Көйләп мөнәжәт әйттек...21.10.2016
Көйләп мөнәжәт әйттек... Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында I “Иман нуры” мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы булды.

Мөнәжәт – ул шиғри ижадтың лирик жанры. Уның барлыҡҡа килеүе исламға тиклемге дини инаныуҙарға һәм йолаларға бәйле. Һуңыраҡ көнсығыш әҙәбиәте һәм ислам йолалары йоғонтоһонда Ҡөрьәнде көйләп һәм дини-дидактик китаптарҙы тасуири уҡыу йолалары ҡушыла.
Бөгөн иһә был жанр халыҡ ижадынан айырылғыһыҙ һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Шуға ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Мейәстәге мәхәллә мәсете берлектә мөнәжәт уҡыусылар бәйгеһе ойошторҙо.
Сарала ҡатнашыусылар башҡорт һәм ғәрәп телдәрендә өс-биш минутлыҡ мөнәжәт әйтте. Балалар араһында Ислам Шәйбәков менән Эрик Дәүләткирәев еңеүсе исемен яуланы. Өлкәндәр ара­һында Илдар Ильясовҡа етеүсе булманы. Иң яҡшы ансамблдәр номинацияһында Флүрә Батыршина, Нурғаян Шәймөхәмә­това, Миңзифа Яруллиналар айырым билдәләнде. Конкурстан тыш Силәбенән Харис Йосопов исемендәге мәсет шәкерттәре, Силәбе өлкәһенең “Аҡ тирмә” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рабиға Бикбулатова һәм Әбйәлил районынан “Ҡыҙылым” ансамбле сығыш яһаны.
Конкурс йәмғиәттә мосолман йолаларын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолдо. Еңеүселәрҙе имам-хатип Әхмәт хәҙрәт Хәсәнйәнов менән Мейәс башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Бүләкәй Шафиҡова тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.




Вернуться назад