Өс бер туған – бер һөнәр25.10.2016
Өс бер туған – бер һөнәр Мин киноның ауыл кешеһе өсөн берҙән-бер тиерлек сәнғәт төрө булған мәлен яҡшы хәтерләйем. Әлбиттә, халыҡтың һәр төрлө байрам уңайынан үҙ көсө менән ҡуйған концерттарынан тыш ҙурыраҡ ҡасабаларға күрше-тирә ҡалаларҙан, башлыса Сибайҙан театр килә торғайны былай, әммә бик-бик һирәк.
Колхоз эшенән нисек кенә арымаһындар, көтөүҙән ҡайтҡан мал-тыуарын ҡараштырыр ҙа кеше эркелешеп клубҡа ағылыр ине. Беҙ, балалар, күберәк иҙәнгә теҙелешәбеҙ йәки өйҙән ултырғыс алып киләбеҙ. Киноға кереү беҙҙең өсөн – биш, ә өлкәндәргә егерме тин, ҡайһы берәүҙәр аҡса урынына йомортҡа тотоп килә. Тамашасылар кино геройҙары менән бергә көлә, бергә илай. Фильмдағы хәл-ваҡиғала бөтәбеҙ ҙә ҡатнашабыҙ, кемделер әрләйҙәр, кемеһендер йәлләйҙәр.



Йөрәктәрҙе тетрәткес йылдар

Ә инде һинд фильмы килтерһәләр, клубҡа яҡын барырлыҡ булмай. Матур, тоғро мөхәббәт, һылыу ҡыҙҙар һәм егеттәр, иҫ киткес моңло йырҙар, хис-тойғоно сағылдырған бейеүҙәр…Һиндостанда тормош шулай сағыу, бай, ә кешеләр илаһи мөхәббәткә һәләтле кеүек тойола ине. Һуңынан, күп йылдар үткәс кенә, беҙ һинд халҡының башлыса фәҡирлектә көн итеүен, ә йөрәктәрҙе тетрәткес һөйөүҙең унда ла бик һирәк күренеш булыуын беләсәкбеҙ. Ә әлегә… беҙ киноға ғашиҡ. Ундағы геройҙар менән бергә яна-көйәбеҙ, яратабыҙ, күрә алмайбыҙ.
Үҫә төшкәс, кино актерҙарының фото­һүрәттәрен йыйыу менән мауыға башла­ныҡ. Һәр беребеҙҙең яратҡан актер-актрисаһы була торғайны, ә ҡайһы берҙәребеҙ актерҙарға ысынлап ғашиҡ булғыланы.
Хатта ауылға телевизор килгәс тә, халыҡ киноға йөрөүен ташламаны. Кейенеп-яһанып клубҡа киноға барыу үҙ-ара аралашыу сараһы ла, осрашыу урыны ла ине ул замандарҙа. Студент саҡта Өфөләге “Родина” кинотеатры иң ҙуры һәм матуры булды. Сеанс башланыр алдынан йыш ҡына кескәй концерт ҡарар инек. Композитор Рим Хәсәновты мин беренсе тапҡыр шунда сығыш яһағанында күрҙем, “Әҡлимә” йырын да шунда ишеттем. Әбйәлилдең Салауат ауылынан Әҡлимә исемле бик матур ҡыҙ медицина институтында уҡып йөрөй ине, миңә ниңәлер әлеге йыр яҡташым Әҡлимәгә бағышланған кеүек тойола торғайны.
Бер ваҡыт “Родина”ла “Бей первым, Фреди!” тигән фильм ҡарарға насип булды. Тупаҫ көстөң, әҙәм туҡмауҙың шулай тәфсирләп күрһәтелеүен беренсе ҡат күреүем ине, асыуыма сыҙамай, “Ленинец” гәзитенә емергес рецензия алып барҙым. Әлбиттә, баҫманылар, ул заманда киноны тәнҡитләү модаға инмәгәйне әле.
…Бөгөн беҙ киноға йөрөмәйбеҙ. Һәр беребеҙҙең йортонда – “кинотеатр”: теле­визор, Интернет, өй театры һәм башҡалар. Элекке кеүек үҙ-ара аралаша һалып та бармайбыҙ, тәүлек әйләнәһенә тиерлек телесериалдар аша байҙар тормошон күҙәтәбеҙ, Көлһылыуҙың нисек итеп бат­шабикәгә йә бүтән берәүгә әүерелеүен ҡарайбыҙ. Ҡайһылай байығырға өйрәнә­беҙ. Әммә арабыҙҙа кино ҡарап ҡына байыҡҡан әҙәмдәр һаман күренмәй, киреһенсә, фәҡирлек һаҙлығына бата ғына барабыҙ… Быныһы һүҙ ыңғайы ғына.
Тағы бер нәмә ғәжәпләндерә: нанотехнология заманында, техника һәм башҡаһы алға киткән мәлдә (?!) фильмдар бик түбән сифатлы, бер үк сюжеттар ҡабатлана, кадр өҫтөнә кадр китә, актерҙарҙың дикция­һы бик алама, өҫтәүенә берәүһе лә хәтерҙә ҡалмай. Төҫ-башҡа ла бер иштәр, әйтер­һең, игеҙәктәрҙе һайлайҙар. Юғары сифатлы төшөрөлгән яҡшы фильмдар ҙа осрап ҡуя, әммә һирәк…
…Рәсәй киноһы йылын иғлан итеү насар түгел, әлбиттә. Артабан ни булыр – тормош күрһәтер. Ә мин ғүмерҙәрен ана шул сәнғәт төрөнә бағышлаған һөнәр эйәләре хаҡында һөйләргә теләйем.

