Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар21.10.2016
Баш ҡалабыҙҙа 3750 кеше
ВИЧ-ты асыҡлау акцияһында ҡатнашты. Сараны илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторҙо.


Әйткәндәй, Өфө ВИЧ-статусын белергә теләгән кешеләр һаны бу­йын­са рекорд ҡуйҙы, тип әйтергә мөм­кин. Һөҙөмтә 15 минут эсендә асыҡ­ланды. Табиптар әйтеүенсә, им­мунодефицит вирусы тыуҙырған сир йылдам тарала, шуға күрә һәр кеше үҙенең ВИЧ-статусын белергә тейеш.
– Әле юғары технологиялы алымдар, дарыу­ҙар ярҙамында СПИД менән сирле кешеләр ғәҙәти тормош алып барыу, бала табыу, сәлә­мәт­леген һаҡлау мөмкин­легенә эйә. Әммә да­уалауҙы ваҡытында баш­лар­ға кәрәк, – ти СПИД-ты һәм йо­ғошло ауырыу­ҙарҙы иҫкәр­теү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров. – Шуға күрә барыһын да ВИЧ-ты асыҡлау буйынса тест үтергә саҡырабыҙ.
Ҙур сара барышында баш ҡала­быҙҙа 23 кеше­лә ошо сир асыҡ­лан­ды. Уларҙың һәр береһе кон­сульта­ция алды. Өфө Бөтә Рәсәй акцияһы эстафетаһын Һарытауға тапшырҙы. Ул шулай уҡ Ҡазан һәм Түбәнге Новгород ҡалаларында үтәсәк.


Вернуться назад