“Олатайым киномеханик булған”25.10.2016
“Олатайым киномеханик булған” Кино сәнғәте менән бәйле бихисап кешеләр, шәхестәр, хатта тотош быуын тураһында күп итеп һөйләргә мөмкин. Минең олатайым Морат Байбулатов та совет киноһына бик яҡын шәхестәрҙең береһе. Уның һөйләгәндәре әле лә матур хәтирә булып күңелемдә һаҡлана.


Һуғыштан һуң да донъя ауырлыҡ­тары үҙен һиҙҙерә әле. Был осор балаларының бәхетле бала сағы бик иртә урлана. Олатайыма ла үтә иртә ир ҡорона аяҡ баҫырға тура килә. Белем алып, ул тормошта үҙ урынын табырға ынтыла. Һөҙөмтәлә үҫмер 1965 йылда киномеханик ярҙамсыһы һөнәрен үҙләштерә һәм кино сәнғәте өлкәһендә тынғыһыҙ хеҙмәтен башлай.
– Эй, ул саҡтарҙы һағынып һөй­ләргә генә ҡалды, – ти өләсәйем, хәтирәләр ебен һүтеп. – Телевизор юҡ, бөтә ауыл халҡы бер йортҡа ағылыр ине – ул ваҡытта инеү хаҡы 3-5 тин генә ине бит. Кемдер – аҡса, ҡайһы берәүҙәр йомортҡа тотоп килә. Ике, дүрт сериялы киноларҙы бер тында яратып ҡараны халыҡ. Ул ваҡытта клуб тигән нәмә булманы. Шуға ауылдаштар беҙҙең ихатаға йыйыла, хатта өй баштарына менеп ятып ҡарарҙар ине...
Бер көн шулай халыҡ үҙ иткән, яратып ҡараған һинд киноһы килә. Урам эсе кеше менән тула. Бармаҡ төртөр ҙә урын юҡ. Хатта ҡыйыҡ баштары буш түгел. Нәбирә инәй (ул ваҡытта йәш сағы) бер нисә ҡатын-ҡыҙ менән күрше Рәжәп Шәрәфетдиновтарҙың кәртәһенең башына менеп ятып ҡарамаҡсы була. Киноның иң ҡыҙған мәлендә генә түшәм таҡтаһы һына. Һүтелгән ҡыйыҡ менән бергә, сыр-сыу килешеп, күлдәк-итәктәре елберҙәшеп, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа түбәнгә тәгәрәй...
Был йылдарҙа олатайым Асҡарҙан Рәйес һәм Зәйнулла исемле ағайҙар­ға ярҙамсы булып, райондың күп кенә ауылдарында ат ярҙамында кино күрһәтеп йөрөй. Ауыл көтөүсе­ләренән дә һорап торорға тура килә турыҡайҙы, сөнки эш техника менән тәьмин ителмәй. Ҡышҡыһын кино таҫмаларын, ЗИД моторын тейәп, йөрөп күрһәтергә мәжбүр булалар. Ул ваҡытта ут та булмай. Нисек тә яйын табып, моторҙы ҡабыҙып, халыҡты мауыҡтырғыс фильмдар менән ҡыуандырырға ваҡыттарын да йәлләмәйҙәр, тырышып эшләйҙәр. Ауыл халҡы ла уларҙы түҙемһеҙ­ләнеп көтөп ала.
Әлбиттә, ул быуын кешеләренең яҙмышында ғәрәсәтле Бөйөк Ватан һуғышы тәрән эҙ ҡалдыра. Һуғышҡа тиклем өлкән өләсәйемдең тормошо бик күркәм булған. Өлкән олатайым – Әбйәлил районының Булат ауылы егете Сәлихйән Байбулатов менән сәстәрен-сәскә бәйләгәс, Хәлил ауылында төпләнәләр. Бер-бер артлы өс балаға ғүмер бирә улар. Ғәрәсәтле һуғыш башланғанда өлкән ҡыҙҙары Рәмзиәгә – туғыҙ, Фуатҡа – биш йәш, ә бәләкәй Моратҡа ни бары алты ай ғына була.
Өлкән олатайымды һуғышҡа оҙатҡас, өләсәйемә һәм балаларға тормош ауырлыҡтарын күп татырға тура килә. Бер саҡ өлкән олатайым­дың һирәк-һаяҡ хаттары ла килеүҙән туҡтай...
Был көндәрҙән күп йылдар үтеп, өләсәйем ошо нигеҙгә килен булып төшөп, баш-күҙ алғас, Ғәйникамал өләсәйем, һандыҡ төбөндә ятҡан өсмөйөшлө һалдат хаттарын ҡулына алып, “ҡайтыр булһаң, быға саҡлы ҡайтыр инең, күңел көҙгөһө булып, ауыр хәтирә һаҡлап яттығыҙ, әйтә­гүр”, тип егерме йылдан ашыу һаҡ­лан­ған хаттарҙы янып торған усаҡҡа ырғыта. Их, өсмөйөшлө һалдат хаттары, ниҙәр генә яҙылған булды икән уларҙа?.. Бик үкенесле...
Заманалар ыңғай яҡҡа үҙгәреп, өйҙәрҙә телеви­зорҙар күренә башла­ғас, таҫмалы киноға иғтибар яйлап кәмей...
Һәр быуындың хәтирәләренән тыш эшмәкәрлеге, ҡылған ғәмәлдәре оло бер китап яҙырлыҡ йәки кино төшө­рөрлөк. Мин әле киномеханик Морат­тың бер бәләкәс кенә хәтирәһен тергеҙергә булдым. 1957 йыл­да кол­хозға ҡабул ителгән олатайым төрлө эштә эшләй, шул уҡ ваҡытта сәнғәткә, мәҙәниәткә һәм әҙәбиәткә һөйөүен һүрелтмәне, киреһенсә, төрлө китаптар уҡып, фекерләү ҡеүәһен арттырҙы, камиллыҡҡа ынтылды.
Ҡулымда – олатайымдың хеҙмәт кенәгәһе. Был документта мин асыҡ йөҙлө, эскерһеҙ күңелле, шаян һүҙле, тыныс тәбиғәтле, алтын ҡуллы олата­йымдың яҡты һынын күрәм, уның төҫө итеп һаҡлайым. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, ҡаты ауырыуҙар арҡаһында фани донъяларҙы бик иртә ҡалдырып китте шул ғәзиз кешем. Ниндәй тырыш, күптәргә өлгә булған ул! Дүрт балаға ғүмер биреп, өләсәйем менән иңгә-иң терәп йәшәнеләр, матур итеп донъя көттөләр. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡыптырлап нимәлер эшләп йөрөнө, тик ултырманы.
– Тормош һуҡмаҡтарым сыуалып, яҙмыш алдыма оло кәртәләр ҡуйған­да ла, мине ҙур кеше итеп күрҙе атайым, – тип иҫкә ала әсәйем. – Юғары уҡыу йортон тамамлап ҡулы­ма диплом алғас, уның ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Хәйер, һәр беребеҙҙең уңышы уның өсөн оло кинәнес булды.






Вернуться назад