Бер туған
киномеханиктар

Мәрзиә менән Бүребай Моталовтарҙың ғаиләһе бик үҙенсәлекле. Мәрзиә апай заманында хәрби хеҙмәткә барып, ярты йыл армияла йөрөп ҡайтҡан. Һуңынан ғүмерен һатыусы эшенә бағышлаған. Әсә­йем менән сауҙа өлкәһендә бер заманда эшләне улар. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бүребай ағайҙы иһә “Мичурин” тип йөрөтәләр. Уҡытыусы булараҡ, ул тәүҙә ғаиләһе менән ауылдан ауылға күсенеп йөрөй. Әсәһе Аусафкамал, дини һәм тура һүҙле кеше, бер ваҡыт улына: “Ҡасанға тиклем шулай ил гиҙеп йөрөмәксеһең? Төплән ауылға, әҙәмсә донъя көтөгөҙ”, – тигән шарт ҡуя.
Тыуған ауылдары Ҡаҙмашта төпләнеп, Моталовтар матур итеп донъя көтә башлай. Бүребай ағайҙың күптәнге хыялы бойомға аша: ул баҡса шөғөлөнә бирелә. Сер түгел, беҙҙең халыҡ хатта бөгөн дә баҡса тип әллә ни иҫе китеп бармай. Ә райондың сағыштырмаса һыуыҡ климатлы Ҡаҙмаш яҡтарында, ғөмүмән, асыҡ һауала емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп булмай тиерлек.
Ҡатмарлы һауа шарттарында ғаилә һәр төрлө йәшелсә, емеш-еләк үҫтергән. “Кәбеҫтәне генә атайым йөҙәр төп ултырта торғайны”, – тип хәтерләй балалары. Татыу, эшһөйәр ғаиләлә алты бала буй еткерә. Шуларҙың өсәүһе киномеханик һөнәрен һайлай. Өлкәндәре Зөһрә һиге­ҙенсе кластан һуң хеҙмәт юлын һатыусы булып башлай. Бер ваҡыт әсәйҙәре Мәрзиә апай гәзиттә иғлан күреп ҡала ла ҡыҙын киномеханиктар училищеһына барырға өгөтләй башлай.
– Һигеҙенсене бөтөргәс, һеңлем Динәне, йәнә туғыҙ егет менән ҡыҙҙы эйәртеп, сығып киттек Бәләбәйгә, – тип хәтерләй бөгөн хеҙмәт ветераны, Рәсәйҙең почетлы кинематографисы Зөһрә Бүребай ҡыҙы. – Ул саҡта район кино селтәре директоры Нәғимйән ағай Нурғәлин ине. Ә беҙ уҡып ҡайтыуға Ғәли ағай Ғайсин эшләй башла­ған. Хәтерләүемсә, эштәренә мөкиббән бирелгән һәйбәт ағайҙар ине улар. Уҡып ҡайтҡас, мине Ҡырҙас ауылына, һеңлем Динәне Рыҫҡужа менән Ҡаҙмашҡа эшкә ебәрҙеләр. Бер йыл эшләгәндән һуң Ғәли ағай миңә: “Беҙгә юғары квалификациялы белгестәр кәрәк, уҡырға ебәрәбеҙ һине”, – тине. Ни эшләргә? Аҡса булмаһа ла, сағыштырмаса етеш кенә йәшәйбеҙ ҙә бит, балалар күмәк, заманы ла еңелдән түгел. Ҡышҡы пальтомды һикһән һумға һатып, Дондағы Ростовҡа юл алдым. Ә унда-а-а… Негрҙар, монголдар, колумбтар, тағы әллә ниндәй милләт вәкилдәре. Миңә ҡыҙыҡ. Русса белмәйем, бар хәлемсә тырышам инде былай. Уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Улар миңә шул тиклем ярҙам итте.
Зөһрә һайлаған һөнәр еңелдән булмай. Кино ҡоролмалары техникаһын файҙала­ныу кеүек ябай булмаған һөнәрҙе үҙләш­терергә тура килә уға. Ятаҡта йәшәйҙәр, утыҙ һум самаһы стипендия алалар, ул аҡсаға ҡайҙалыр барыу, аралашыу мөмкин түгел. Хәйер, ваҡыттары ла юҡ. Русса аңлата алмағанын Зөһрә ҡул хәрәкәттәре менән еткерә. Тора-бара рус телен дә, күберәк ир-атҡа яҡын булған һөнәрҙе лә үҙләштерә. Өс йыл ярымдан район кино селтәренә техник етәксе булып ҡайта. Бығаса Әбйәлилдә булмаған һөнәр эйәһе эште ҡайҙан, нисек башлап китергә белмәй бер аҙ ҡаңғырғандан һуң тәүҙә коллектив менән, һәр береһенең эше менән яҡындан танышырға ҡарар итә.
