Журналистарҙың Сочи ҡалаһында үткән ХХ Бөтә Рәсәй фестивалендә “Рәсәйҙең алтын ҡәләме” премияһы лауреаты, яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов Мәскәү нәшриәттәрендә баҫылған “Президент бесәйе” һәм “Тишекле таш” китаптарының исем туйын үткәрҙе. “Көлкө тирәләй” тип аталған сатира-юмор кисәһендә ул үҙенең әҫәрҙәрен уҡып ҡына ҡалманы, көлкө хаҡында тос фекерҙәрен дә әйтте.Рәсәй Президенты Эштәр идаралығының “Дагомыс” комплексындағы ҡунаҡтар залына йыйылған Журналистар күренекле башҡорт сатиригының милли әҙәбиәтте һәм матбуғатты үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Рәсәй журналистар союзы секретары, билдәле урыҫ фельетонсыһы Вадим Рогожин бөгөнгө фельетонистика тураһында һөйләгәндә, уның китабынан ҡыҙыҡлы миҫалдар килтерҙе. Ә Болгария журналистары союзы рәйесе Снежана Тодорова, Мар. Сәлимдең София һәм Варна ҡалаларында уҙған ижад кисәләрен иҫкә алып, уның шаян шиғырын урыҫ телендә уҡыны.
Де Ришелье исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты Марсель Сәлимов быйыл Одесса ҡалаһында үткәрелгән беренсе Халыҡ-ара әҙәби олимпиадаға ла саҡырылғайны. Ижади ярыш йомғаҡтары буйынса, төрлө жанрҙа уңышлы эшләгән донъя күләмендә билдәле яҙыусылар Сергей Дзюба (Украина), Алекс Клас (АҠШ) һәм Наталия Мазаник (Мәскәү) менән бергә беҙҙең милләттәшебеҙ ҙә әҙәби олимпиада чемпионы тип танылды. Был маҡтаулы исемгә ул сатира-юмор өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштары һәм әҙәбиәтте пропагандалауҙағы әүҙем эшмәкәрлеге өсөн лайыҡ булды.
– Журналистарҙың юбилей фестивале мин теләгәндән дә шәберәк килеп сыҡты, – тине Марсель Шәйнур улы, алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡас. – Бындай форумдарҙа ҡатнашыу минең өсөн төрлө тарафтан килгән ҡәләмдәштәр һәм уҡыусылар менән күңелле күрешеү генә түгел. Был – республикабыҙ мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм журналистикаһының абруйын федераль дәрәжәлә күтәреү ниәтенән башҡарылған етди эш тә!