Урындағы үҙидара эшенә баһа бир21.10.2016
“БР тауышы” порталында республика халҡына бирелгән һорауҙарға яуап алыу дауам итә. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында йәшәүселәргә 2016 йыл йомғаҡтары буйынса муниципаль берәмек хакимиәттәренең, шулай уҡ халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың эш һөҙөмтәләрен баһалау мөмкинлеге бирелә.

Интернет аша һорау биреү “Асыҡ Республика” системаһына ингән “Башҡортостан Республикаһы тауышы” порталында 2016 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә. Унда ошо порталда теркәлгән һәр кеше ҡатнаша ала:https://golos.openrepublic.ru/polls/39/. Бының өсөн Интернетҡа тоташҡан компьютерың йәки кеҫә телефоның булыу етә.
Был сара урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлегендә һөҙөмтәлелектә арттырыу маҡсатында Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы указдарына ярашлы ойошторолдо. Һөҙөмтәләр менән сара тамамланып, “Башҡортостан Республикаһы тауышы” порталында уға йомғаҡ яһалғандан һуң танышырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.


Вернуться назад