Ҡарый абруйы21.10.2016
Ҡарый абруйы – “Ҡартатайың дин белгесе, ҡарый булды”, – тип иҫкә алыр ине әсәйем мәрхүмә. Йәшлек иғтибарһыҙлығы менәнме, был һүҙҙәр бер ҡолағымдан инеп, икенсеһенән сыҡҡан. Һорашып, әллә күпме мәғлүмәт туплау мөмкинлеге булған да бит... “Ҡарый” һүҙе нимәне аңлата ул, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Р. НАСИРОВА.

Бүздәк районы.

Башҡортостан мосол­мандарының Диниә наза­раты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Эйе, иғтибарһыҙлығы, битарафлығы сәбәпле әҙәм балаһы күп нәмәнән мәх­рүм ҡалыусан. Әгәр ҙә ки миңә ошо һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙ мә­лендә уйланып, әсәһенең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған, ваҡытын йәлләмәйенсә тыңлап ултырған булһа, бөгөн ҡартатаһы тураһында әллә күпме мәғлүмәт еткерер ине. Ошондай айырым кешеләрҙең яҙмышы байыта бит тарихыбыҙҙы. Нәҫелебеҙҙең үткәненә ҡул һелтәп ҡуймайыҡ, уны өйрәнәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. “Тамырһыҙ ағас ҡорор” тигән һүҙҙәрҙе бер ҡасан да иҫтән сығармайыҡ.
Ҡөрьәнде яҡшы белгән, халыҡ араһында яттан һөйләгән кешеләрҙе ҡарый тип атағандар. Улар йәмғиәттә ҙур абруй менән файҙаланған, төрлө мәсьәләләрҙе яйға һалыуға хәл иткес өлөш индергән. Хәтеремдә, мин бала саҡта ауылда күҙҙәре күрмәгән олатайҙар бар ине. “Уларҙы ниңә “ҡарый” тип атайҙар икән?” — тип аптырай торғайным. Баҡһаң, күрмәгән ир балаларҙы, башҡа яҡтан мөмкинлектәрен үҫтереү өсөндөр, Ҡөрьән хафиздарын әҙерләү мәҙрәсәһенә биргәндәр. Унда белем алған кеше халыҡ араһында ҡарый булып танылған, абруй ҡаҙанған.
Борон дини уҡыу йорттары шулай бер нисә төргә бүленгән. Әле мин телгә алып үткән Ҡөрьән хафиздарын әҙерләү мәҙрәсәһендә изге китапты тулыһынса ятлап алғандар. Бөгөн дә, әл-хәмдү лил-ләһ, ошондай уҡыу йорттары бар. Мәҫәлән, Төркиәлә көслө мәҙрәсә эшләй, Татарстанда ла асылды. Элек унда балаларҙы биш-алты йәштән башлап алғандар.
Бынан тыш, Фиҡ мәҙрәсәләре булған. Унда Ислам ҡанундары, фарыздары, сөннәттәре үҙләштерелгән. Шулай уҡ хәҙис ғилемен өйрәнеү мәҙрәсәләре эшләгән. Белеүегеҙсә, Пәйғәмбәребеҙҙең ошондай аҡылдары “Ҡөрьән Кәрим”дән ҡала икенсе урында тора. Әлеге уҡыу йорттарында уларҙың асылын өйрәнгәндәр. Тәфсир мәҙрәсәләрендә иһә “Ҡөрьән Кәрим”дең мәғәнәһенә төшөндөргәндәр.
Борон, мәғлүм ки, мәктәптәр ҙә булған. Уларҙа фәҡәт яҙыу серҙәре өйрәнелгән. Китаптарҙы күсереү менән шөғөлләнгән айырым кешеләр ошо мәктәптә белем алған. Унда йәнә каллиграфия ғилеме бирел­гән. Белеүегеҙсә, ғәрәп яҙмаһы ғәжәп үҙенсәлекле, ул юҡҡа ғына урыҫса “арабская вязь” тип аталмай: хәрефтәр бер-береһе менән ситән үргәндәге шикелле аралашып килә, рәсем хасил була кеүек. Ошо сәнғәтте өйрәнгән уҡыусы “хаттат” тип аталған. Хәҙер был һөнәр әкренләп тергеҙелә башланы. Каллиграфик яҙмалар мәсеттәрҙе, китаптарҙы биҙәй, матурлығы, серлелеге менән күңелде хушландыра. Ғөмүмән, бөйөк сәнғәт өлгөһө ул.
Мәҙрәсәлә иһә дәрес бирелгән. Мәғлүм ки, Октябрь революцияһына тиклем Башҡортостанда бындай бихисап уҡыу йорто иҫәпләнгән. Араларынан “Ғәлиә”, “Ғосманиә”, “Хөсәйениә”, “Рәсүлиә” кеүек мәҙрәсәләр­ҙең исеме әле лә киң билдәле. Улар бөгөнгө юғары уҡыу йорттары дәрәжәһендә булған.
Ҡарыйлыҡ та – бөйөк вазифа ул. Мин Бохарала уҡып ҡайтҡан осорҙа (уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында) Өфөлә ундай ике-өс кенә кеше бар ине.
Һәр саҡ белемгә ынтылып йәшәйек, тарихыбыҙҙы, нәҫел тамырҙарын өйрәнәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә, иншаллаһ, һәммәбеҙгә лә файҙалы ғилем насип итһен. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад