Тамырҙары нығынһын21.10.2016
Тамырҙары нығынһын “Алдыбыҙҙа яңы быуат, алдыбыҙҙа яңы дәүер, өр-яңыса заман тыуа...” тип сәхнәнән тороп талпынышып һөйләне Бәләбәй гимназия-интернаты уҡыусылары. Эйе, уларҙың кескәй аңдары өсөн Өфөнән килгән ҡунаҡтар бер шатлыҡ булһа, өлкәндәр “Башҡорт ҡоролтайы” көнбайыш район-ара төбәк ойошмаһы советы ултырышының тап ошо яҡ мөхит өсөн яңы бер һулыш икәнен ысынлап аңланы.

Белеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡорт­остан Республикаһындағы етмешкә яҡын эреле-ваҡлы ҡоролтайҙарҙы йыйып, уларҙы алты төбәккә бүлеп берләштер­гәйне. Бөгөн Өфө ҡунаҡтарын көнбайыш район-ара төбәк ойошмаһы советы ҡабул итте лә инде. Ә ул Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй, Миәкә, Шаран, Туймазы райондарын һәм Октябрьский ҡалаһын үҙ эсенә алған.
Кәңәшмә Бәләбәй ҡалаһы гимназия-интернатында уҙғарылды. Белем усағына аяҡ баҫыу менән, май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, уға уңған хужалар ҡулы тейгәне күренеп тора. Берҙәм форма кейгән уҡыусылар һәм уҡытыусылар байрамса кәйеф, яҡты йөҙ, айырыуса бер алсаҡлыҡ менән ҡаршы алды. Ә инде балаларҙың матур итеп башҡортса һаулыҡ һорашыуҙары, һөйләшеүҙәре, хатта ашхананан ризыҡланып килә ятҡанда ихласлыҡ менән үҙҙәренең тәмлекәстәрен оло ҡунаҡтарға тәҡдим итеүе шул тиклем матур күренеш ине. Уларҙың йөҙөндә башҡорттоң ҡунаҡсыллығын, әҙәплелеген күрмәү мөмкин түгел.
Йыйын Республика көнөнә, Кино йылына, гимназияның егерме йыллығына арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы ҡотлау һәм бүләкләүҙән башланды. Уларҙы ҡотлау өсөн һүҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаевҡа һәм баш белгес Айрат Искәндәровҡа бирелде.
Артабан сара көнбайыш район-ара төбәк ойошмаһы советының ултырышы булараҡ дауам итте. Бында һигеҙ төбәктең ҡоролтай рәйесе һәм уларҙың йәштәр менән эшләү буйынса урынбаҫарҙары килгәйне. Ултырышты төбәк ойошмаһы советы рәйесе Дилбәр Фәтхетдинова алып барҙы. Ошо урында, саҡ ҡына теманан ситләшеп, Дилбәр Ғайса ҡыҙының Бәләбәй гимназия-интернаты директоры булыуы һәм белем усағының бөгөнгө ҡаҙаныштары тап уның кеүектәрҙең фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө икәнен әйтеп китмәү мөмкин түгел.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкәләтлегенең сығыштарынан һуң райондарҙың ҡоролтай рәйестәре, урынбаҫарҙары менән һәр мәсьәлә ентекле тикшерелде. Көн тәртибенә ярашлы, тәүге һүҙҙе Вельмир Аҙнаев алды. Ул “Башҡорт ҡоролтайы” район-ара төбәк ойошмаларының маҡсаттарын һәм бурыс­тарын билдәләп үткәс, “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығын байрам итеү тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Президентының указына ярашлы, улар алдында торған маҡсаттар тураһында һөйләне. Артабан совет рәйесе урынбаҫарҙары һайланды. Һәм, әлбиттә, бөгөн үтә лә мөһим йүнәлеш булған йәштәр ҡоролтайҙары эше тураһында етди һөйләшеү булды. Был юҫыҡта Марат Ғилманов сығышында район һәм ҡалаларҙа йәштәр ҡоролтайҙарын, мәктәптәрҙә балалар ҡоролтайҙарын ойоштороу кәрәклеген белдерҙе. Йәштәрҙе туплау һәм уларҙы йәмәғәт эшенә ылыҡтырыу буйынса бурыстар бил­дәләнде.
Был сарала ҡатнашҡан һәр кемдең күңелендә халҡыбыҙға лайыҡлы хеҙмәт итерлек көс, ҡеүәт һәм рух уянды. Матур сараның билдәһе булып Бәләбәй гимназия-интернаты алдында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм уның Көнбайыш район-ара төбәк ойошмалары вәкилдәре, уҡыу йортоноң уҡыу алдынғылары ултыртҡан шыршы ағастары ҡалҡты. Тамырҙарын ергә батырған ошо ағастар миңә яңы ғына тергеҙелгән район-ара төбәк ҡоролтайҙары яҙмышын хәтерләтте... Улар ҙа бит тиҙҙән ошо шыршылар кеүек нығынып, мөһабәт юғарылыҡҡа үреләсәк.




Вернуться назад