Изге тойғоларҙың инеше21.10.2016
Хоҙай Тәғәлә үҙендәге рәхимлелек, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы йән эйәләренә бүлеп биргән. Араларында иң бөйөгө — һөйөү. Бөтөн күркәм һыҙаттарҙың, тойғоларҙың инеш башы, сығанағы ул.

Һөйөү күп тармаҡлы. Тәү сиратта әҙәм балаһы тыуған ерен яратырға, уның бөгөнгөһөн, киләсәген ҡайғыртырға, үҫешен хәстәрләргә, алға барһын өсөн барлыҡ көсөн һалырға тейеш. Бының нигеҙендә, әлбиттә, мөхәббәт ята.
Һөйөү — әҙәбиәттең, шиғриәттең шиңмәҫ шишмәһе. Әҙәм балаһы әҫәрҙәрҙең тәьҫирендә мәңгелек тойғоноң көсөнә инанып үҫә, уны шул юғарылыҡта бөтөн килеш һаҡларға, дауам итергә ынтыла.
Һөйөү — Аллаһ Тәғәләнең барлығы һәм берлегенең билдәһе. Тормош шул көс менән алға бара. Уның төп нигеҙе — һөйөүҙән яралған ғаилә. Дуҫлыҡ та яратыу, яҡын күреү тойғоһонан барлыҡҡа килә. Тәбиғәттә күңелгә аһәң табабыҙ икән, был да һөйөүгә бәйле.
“Йылы һүҙ — йән аҙығы” тигән мәҡәл ҙур мәғәнәгә эйә: әҙәм балалары бер-береһенә күркәм хис-тойғоһон белдереп йәшәргә тейеш. Тормош яғымлы ҡараштан, татлы һүҙҙән, йылы мөнәсәбәттән, тимәк, һөйөүҙән яҡтыра. “Яҡын күргән, яратҡан кешегеҙгә күңелегеҙҙәге йылылыҡты, ихтирамды белдереп тороғоҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә.


Вернуться назад