Талпандан һаҡланыу сараһы21.10.2016
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ вируслы талпан энцефалиты киң таралған төбәктәр иҫәбенә инә. Шуға күрә белгестәр иммунизацияны әле үк башларға кәңәш итә.

Быйыл талпандан зыян күреү сәбәпле 10 мең самаһы кеше, шул иҫәптән өс мең бала, медицина ойошмаһына мөрәжәғәт иткән. Табиптар ете меңдән ашыу талпанды тикшергән. Бөжәктәрҙең 400-ҙән ашыуы­ның, йәғни 6,1 процентының, вируслы талпан энцефалиты менән сирләүе асыҡланған. Былтыр иһә был күрһәткес түбәнерәк (5,7 процент) булған. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең 38 процентына ашығыс ярҙам күрһәтелгән.
Белгестәр билдәләүенсә, бөжәктәрҙең энцефалит һәм боррелиоз менән сирләү осраҡтары кәмей бара. Шулай ҙа сирҙән һаҡланыу өсөн кешегә прививка яһатырға кәңәш ителә. Тәбиғәт ҡоса­ғында даими эшләгәндәргә, мәҫәлән, геолог­тарға, топо­графтарға, урман­сыларға, шулай уҡ инфекция таралған ерҙә йәшә­гәндәргә мотлаҡ рәүештә бушлай вакцина яһала. Вирустан һаҡланырға теләгән башҡа кешеләр иһә прививканы үҙаллы эшләтә. Бының өсөн йәшәгән урынығыҙҙағы поликлини­каларға йәки бүтән медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Вакцинация курсы ике өлөштән тора. Бер инъекцияның хаҡы 500 – 2000 һум. Беренсе прививканан һуң биш-ете ай үткәс икенсеһен яһайҙар. Шуға күрә был ғәмәлде октябрь-ноябрь айҙарында башлау ҡулай буласаҡ. Икенсе вакцинаны иһә яҙ (март-апрелдә) ҡаҙаталар. Прививка яһатҡан кешегә энцефалит сире янамай.
Яңы вакцинацияны тәүге курстан һуң бер йыл үткәс ҡабатларға мөмкин. Артабан ревакцинацияны өс йылға бер тапҡыр үткәрәләр.






Вернуться назад