Халыҡ ижады ынйылары бөртөкләп йыйыла21.10.2016
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында фольклор буйынса йомғаҡлау конференцияһын үткәреү матур йолаға әйләнде. Был юлы ла сарала һәр төркөмдөң йөкмәткеле, анализға ҡоролған сығыштарына баһа бирелде. Студенттар фольклор практикаһының эшмәкәрлеген яҡшыртыу, еңеләйтеү буйынса төрлө үҙенсәлекле тәҡдимдәр индерҙе: берҙәм фольклор базаһын булдырыу, мәғлүмәттәрҙе видеотаҫмаға төшөрөп, Интернет селтәренә ҡуйыу һәм башҡалар.
Йәйге сессияны тамамлағас беҙҙе, I курс студенттарын, фольклор практикаһы көтә ине. Халыҡ хәтерендә быуаттар буйы һаҡланған ижад өлгөләрен йыйыу маҡсатында Башҡортостан төбәктәренә һәм күрше Ырымбур өлкәһенә юлландыҡ.
Милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе үҙенә һеңдергән таҡмаҡтар, уйындар, легендалар — башҡорт халҡының милли көҙгөһө. Халыҡ ижады ынйыларын бөртөкләп йыйып, уны киләсәк быуынға еткереү — төп бурысыбыҙ.
Башҡорт халҡының милли кейемдәрендәге матурлыҡты, нәзәкәтлелекте әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Сағыу биҙәктәр, орнаменттар башҡорт балаҫында айырыуса асыҡ сағыла. Фольклор экспедицияһында Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәгән ағинәй Рабиға Йәрмиева менән ошо хаҡта әңгәмәләшергә насип итте. Уға әсәһе, өләсәйҙәре бала сағында уҡ балаҫ һуғырға, кейеҙ баҫырға, бәйләргә, сигергә өйрәткән. Элек балаҫ баҫыу станогы һәр өйҙә тиерлек булған. Бөгөн Рабиға инәй был шөғөлгә тотош ғаиләһе менән тотонған, алтын ҡуллы йәмәғәте өр-яңы станок та эшләп биргән.
Сәйетбаба ағинәйҙәре мәктәп уҡыусыларына ла ошо ҡыҙыҡлы милли шөғөлдөң серҙәрен аса. Мәктәп һәм ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған түңәрәккә ҡыҙҙар әүҙем йөрөй. Борондан килгән кәсепте дауам иткән йәштәрҙең балаҫтарын төрлө байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа, этнофорумдарҙа ойошторолған күргәҙмәләрҙә осратырға мөмкин. Улар ошо сағыу эш өлгөләре менән Башҡортостанды ғына түгел, Рәсәй ҡалаларын да урап сыҡҡан, конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған.
Шәхсән үҙем фольклор практикаһында Әбйәлил районы сәсәниәһе Гөлнур Мәмлиева менән осраштым. Һүҙ оҫтаһы ҡобайыр, әкиәт, риүәйәттәрҙән тыш, башҡорт халыҡ бейеүе хәрәкәттәре тураһында ла ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Гөлнур инәй “Ҡомартҡы” фольклор төркөмөн төҙөй. Туй йолаларын, “Тәпән”, “Аҡ торналар”, “Сыңрау торна” бейеүҙәрен сәхнәләштерәләр. Уларҙы хатта Мәскәү, Германия, Голландиянан килеп видеотаҫмаға яҙҙырғандар.
Фольклор экспедицияһы йыл һайын бай ижади мираҫыбыҙ өлгөләрен тупларға мөмкинлек бирә, быға тиклем бер ҡайҙа ла донъя күрмәгән мөнәжәттәр, көләмәстәр, лаҡаптар, ер-һыу атамалары, мәҫәл, мәҡәл һәм риүәйәттәр табыла. Тап ошо эш барышында ата-бабаларыбыҙҙан ҡалып, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән тере мираҫты һаҡлау зарурлығына инанабыҙ.
Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты студенты.