Бесәй ҡойроғо23.03.2012
Бесәй ҡойроғоБесәй ҡойроғо (шалфей) дарыу үләне булараҡ инсульт үткәргәндән һуң һауығырға ярҙам итә. Мәҫәлән, боҙолған телмәрҙе яҡшыртыу үҙенсәлегенә эйә.
Бының өсөн бер стакан һыуға бер аш ҡалағы бесәй ҡойроғо япрағы һалып ҡайнатырға һәм төнәтергә кәрәк. Уны ай буйына ике сәғәт һайын аҙлап ҡына эсергә кәңәш ителә.
Сәскә атҡан мәлендә йыйылған бесәй ҡойроғо үләне тынысландыра, ялҡынһыныуға ҡаршы, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, атеросклероз күҙәтелгәндә һәм өйәнәктең ҡалтырауыҡ төрөндә ҡулланыла. Дезинфекциялау, ҡан ағыуҙы туҡтатыу һәм тирләтмәү сараһы булараҡ та билдәле. Уны йыуынғанда ваннаға һалырға ла мөмкин.
Боронғо медицинала бесәй ҡойроғоноң сәскә төнәтмәһе киң файҙаланылған.
90 грамм бесәй ҡойроғо сәскәһен, 300 мл спиртҡа һәм 400 мл һыуға һалып, ҡояш төшкән урында 40 көн төнәтергә лә бер аш ҡалағына шул ҡәҙәр үк һыу ҡушып, иртәнсәк эсергә кәрәк.
Бындай төнәтмә айырыуса оло йәштәгеләр өсөн файҙалы, сөнки ул ғүмерҙе оҙайтыуға һәм нервы системаһын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Бесәй ҡойроғо үләненән эшләнгән шарап та — яҡшы дауа. 80 грамм япраҡты бер литр шарапта һигеҙ көн төнәтергә лә ашағандан һуң 20-30 мл эсергә мөмкин.


Вернуться назад