


– Эш дәүерендә шул тиклем күп кинокартина ҡарағанмын, хатта ҡайһылары башта буталып бөткән, – тип йылмая 40 йыл эш стажына эйә беренсе категориялы киномеханик, хеҙмәт ветераны Ранис Таиф улы Әхмәтов.
Яҙмамдың геройы сығышы менән Оборона ауылынан. 1965 йылда Кандаковкаға күсеп килгән­дәр. Киномеханик һөнәрен Бәлә­бәйҙә һөнәри-техник училищела үҙләштерә. Уҡып ҡайтҡас, Теплый Ключта эшкә урынлаша. Һуңынан армияға саҡырыла. Унда ла гарнизон клубында киномеханик булып хеҙмәт итә. Германияның Веймар ҡалаһында ике йыл һалдаттарға кино күрһәтә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Кандаковка ауылында киномеханик булып эшләй башлай.
– Коллективта икәү инек: мин һәм билет һатыусы-контролер, – тип хәтерләй Ранис Әхтәмов. – Эш урыным – киномеханик будкаһы. Унда ике кино проекторы тора. Фильмдарҙы әле береһе, әле икенсеһе ярҙамында алмашлап күрһәттек. Бер бүлеген күрһәткәнсе, икенсе аппаратҡа киләһе өлөшөн ҡуйып өлгөрөргә кәрәк. Кино кәтүк­тәрен ҡул станогында урайбыҙ. Әгәр таҫма өҙөлһә, уны йәбеште­рергә тейешһең. Кино барған саҡта өҙөлһә инде, бер-ике минут эсендә ялғап, сеансты дауам итеү шарт.
Ғәҙәттә, көнөнә өс сеанс була торғайны. Балалар өсөн кинолар килһә, залда буш урын ҡалмай, өҫтәп ултырғыстар ҡуйырға тура килә. Ә олораҡтар иһә “Йылға аръяғы урамында яҙ” (“Весна на Заречной улице”), “Чапаев”, “Бейеклек” (“Высота”), “Ҡыҙҙар” (“Девчата”) кеүек совет фильмдарын яратып ҡараны. Шулай уҡ ауыл халҡы “Берәҙәк” (“Бродяга”), “Әфән­де-420” (“Господин 420”), “Үс һәм ҡанун” (“Месть и закон”), “Диско бейеүсеһе” (“Танцор диско”), “Зита менән Гита” тип аталған һинд фильм­дарын үҙ итте. Кешеләрҙең һорауы буйынса уларҙы аҙналар буйы күрһәткән саҡтар булды.
Ранис Таиф улы һөйләүенсә, кино ҡулайламалары ул йылдарҙа һәйбәт эшләй. Фильм күрһәтеү планы даими үтәлә. Аҡса йөҙ про­центҡа йыйыла, шул арҡала квартал һайын премия бирәләр. Фильмдарҙы Үрге Ҡыйғынан машина менән ташыйҙар. Бынан тыш, мәктәптәрҙә һәм ойошмаларҙа фәнни-популяр фильмдар ҙа күр­һәтелә. Ҡайһы саҡ күсмә кино күрһәтеү ҡоролмаһы ла килә.
– Пленкалы фильмдар кадрҙар төшөрөлгән һәм тауыш яҙылған күп ҡатламлы махсус таҫманан тора ине, – тип дауам итә Әхтәмов. – Таҫманың оҙонлоғо киноның ваҡытына туранан-тура бәйле. Ғәҙәттә, өс километр самаһы була. Нисектер шулай фильм таҫмаһын үлсәп ҡарарға булдым һәм һәр кәтүктең уртаса ауырлығы 22-24 килограмм икәнлеген асыҡланым.
Бөгөн Ранис Таиф улы ҡатыны Рәмзиә Халиҡ ҡыҙы менән ғүмер итә. Улар 39 йыл бергә. Балалары үҫеп таралышҡан инде. Йорт ху­жаһы һәр шөғөлгә, бигерәк тә балта эшенә оҫта. Өйөндәге кейем элгестәрен, ултырғыстарҙы ла үҙе яһаған. Буш ваҡытын оҫтахана­һында үткәрә, станоктары ла бар. Уларҙың ихатаһы һәр саҡ тәртиптә, йәйен ҡатыны менән төрлө еләк-емеш, йәшелсә үҫтерәләр.
– Район кино селтәре киномеханиктары һәр саҡ үҙ-ара татыу, дуҫ булды, – ти ул. – Бер-беребеҙгә ярҙам итә, байрамдарҙы бергә үткәрә торғайныҡ. Ул йылдар ха­ҡында яҡты иҫтәлектәр генә ҡалды. 2016 йылды “Кино йылы” тип иғлан иткәндәренә шатмын. Һөнәри байрамыбыҙҙы билдәләнек. Тимәк, онотмайҙар. Халыҡты мәҙәни яҡтан тәрбиәләүгә беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек бит. Ул саҡта Интернет, үҫешкән радио селтәре юҡ ине. Телевизор ҙа... Халыҡ киноға йөрөнө…







Вернуться назад