Алтынға бәрәбәр хеҙмәт21.10.2016
Алтынға бәрәбәр хеҙмәт З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ғалим Рим Янғужиндың “Революцияға тиклемге Рәсәйҙә башҡорттарҙың хужалығы” исемле китабы донъя күрҙе. Әйткәндәй, был фәнни хеҙмәт бер нисә тапҡыр нәшер ителә.
Яңыраҡ Ырымбур ҡалаһында Каруан­һарай тарихи-архитектура ҡомартҡыһы асылыуға 170 йыл тулыу уңайынан тантаналар булып үтте. Иҫән булһа, Рим Зәйниғәбит улы ошо байрамдың уртаһын­да ҡайнап йөрөр ине. 1996 йылда “Китап” нәшриәтендә Гөлназ Данилова менән авторлыҡта улар “Каруанһарай” тигән китап сыға­рыуға өлгәшкән. Унда мәшһүр башҡорт йорто асылыуға тиклемге бар тарих өйрәнелгән. Каруанһарайҙы төҙөү ниәтенән алып, төҙөлөш хаҡындағы материалдар, хәрби губернатор В. Пе­ровский­ҙың хәстәр­ле­ге, башҡорт халҡына булған яҡшы мөнәсә­бәтенең сағылышы булған рәсми хаттар, башҡорт шағирҙа­рының шиғырҙары урын алған. Бына был йыйынтыҡты ла Башҡортос­тан Рес­публикаһының 100 йыллығын билдә­ләү уңайынан яңынан нәшер иткәндә һис насар булмаҫ ине. Унда күпме рухи, документаль байлыҡ һаҡлана.
Ноябрь айында Рим Зәйниғәбит улының тыуыуына 75 йыл тула. Ул – та­рихҡа, башҡорт халҡының тарихын өй­рәнеүгә ғүмерен бағышлаған ғалим. Уның фиҙакәрлеге күптәргә өлгө. Р. Ян­ғу­жиндың һәр мәҡәләһе, моног­рафияһы ялан-тикшереү эштәренә нигеҙләнеүе менән ихтирамға лайыҡ. Яҙмаларында буш һүҙ һөйләү, бер фәнни эште күсереп, икенсеһенән йолҡоп алыу юҡ. Ул үҙ халҡының йәшәйешен өйрәнеп, донъя этногра­фияһы өсөн яңы, ҡыҙыҡлы донъя асҡан. Бөгөн уның монографиялары алтынға бәрәбәр. Һанап китһәк тә, моғайын, зыян булмаҫ (ниндәй телдә сыҡҡан, исемен шул телдә яҙам): “Караван-сарай”, “Этнический состав населения Башкортостана”, “Традиционный хозяйственный уклад башкир прош­лого столетия (до 60-х годов)”, “Изу­чение этног­рафии башкир в XX столетии”, “Этнография башкир”, “Хозяйство башкир дореволюционной России”, “Хозяйство и социальная струк­тура башкирского народа в XVIII – XIX вв.”, “Земледелие и земельные отношения у башкир в первой половине XVIII в.”, “Происхождение башкирского народа”, “Башҡорт ҡәбилә­ләре тарихынан”, “Башҡорт ырыуҙа­ры”, “Корен­ные народы России” (Ф. Хи­самитди­но­ва менән авторлыҡта).
Күреүебеҙсә, ғалимдың үҙенән һуң ерлекле материал нигеҙендә яҙылған бик күп ғилми эше ҡалған, улар уның ғилми ғүмерен оҙайта. Рим Янғужин – башҡорт этногра­фияһын ентекле өйрәнгән, уның яңы офоҡ­тарын асҡан ғалим.


Вернуться назад