Файҙаһы баһалап бөткөһөҙ23.03.2012
Файҙаһы баһалап бөткөһөҙЭнәлек (боярышник) ХХI быуатта Европа медицинаһында ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ дарыуҙарҙың береһенә әүерелде. Быға ғәжәпләнергә түгел, сөнки ул йөрәк ауыртҡанда хәлде еңеләйтә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дауалағанда файҙаланыла, айырыуса йөрәк мускулдары көсһөҙләнгәндә һәйбәт сара.
Бынан тыш, унан яһалған дарыуҙар йөрәк тамырҙарында һәм баш мейеһендә ҡан әйләнешен яҡшырта, артериаль баҫымды, үҙәк нервы системаһын көйләй. Шулай уҡ йөрәк мускулдарының ҡыҫҡарыуын яҡшырта, тахикардия һәм аритмия күҙәтелгәндә лә файҙаһы ҙур, йөрәк тәңгәлендәге ауыртыуҙы баҫа, баш әйләнеүенән арындыра.
Шулай ҙа энәлек емештәрен ризыҡ сифатында ҡулланғанда һаҡ булырға кәрәк. Күберәк булһа, еңелсә ағыуланырға мөмкин. Эсәктәргә зыяны тейеүе лә ихтимал. Емештәрҙе ашағандан һуң һалҡын һыу эсергә ярамай.


Вернуться назад