– Баш бухгалтер Мәрғүбә апай Суфиянова, директорыбыҙ Ғәли ағай Ғайсин кәңәштәре миңә бик ныҡ ярҙам итте. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған кешеләр тупланғайны кино селтәрендә. Рифмир ағай Шәйбәков слесарь булып эшләй. Район буйынса иллегә яҡын киномеханик, тора-бара унан да артып китте. Конспект­тарҙы ҡат-ҡат уҡып, йыллыҡ план төҙөп алдым. Был миңә бик ярҙам итте. Репертуар һайларға өйрәндем. Кинопрокат Баймаҡта ине.
Әйткәндәй, репертуар һайлау килем буйынса план үтәлешенә туранан-тура бәйле. Ул замандарҙа тамашасылар һинд фильмдарына, мажаралы һәм патриотик кинофильмға айырыуса күпләп йөрөнө. Зөһрә клубтарҙың торошон, кино ҡорамал­дарының эшен ентекле тикшерә, бәләкәй ауылдарҙа ла кино күрһәтелә башлай. Яҙғы баҫыу эштәре, ураҡ мәлдәрендә агитбригада ҡырҙар буйлап йөрөй. Шулай итеп, ауыл эшсәндәре ҡыҫҡа ял ваҡытында киножурналдар ҡарау мөмкинлеге ала. Әленән-әле район гәзитендә теге йә был фильм хаҡында реклама бирелә, Асҡарҙа, Михайловкала кино университеты эшләй. Талапсан, бер һүҙле, үҙ эшенең оҫтаһы булған Зөһрәнән киномеханиктар ғына түгел, килә-китә торған директорҙар ҙа күп нәмәгә өйрәнә. Ләкин белер-белмәҫ көйөнә уның эшенә ҡыҫылып, дөйөм эшкә аяҡ салыусылар ҙа табыла.
Әбйәлил кино селтәре Зөһрә Моталова-Хәкимова эшләгән дәүерҙә республика буйынса тәүге биш урындан төшмәй. Хатта бер саҡ күсмә Ҡыҙыл байраҡҡа ла лайыҡ булалар. Һәр клубта “Киномеханик мөйө­шө” булдырыла, үҙ-ара ярыш ойошторола. Зөһрә Бүребай ҡыҙы кадрҙар әҙерләүгә лә етди иғтибар бүлә.
– Иптәшем Раил менән уның тыуған ауылы Дауытта йорт һалырға булып киттек. “Йә эшең, йә ғаиләң”, – ти бит Раил. Район үҙәгенән яҡын ғына булһа ла, юл байтаҡ ваҡытты ала, етәксе эше күп көс талап итә. Шулай аптырағанда, бухгалтер апай: “Өйөңдө һалып бөткәнсе Дауытҡа киномеханик булып күс”, – тип кәңәш бирҙе. Ә инде 2003 йылда хаҡлы ялға сыҡтым…
Зөһрә менән Раил Хәкимовтарҙың донъяһы һоҡланып туймаҫлыҡ, “ялт” итеп тора. Бында инде хужабикәнең ғорурлығы – баҡса. Атаһы Бүребай ағайҙан күскәндер Зөһрәгә ергә, баҡсасылыҡҡа, тәбиғәткә һөйөү. Йәшелсә, еләк-емештең ниндәй генә төрө үҫмәй бында! Бөтә нәмә күкрәп сәскә ата, мул уңыш бирә. Йәйрәп ятҡан баҡсала бер генә ҡый үләне лә күрмәҫһең. Ун биш йыллап инде Зөһрә Бүребай ҡыҙы дин тота, доғалар уҡый, улдары Димгә, ейәндәре Иҙелгә, Ильясҡа, Арыҫланға тормош ҡағиҙәләрен өйрәтә.
– Ейәндәрем шахмат, шашка уйнай, намаҙ ҙа уҡый, – ти оло ғорурлыҡ менән ихтирамлы өләсәй.
Тормош йәмен намыҫта, тырыш хеҙмәт­тә күргән игелекле күңелле Зөһрә Хәки­моваға киләсәктә лә ғаиләһе менән имен тормошта йәшәргә, баҡса емештәре менән барыһын да ҡыуандырырға яҙһын.

