Аллаһ тәхетенә ни эленгән?21.10.2016
Динебеҙҙә туғандарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттең ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген раҫлаған хәҙистәр бихисап. Шуларҙың бер нисәүһен иҫкә алып үтәйек.


- “Туғандары менән бәйләнеште өҙгән кеше ожмахҡа инмәҫ”.

- “Кем ризығының күп, ғүмеренең оҙон булыуын теләй, шул туғандары менән бәйләнеште яҡшыртһын”.

- “Рәхим (туғанлыҡ бәйләнештәре) Аллаһтың тәхетендә эленеп тора. Кем уны һаҡлай, шуны Раббыбыҙ хәстәрләр, ә араларҙы өҙгәнгә ауырлыҡ өҫтәр”.

- “Туғандар менән бәйләнеште сәләм биреп булһа ла тотоғоҙ”.

“Ҡөрьән Кәрим”дә әйтелә:
“Аллаһҡа һүҙ биргәндән һуң вәғәҙәһен боҙғандарға, Ул берләштерергә ҡушҡанды айырғандарға, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратҡандарға – ләғнәт һәм яман йорт!” (“Күк күкрәү” сүрәһенән). Бында Аллаһҡа: “Һин – беҙҙең Раббыбыҙ!” – тип ант биргәндән һуң Уның менән бәйләнеште һәм туғанлыҡ мөнәсәбәт­тәрен өҙгәндәр, гонаһ ҡылып, ерҙә боҙоҡлоҡ таратып йөрөгәндәр тураһында һүҙ бара. “Яман йорт” тигәндә йәһәннәм күҙ уңында тотола.


Вернуться назад