Туған телгә, тыуған төйәккә тоғролоҡ21.10.2016
Туған телгә,  тыуған төйәккә тоғролоҡ Әминәне күптән беләм. Хәҙер ҙә осрашып, хәл-әхүәл белешеп йәшәйбеҙ. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки күңеле матур, булдыҡлы кеше ул. Башҡаларға һәр саҡ ярҙамсыл булғаны, дуҫтарының ҡәҙерен белгәне һәм уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысын ишетһә балҡып торғаны өсөн яратабыҙ уны.

Әминә — үҙ һөнәренең бынамын тигән оҫтаһы, абруйлы уҡытыусы, һәләтле белгес. Хеҙмәтенә етди ҡарар, яңылыҡҡа ынтылыр, һәр эште башлап йөрөр ул. Бай тәжрибәһен башҡалар менән уртаҡла­шырға ла, белемен һәм оҫталығын камиллаштыра барырға ла ваҡыт табыр педагог. Уҡытыусы тигән хөрмәтле исемде һәм абруйҙы юғары тотоу, билдәле, бер кемгә лә еңел бирелмәй. Ләкин ул быға тырышлығы, уңғанлығы, ижади эҙләнеүе менән өлгәшә.
Әминә Раҡаева Баймаҡ районының Баймырҙа ауылында йыр-моң яратҡан татыу, эшсән ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсә­һенең, ауылдаштарының телгә оҫталығы, дәртле итеп ҡурай тартып, рухланып бейеүҙәре, боронғо башҡорт йырҙарын илһамланып башҡарыуҙары кескәй ҡыҙҙың күңеленә туған телен, халҡын яратыу хистәрен һалғандыр.
Сибай педагогия училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Әминә Сәмиғулла ҡыҙын юллама менән Илеш районының Һеңрән мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Был мәлдә республикала төньяҡ-көнбайыш райондарҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға иғтибарҙың көсәйгән сағы.
Һеңрән мәктәбенең ул саҡтағы мәктәп директоры Тимерйән Шәйхийән улы Шәйхәйҙәров йәш белгесте ҡуш ҡуллап ҡаршы ала һәм уға мөмкин тиклем методик һәм рухи ярҙам күрһәтә. Дәрестәренең һәр ҡайһыһы методик яҡтан ныҡлы уйланылған, төрлө алымдар менән байытылған, иң мөһиме – балалар йөрәгендә урын алғанын күреп: “Һинән талантлы уҡытыусы сығасаҡ, һөнәреңә хыянат итмә”, – тип ҡанатландыра. Яңы ғына хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡан белгескә етәксенең был һүҙҙәре ышаныс өҫтәй.
Һеңрән ауылында Әминә үҙенең буласаҡ тормош юлдашы Фирдинат менән танышып, ғаилә ҡора. Күңелдәрендә тыуған төйәккә, туған телгә оло һөйөү, ихтирам йөрөткән йәштәр сит яҡтарға юлланмай, Нефтекама ҡалаһына барып төпләнә.
Әминә Сәмиғулла ҡыҙының бында килеүе ҡалала ғына түгел, республиканың тотош төньяҡ-көнбайыш төбәгендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, мәҙәниәтен уҡытыуға һәм өйрәнеүгә йән өрҙө. Ошо йылдарҙа Нефтекама ҡалаһында педагогия училищеһы асылды. Унда башҡорт бүлегенә яҡшы әҙерлекле, шул төбәктең проблемаларын аныҡ белгән кеше кәрәк булғас, педагогия училищеһы етәкселеге ҙур ышаныс менән Әминә Сәмиғулла ҡыҙын эшкә саҡыра. Ул был тәҡдимде оло яуаплылыҡ менән ҡабул итеп, яңы асылған уҡыу йортонда ошо төбәк өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү, уларға методик ярҙам күрһәтеү, балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе методик ҡулланмалар менән тәьмин итеү, ҡалала ҡоролтай эшен йәнләндереү кеүек эштәргә ихлас тотона. “Хеҙмәт юлымдың педагогия учили­щеһында үткән йылдары айырыуса ҡәҙерле, – тип хәтерләй ул. – Төньяҡ-көнбайышта башҡорт теленең, әҙә­биәтенең, мәҙәниәтенең үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Бөгөн уҡыусыларымдың күбеһе һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, уңышлы эшләй. Улар араһында етәкселәр ҙә бихисап. Тәрбиәләнеүселәремдең яулаған үрҙәрен, ҡаҙаныштарын күреп шатланам, ғорурланам”.
Тырыш мөғәллимәнең эшен ҡалала тиҙ күрәләр. Нефтекамала Башҡорт дәүләт университетының филиалы асылғас, уны тағы ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барырға саҡыралар. Был уҡыу йортонда шул йүнәлештәге факультеттың эшен яйға һалып ебәреүҙә лә Әминә Раҡаева байтаҡ көс һала.
Күп тә үтмәй, тәжрибәле педагогты ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығына баш белгес итеп саҡыралар. Бында эшләгән осорҙа ул мәғариф мәсьәләләре менән ныҡлап шөғөлләнә. Ҡалала башҡорт гимназияһын асыу, уның матди базаһын туплау буйынса күп көс түгә. Тап ошо дәүерҙә республикала Берҙәм дәүләт имтихандарын башлап индереү тәжрибәһе бара ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тестар төҙөү буйынса конкурс иғлан ителгәс, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Әминә Сәмиғулла ҡыҙы ижади бәйгелә ҡатнашып еңеү яуланы. Ул төҙөгән тестар йыйынтығы Мәғариф министрлығының хуплауы нигеҙендә нәшер ителеп, уҡытыусыларға таратылды.
Ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килгәс, ул хеҙмәт юлын Өфө авиация техникумында, артабан “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһында дауам итә.
Яуаплы эштәр башҡарыуына ҡарамай, ижад менән шөғөлләнеүгә лә ваҡыт таба егәрле уҡытыусы. Ул – мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Бармаҡ уйындары”, “Уйнайыҡ уйлап ҡына” исемле китаптар авторы. Башланғыс һәм урта һөнәри уҡыу йорто студенттары өсөн тәғәйенләнгән “Башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте” дәреслеген төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
Ғаиләһендә ул һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә, ҡәҙерле өләсәй. Ҡыҙҙары Луиза – юрист, Ләйсән, Эльза табип һөнәрендә уңышлы эшләп ҡыуандыралар. Тормош иптәше Фирдинат менән Булат, Камил, Асҡар, Әмир исемле ейәндәренә күңел йылыһы өләшә улар.
Хәйер, ул ниндәй генә эш башҡарһа ла, һәр береһенә күңел йылыһын һала. Уның кеүектәр матурлай ҙа инде тормошобоҙҙо.



Вернуться назад