Динә

Зөһрә апаһына эйәреп, ҡасандыр Бәләбәйгә юл тотҡан Динә яратҡан һөнәренә 38 йыл ғүмерен бирә. Ике ауылда берсә киномеханик булып эшләгән ҡатын кинотаҫма ташыу, бүтән төрлө йомош-фәләнен үтәү өсөн хатта мотоцикл һатып ала.
– Әсәйем миңә лә “киномеханикка бар уҡырға” тине. Ипләп кенә апайымдың ҡулына ҡарайым: таҙамы икән тип. Һайлаған һөнәрем тора-бара оҡшап китте. Яңы фильм алып ҡайтһам, Ҡаҙмашта ла, Рыҫҡужала ла бер көндә берәр сеанс ҡуям, ә киноны бер-ике көнгә генә бирәләр. Киноға бәйле күп ҡыҙыҡлы хәлдәр иҫтә ҡалған. Рыҫҡужала Ғәпсәләм Баҡыев ағайҙың ғаиләһендә ун бала ине. Етешер-етешмәҫ тормош, ә киноға ғаилә менән йөрөйҙәр. Ҡаҙмашта Камилә менән Хәбил Ахуновтар булды. Киноға көн дә киләләр. Гел бер урында ултырып ҡарайҙар. Һуҡыр Хөснә апай Йәһүҙина бер кино ла ҡалдырманы. Ҡыҙы етәкләп алып барыр, етәкләп алып ҡайтыр ине. Тағы отчет биреүҙәр иҫтә. Буран булһынмы, һыуыҡмы – ат егеп Асҡарға отчет бирергә йөрөйбөҙ. Тәүге ирем үлеп ҡалғас, миңә кино ташырға ярҙам иткән Әхмәт Ҡаһарманов менән яҙмышыбыҙҙы бәйләнек, – тип һөйләй беренсе категориялы киномеханик, хеҙмәт ветераны Динә Асманова.
Ғаилә традицияһын Динәнең ҡыҙы Гүзәл дауам итә яҙып ҡуя, хатта Бәләбәйҙә уҡып та ҡайта. Заманалар үҙгәреп, киноның элекке әһәмиәте кәмегәс, сауҙа эшенә күсә.
– Үҙ эшенә яуаплы ҡараған киномеханик булды, халыҡты мәҙәниәт усағы тирәләй берләштерә белде ул, – тип бөгөн дә хөрмәт менән хәтерләйҙәр ауылдаштары Динә Бүребай ҡыҙын. – Район Советына, шулай уҡ ауыл Советына депутат итеп тә һайланды.
Динәнең балалары инде үҙаллы тормош менән йәшәй, алты ейән-ейәнсәрҙәре бар.
– Йомортҡаға ла индерә инек киноға, планды үтәргә кәрәк бит. Өйҙән өйгә йөрөп билет һатҡан саҡтар ҙа булды, – тип иҫкә ала үткәндәрҙе Динә.
Бөгөн уның мауыҡҡан шөғөлө – дебет. Үҙе эшкәртә, үҙе бәйләй. Ул бәйләгән мамыҡ шәлдәр күҙ яуын алырлыҡ. Әйткәндәй, Моталовалар бөтәһе лә бәйләү, тегеү эшенә оҫта.

