Рәсәйҙә Экология йылының рәсми эмблемаһы булдырылды. Ил Президентының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса вәкиле, Рәсәйҙә Экология йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Сергей Иванов федераль һәм төбәк саралары өсөн берҙәм брендты раҫланы. 2017 йыл Экология һәм бер үк ваҡытта Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде, шуға күрә эмблема тәбиғәт объекттарының байлығын, үҙенсәлектәрен генә түгел, шулай уҡ Рәсәй биләмәһендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән ынтылышты ла сағылдыра.