Диләфрүз

Бәләбәйҙә уҡып ҡайтҡандан һуң Диләфрүз тыуған ауылым Юлдашта киномеханик булып эшләп алды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен тырыш, эшлекле яҡтан күрһәткән ҡыҙҙы район үҙәгенә һоратып алдылар. Юлдашта Диләфрүз үҙенең мөхәббәтен осратып өлгөргәйне, Ишбирҙене армияға оҙатып ҡалды. Зөһрә апаһының өгөтө менән Дондағы Ростовҡа барып, өс йыл уҡып ҡайта. Йүнәлтмәне үҙе яҡын күреп өлгөргән Юлдашҡа ала һәм ауылға киномеханик, клуб мөдире булып ҡайта.
Юлдаш ауылында Диләфрүз тәүге киномеханик булды. Уға тиклем фильмдарҙы ситтән алып килеп күрһәтә торғайнылар. 1981 йылда Диләфрүз менән Ишбирҙе ғаилә ҡороп ебәрҙе һәм бына 35 йыл инде матур итеп донъя көтәләр. Ул арала бер ҡыҙ, бер ул үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығарҙылар. Дилара уҡытыусы һөнәрен һайланы, әлеге мәлдә район полицияһы хеҙмәткәре Радмир ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй.
Ә эшен Диләфрүз Бүребай ҡыҙы бөтә күңелен биреп башҡарҙы. Юлдаш һәм Таҡһыр ауылдарында кино күрһәтеү өҫтөнә, һәр төрлө мәҙәни саралар ойоштороу, халыҡҡа боронғо матур йолаларҙы ҡайтарыу, байрамдарҙы кешеләр күңелен­дә ҡалырлыҡ итеп үткәреү буйынса ул районда иң алдынғы клуб мөдирҙәренең береһе ине. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә ҡалҡҡан обелиск та Диләфрүздең тырышлығы менән ҡуйылды. Ауыл Советына депутат итеп һайлағастары, башҡараһы эштәре лә арта төштө, яуаплылыҡ та өҫтәлде.
Барыбыҙҙың да хәтерендә, бер ваҡыт кешелә аҡса бөттө. Уңған киномеханик киноға йомортҡа һәм картуфҡа индерә башланы.
– Яҙып та индерә торғайныҡ тамаша­сыларҙы. Клубҡа матур итеп кейенеп-яһанып килеү, сеанс башланғансы хәл-әхүәл белешеп, яңылыҡтар менән алмашыу – үҙ-ара аралашыу ысулы ғына түгел, халыҡтың мәҙәнилеген үҫтереү юлы ла ине. Хәҙер кешеләргә аралашыу етешмәй, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Диләфрүз Язарова. – Ул заманда тәртип булды. Кеше бер-береһенә иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ ине.
Күптән түгел үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән Диләфрүз Бүребай ҡыҙы ла инде хаҡлы ялда. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул да “Рәсәйҙең почетлы кинематографисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған хеҙмәт ветераны.
Бер туған Моталовалар (хәҙер иһә Хәкимова, Асманова, Язарова) өсөһө лә – беренсе категориялы киномеханик.
Мәрзиә менән Бүребай Моталовтарҙың башҡа балалары ла лайыҡлы тормош юлы үткән. Ҡыҙҙары Зилдә Зәйнуллина оҙаҡ йылдар клуб мөдире булып эшләне, райондың данлыҡлы “Йәшлек” бейеү ансамблендә бейене, иптәше Марс менән уңған, аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтерҙе.
Кинйәләре Зәүрә иһә медицина юлын һайланы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, тормош юлдашы Салауат менән Ҡариҙел районының Яҡуп ауылында гөрләтеп донъя көтә. Ғаиләләге берҙән-бер малай Валерий ҙа эшһөйәр булып үҫте, оҙаҡ йылдар колхозда комбайнсы, шофер булып эшләне.
Мин һеҙгә бер ояла тыуып үҫеп, ата-әсәнән күркәм тәрбиә алып, артабан да тормош юлын лайыҡлы дауам итә алған бер туған Моталовтар хаҡында ҡыҫҡаса ғына бәйән иттем. Туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп, тормошта бер-береһенә ихлас ярҙам итеп, атай-әсәйҙәренең васыятына тоғро булып йәшәй бер туғандар…





Вернуться назад